Ҡыҙылса (ауырыу)
Ҡыҙылса | |
| |
МКБ-10 |
B05. |
---|---|
МКБ-9 |
055 |
DiseasesDB |
7890 |
MedlinePlus |
001569 |
eMedicine | |
Ҡыҙылса Викимилектә | |
Ҡыҙылса (рус. корь, лат. morbilli) — кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы.
Уны тыуҙырыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән температураларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары температра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100 % уны йоҡтора ала. Ауырыу һауа аша йоға; тыуҙырғыстары тын алыу юлдарының лайлалы тиресәләренән регионар лимфа төйөрҙәренә тарала, шунда үрсей, һуңынан ҡанға үтеп инә һәм эске ағзаларҙы, үҙәк нервы системаһын һ.б. зарарлай. Инкубация осоро 9—17 көн.
Төп симптомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Интоксикация, йүткереү, күҙҙең лайлалы тиресәһе гиперемияһы, ауыҙҙың лайлалы тиресәләрендә специфик сабыртма, тән тиреһендә тимгелле‑бөртөклө сабыртма барлыҡҡа килеүе һ.б. Диагностикалау өсөн эпидемиологик, клиник һәм лаб. тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз, диета.
Өҙлөгөүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пневмония, ларингит, энцефалит һ.б.
Иҫкәртеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Актив һәм пассив иммунлаштырыу.
Ҡыҙылса (ауырыу) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.