Ҡыңғырауҙар музейы (Валдай)
Ҡыңғырауҙар музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1995 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Валдай һәм Новгород өлкәһе |
Рәсми асылыу датаһы | 1995 |
Адрес | Ulitsa Truda, 2А, Valdaï 175400 |
Ҡыңғырауҙар музейы (Валдай) Викимилектә |
Ҡыңғырау музейы Новгород өлкәһенең Валдай ҡалаһында, Хеҙмәт урамында, XVIII быуаттың архитектура һәйкәле булған Ғазап кисереүсе бөйөк Екатерина сиркәүендә урынлашҡан. Асылғандан алып Новгород дәүләт берләшкән музей-ҡурсаулығы (НГОМЗ) составына инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валдайҙың Ҡыңғырау музейы 1995 йылдың июнендә республика әһәмиәтендәге һәйкәл — Львов ротондаһы бинаһында (атап үтелгән сиркәү) асыла. Шуға тиклем бында Валдай ҡалаһының Крайҙы өйрәнеү музейы урынлашҡан була. 1980 йылда музей сиктәрендә «Валдай ҡыңғырауы» экспозицияһы асыла. Һуңынан ул айырым Ҡыңғырауҙар музейы булып бүленеп сыға һәм Рәсәйҙә бындай төрҙәге беренсе музей була.
Экспозицияла ҡыңғырауҙарҙың ғына түгел, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә ҡыңғырау ҡойоу технологияһы тарихы буйынса ла материалдар бирелгән. Шулай уҡ ҡыңғырау ҡағыуҙың төрлө ысулдары тураһында ла һөйләнелә. Валдай ҡыңғырауы тарихына айырым иғтибар бүленә.
Экспозицияларҙы ҡарауҙан тыш, килеүселәргә ҡайһы бер ҡыңғырауҙарҙы ҡағырға ла рөхсәт ителә. Музейҙа билдәле ҡыңғырау сыңы яҙмалары коллекцияһы бар.
Музей шулай уҡ ҡыңғырауҙарҙың күсмә күргәҙмәләрен үткәрә. Мәҫәлән, Осташковта, Хвойнаяла; Валдайҙың үҙенән тыш Бөйөк Новгородта, Чудовола, Иҫке Руссала дуғаға ҡуйылған ҡыңғырауҙың 200-йыллығына арналған күргәҙмә үтә.
Коллекция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Музей колоколов в Валдае 2019 йыл 11 май архивланған. на сайте «Достопримечательности России»
- Валдайский музей колоколов
- Музей колоколов
- Валдайский краеведческий музей