Ән-Нури йәмиғ мәсете
Ән-Нури йәмиғ мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1172 |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ-территориаль берәмек | Мосул |
Архитектура стиле | Мосолман архитектураһы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 21 июнь 2017 |
Ән-Нури йәмиғ мәсете Викимилектә |
Ән-Нури йәмиғ мәсете (ғәр. جامع النوري; рус. Собо́рная мече́ть ан-Нури) — Ираҡтың тарихи мәсеттәренең береһе.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосул ҡалаһында Тигр йылғаһының уң (көнбайыш) ярында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XII быуатта төҙөлгән[1]. Мосулда Өмәүиҙәр мәсетенән һуң төҙөлгән икенсе мәсет була. Бер нисә тапҡыр үҙгәртеп төҙөлә (һуңғы тапҡыр — 1944 йылда).
2014 йылда был мәсеттә «Ислам дәүләте» лидеры Әбү Бәкер әл-Бағдади "бөтә донъя хәлифәте " иғлан итә[2].
2017 йылдың 21 июнендә Мосул өсөн һуғышта емерелә. Мәсет үҙе лә, уның манараһы ла юҡ ителә[3][4].Коалиция бының өсөн Ислам дәүләтен ғәйепләй, әммә Ислам дәүләте Amaq агентлығы аша мәсет америка авиаһөжүме һөҙөмтәһендә емерелгән, тип белдерә[5][6].
Архитектура үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең көнсығышҡа табан сығып торған « көмөрө» манараһы менән билдәле булған, ул баштағы ҡоролманан ҡалған берҙән-бер өлөшө булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М. — 2007. — С. 157.
- ↑ В Мосуле уничтожили мечеть, в которой лидер ИГ провозгласил «всемирный халифат» | Новое Время . Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 25 июнь 2017 года.
- ↑ Islamic State blows up historic Mosul mosque where it declared 'caliphate' | Reuters . Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 22 июнь 2017 года.
- ↑ Боевики ИГ взорвали главную мечеть Мосула — BBC Русская служба . Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 23 июнь 2017 года.
- ↑ IS Amaq Reports U.S. Airstrike Responsible for Destruction of Historic al-Nuri Mosque in Mosul . Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 2 июль 2017 года. 2017 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Mosul: Islamic State blows up historic Al Nuri mosque where Baghdadi declared himself as ‘caliph’ . Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 22 июнь 2017 года.