Һөйәкле балыҡтар
Һөйәкле балыктар | |||||||||||||||||||||||
Скалярия | |||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||
Osteichthyes (Huxley, 1880) | |||||||||||||||||||||||
Класс | |||||||||||||||||||||||
|
Һөйәкле балыҡтар (лат. Osteichthyes) — балыҡтарҙың иң күп һанлы төркөмө. Океандарҙа, диңгеҙҙәрҙә, йылға-күлдәрҙә, ваҡытлыса һык ятҡылыҡтарында йәшәргә яраҡлашҡандар. Ер йөҙөндәге балыҡтырҙың 96 % һөйәкле балыҡтар тәшкил итә.
Тән формаһы төлөсә: оҙонса (суртан, һыла балығы, треска), түңәрәк һымаҡ (камбала, палтус), йылан һымаҡ (мкрена, эт балығы, йыланбалыҡ) була.
Балыҡтың тиреһе тыштан тәңкә менән ҡапланған. Тәңкәләр черепица һымаҡ рәттәр менән урынлашып остары менән бер-береһен ҡаплай. Барлыҡҡа килгән япма балыҡты механик зарарланыуҙан һаҡлай.
Һөйәкле балыҡтарҙың төп билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һөлдәләре өлөшләтә йәки тулыһынса һөйәктән тора.
- Айғолаҡ ҡапҡастары бар. Шуға, айғолаҡ ярыҡтары тыштан күренмәй.
- Йөҙөү ҡыуыҡтары бар.
Һөйәкле балыҡтар отрядтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сельдь һымаҡтар отряды: океан сельде, иваси. Был отрядтың төп вәкилдәре — сельдтәр. Уларҙың күпселеге диңгеҙҙә йәшәй, ҙур эркеүҙәргә йыйылып, аҙыҡ эҙләп һәм ыуылдырыҡ сәсеү өсөн алыҫ араларға йөҙөп йөрөй.
Сельдтәр һыу ҡатлауҙарында йәшәүсе ваҡ һыу бөрсәләре менән туҡлана. Улар мөһим промысла әһәмиәтенә эйә.
- Һөмбаш һымаҡтар отряды: кета, көмрө балыҡ, һөмбаш, омуль, ҡыҙылбалыҡ.Кәүҙәләре оҙонса. Тәндәре тығыҙ. Һөйәк тәңкәләре тәнендә ныҡ ултыра. Ареалдар төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарҙы үҙ эсенә ала.
- Һаҙан һымаҡтар отряды: сабаҡ, опто, табан балыҡ, ҡорман балыҡ, ҡарабалыҡ, вобла, диңгеҙ сабағы һәм башҡа күп кенә аулана торған балыҡтар инә.
Һаҙан һымаҡтар отряды — башлыса сөсө һыу балыҡтары. Үҫемлек аҙыҡ һәм төрлө умыртҡаһыҙ хайуандар менән туҡлана.
Уларҙың яңаҡтарында тештәр булмай (йәки улар аҙ үҫешкән), уның ҡарауы йотҡолоҡтарының төбөндә аҙыҡты ваҡлау өсөн хеҙмәт итеүсе йотҡолоҡ тештәре бар.
- Суртан һымаҡтар: суртан.
- Алабуға һымаҡтар: алабуға, һыла, скумбрия, тунец. Төп билдәләренең береһе, арҡа йөҙгөстәре икәү. Алғыһының йөҙгөс нурҙары ҡаты, ныҡ осло һәм сәнскеле.
Ҡорһаҡ йөҙгөстыре күкрәк йөҙгөстәре тапҡырында йәки саҡ ҡына арттараҡ урынлашҡан. Тәңкәләре ваҡ һәм тығыҙ ултыра.
Ауыҙҙарында күп һанда эре тештәр урынлашҡан. Барыһы ла йыртҡыстар. Өлкән балыҡтар башҡа төр балыҡтар менән туҡлана.
- Тәрәс һымаҡтар: тәрәс, навага, пикша, шамбы. Тәрәстәрҙең күпселеге — диңгеҙ балыҡтары. Уларҙың үҙенсәлекле билдәһе — ауыҙҙарының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан мыйыҡтары.
Трәрәстәр һыу төбөнә яҡын тереклек итә, ләкин төпкә ятмай, ә аҙыҡ эҙләп туҡтауһыҙ йөҙөп йөрөй. Һыу төбөндәге умыртҡаһыҙ хайуандар һәм вағыраҡ балыҡтар менән туҡлана. Һалҡын диңгеҙҙәрҙә йәшәй.
Төньяҡ диңгеҙҙәрендә тәрәс (массаһы бер нисә кг, ә ҡайһы бер балыҡтар 20 кг-дан ашыу була) һәм вағыраҡ пикша, салака, навага балыҡтары осрай.
Тәрәстәрҙең сөсө һыуҙарҙа йәшәй торған берҙән-бер вәкиле — шамбы илебеҙҙең бөтә сөсө һыуҙарында тиерлек таралған. Уның массаһы 3—5 кг, ҡайһы бер балыҡтар 20 кг-ға етә.
Уртаса һыҙатта сағыштырмаса йылы һыуҙарҙа тереклек итеүенә ҡарамаҫтан, шамбы үҙенең һалҡын һыуҙарҙа йәшәүсе ырыуҙаштарының ҡылыҡтарын һаҡлаған.
Йәйен, беҙҙәге бөтә сөсө һыу балыҡтары актив тереклек иткәндә, шамбы, киреһенсә, төпкәрәк, һыу төбөндәге ағас тамырҙары аҫтындағы һалҡынсараҡ урындарға йәшеренә. Бөтә йәйҙе ул шунда хәрәкәтһеҙ үткәрә. Ҡара көҙҙә генә ул йәнләнә төшә. Ә ыуылдырығын декабрь йәки ғинуар айҙарында сәсә.
Бөтә тәрәстәр ҙә — аулана торған ҡиммәтле балыҡтар. Уларҙың бауыры бигерәк тә юғары баһалана, сөнки унан Д витамины булған, медицинала ҡулланыла торған балыҡ майы алалар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Константинов В. М., Бабенко В. Г., Кучменко В. С. Биология. 7-й кл. Животные. М., 2003.
- Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9