Эстәлеккә күсергә

Алтыншин Ғаяз Сәғит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтыншин Ғаяз Сәғит улы
Алтыншин Ғаяз Сәғит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 апрель 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Алтыншин Ғаяз Сәғит улы (23 апрель 1966 йыл — 20 август 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).

Ғаяз Сәғит улы Алтыншин 1966 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.

Атаһы Сәғит Ғиниәт улы Алтыншин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ете йыл армияла булғандан һуң, Иҫке Собханғол ауылында райсовет председателенең сауҙа буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер осорҙа мәктәптә рәсем һәм йыр дәрестәренән уҡыта. Кейекбай ауылында клуб мөдире булып та эшләй.

Заманында республика кимәлендә билдәле биҙәүсе рассәм, профессиональ музыкант, фотограф һәм шахматсы була. Сәғит Ғиниәт улына Ленинград сәнғәт академияһынан студенттарҙы практикаға ла алып килгән ваҡыттары була.

Әсәһе Алтыншина (Ҡарабаева) Хәҙисә Ғәйзулла ҡыҙына (1932) ауыр бала саҡ тура килә. Атаһы репрессияға эләккәс, дүрт класс ҡына белем алып өлгөргән 12 йәшлек ҡыҙға колхозда ер һөрөп, ағас ҡырҡып, пилорамда эшләп көн күрергә тура килә. Балаларының һәләтен бар яҡлап үҫтереп, эшһөйәр, тилбер, һөнәрмән итеп тәрбиәләй.

Ғаяз ғаиләлә дүртенсе бала. Уҡырға бармаҫ элек үк өлкәндәр менән тиң шахмат уйнай, бала саҡтан бокс, самбо, дзюдо менән мауыға.

Кинйә малайға рәссам, фотограф, аҙаҡ Ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡыған ағаһы Илдарҙың ҙур йоғонтоһо тойола. Уға оҡшап Ғаяз да инженер булырға хыяллана.

Мәктәптә егетте атаһы кеүек рәссам булыр тип уйлайҙар. Ә ул имтихандарҙы еңел генә биреп, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрҙар бүлегенә уҡырға инеп китә. Беренсе курстан уҡ спектаклдарҙә төп ролдәрҙе уға ышанып тапшыралар. Геройҙарҙы уйнарлыҡ актёр буласаҡ, — тиҙәр уның тураһында. Уҡыуы 1984—1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеүе сәбәпле, өҙөлөп тора.

1989 йылда уҡыуын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. 1989—2006 йылдар эсендә илленән артыҡ роль башҡара. Бер үк мәлдә Өфө сәнғәт институтында «Сәхнә хәрәкәте» предметы буйынса дәрестәр ҙә алып бара. Театрҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров «Ғаяз кеүек «Аттила», «Салауат Юлаев» ролен башҡарыусы актёр әлегә театрҙа юҡ», — ти.

Ҡатыны Алтыншина Земфира Фатих ҡыҙы Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театрында режиссёр һәм актриса. Зөһрә Фәйзуллинаның «Андыҙ барҙа ат үлмәҫ» («Девясил — это девять сил») һәм Сергей Белов менән Сергей Куваевтың «Бишкә тиклем һанайым» («Считаю до пяти») әҫәрҙәре буйынса спектакль ҡуйған. Улы Алтыншин Алик Ғаяз улы БДУ — ның Сибай институтында юридик факультетта өлкән уҡытыусы, шулай уҡ декан урынбаҫары булып эшләй.

Спектаклдәрҙә ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таһир Таһиров «Ғәлиә» — Йәш Заһир (1983)
Мостай Кәрим «Ярлыҡау» — Любомир Зух (1987)
Мирхәйҙәр Фәйзи «Аҫылйәр» — Малай (1988)
Дауыт Юлтый «Ҡарағол» — Һөйөндөк (1989)
Шамил Рәхмәтуллин, «Алмағастар сәскә атҡанда» —
Россинат (1989)
Шамил Рәхмәтуллин, «Алмағастар сәскә атҡанда» —
Граф һәм Сиған (1989)
Хәкимйән Зарипов «Яуап көнө» — Зөлкәрнәй, Ханиф,
Фазыл (1991)
Ибраһим Абдуллин «Тиле йәшлек» — Аҡйегет (1992)
Мостай Кәрим, «Ай тотолған төндә» — Аҡйегет (1992)
Фәрит Богданов «Атылған йондоҙ» — Фәрхәт (1992)
Мөхәмәтша Буранғолов «Башҡорт туйы» — Юлдыбай (1990)
Флорид Бүләков, «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» —
Ғазинур (1990)
Наил Ғәйетбаев, «Ыстағафирулла» — Даян (1991)
И.Иванов, Р.Усаев «„Хәсрәт“ Хәсән» — 2-се һаҡсы (1991)
Ғәзим Шафиҡов Г.Мөбәрәкова «Һәҙиә» — Ғөбәй (1991)
Туфан Миңнуллин «Диләфрүзгә дүрт кейәү» — Амур (1991)
Ильдар Юзеев «Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан» —
Ратмир Зәкиевский (1991)
Нәжиб Асанбаев «Рәйсә + Фәйзи» — Сәлим (1992)
Фәтхи Бурнаш «Йәш йөрәктәр» — Хәйретдин (1993)
Эдуардо де Филиппо «Илай белмәгән ҡатын» -Риккардо (1993)
Мостай Кәрим «Киске табын» — Алпамыша (1994)
Флорид Бүләков, «Бибинур, ах, Бибинур» — Ир-егет (1994)
Фернан Кроммелинк «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир» —
Оскерканан егет (1995)
Рәил Байбулатов «Йәрем минең, әлиһәм» — Ринат (1995)

Нәжиб Асанбаев «Яралы яҙмыш» — Баян (1996)
Баязит Бикбай «Ҡарлуғас» — Шатморат (1996)
Ҡол Дәүләт «Шартлап китһен донъяһы!» (1996) —
Лейтенант Үтәйғолов
Шамил Рәхмәтуллин «Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр...» —
Басаров (1997)
З. Муллағәлиева «Ҡурай» — Аҡһаҡал 1997
Лопе де Вега «Бесән өҫтөндәге эт» — Теодор (1997)
Әнғәм Атнабаев «Законлы никах менән!» —
Фәсхетдин (1998)
А. Н. Островский «Таланттар һәм табыныусылар» —
Бакин (1998)
Сөләймән Латипов «Көнләш, Америка, көнләш» —
Мартинг Донг (1999)
Мостай Кәрим, «Айгөл иле» — Илдар 1999
Сәрүәр Сурина «Тылсымлы күл сере» — Алпан (1999)
Шамил Рәхмәтуллин, «Һандуғастар килгән беҙгә» —
Зинтык (2000)
Гөлшат Әхмәтҡужина «Әйҙәгеҙ танышайыҡ» —
Боҫҡон (2000)
Заһир Вәлитов «Аҡьял батыр» — Аҡьял (2000)
Рәлиф Кинйәбаев, «Эх, Байтимер дуҫ!» —
Милиционер (2000)
Зәйнәб Биишева, «Мөхәббәт һәм нәфрәт» — Ел (2001)
Айһылыу Йәғәфәрова «Ҡыпсаҡ ҡыҙы» — Айсыуак (2001)
Ғәзим Шафиҡов «Аттила» — Аттила (2002)
Мостай Кәрим, «Салауат» — Салауат (2003)
Илшат Йомағолов «Сәсәндәр». роль: Ир. 1-се
яугир (2005)
Йософ Болат «Мәһәре — байҙан» Ҡарасан (2006).

Төшкән кинофильмдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2004).

"Ғаяз Алтыншин тураһында «Атылған йондоҙ» радиотапшырыуын тыңлап, хәтирәләргә бирелеп ултырҙым. Авторы Зөлфиә Рәхмәтуллина. Зөлфиә бик ентекле, психоаналитик ихлас тапшырыу эшләгән, рәхмәт уға. Ғаяз был донъянан киткәнен мин сит илдә йәшәгәнгә күрә белмәй ҡалдым. Бик һәләтле актёр, көслө режиссёр ине! Ул саҡта беҙ барыбыҙ ҙа сәнғәт институтының ятағында йәшәгәс, бер-беребеҙҙе һәйбәт белә инек, аралашып йәшәнек. Беҙ Ғаяз менән «Ричард III»-нө ҡуйҙыҡ (дөрөҫөрәге ул ҡуйҙы) һәм икәү уйнаныҡ. Мин королева Аннаны уйнаным. Ул яҙма минең архивта һаҡлана. Шулай уҡ ул минең икенсе фильмымда ла уйнаны. Мин М.Кәримдең "Ашҡаҙар"ын ҡуйғайным ул саҡта. Репетициялар минең бүлмәмдә барҙы. Бик көслө һәм сағыу актёр булды ул…"

«Беҙ студент саҡтарҙа уның фанаткалары була торғайныҡ. Уның уйнаған спектакльдәрен бер ҙә ҡалдырмай, бер- нисә тапҡыр барып ҡарай инек. Шул тиклем талант эйәһенең ҡапыл китеп барыуына шаҡ ҡаттым. … Уның менән бер сәхнәлә уйнарға хыялланмаған актриса юҡтыр ул…»

«Әйткәндәй, яҡын дуҫым-яҡташым һәм танылған оҫта, талантлы актёр-режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Алтыншиндың олатаһының бер туғаны, халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө (кәсеп тиһәң дә була)- бөркөттәрҙе (шоңҡар-ҡарсығаларҙы) һунарға өйрәтеүсе — Айсолтан Алтыншин.

Заманында уны „Айсолтан Бөркөтсө“ тип кенә йөрөтәләр… Айсолтан (Бөркөтсө) Алтыншин 1918—1920 йылдарҙағы ул саҡтағы Башҡортостан (Зәки Вәлиди…) хөкүмәтенең әүҙем һәм актив-тоғро арҡадашы ла булып тора…

Айсолтан Алтыншин 1923 йылдан сит (Ҡырғыҙыстан, Ҡытай һәм Афганистан тауҙарында…) илгә сығып китә һәм төп шөғөлө (бөркөт өйрәтеү) менән көн итә… Дуҫым Ғаяздың да, олатаһы кеүек Мәсем һәм Баҙал Тауҙары ҡаяларында бөркөттәрҙе тотоп өйрәтеү теләк-хыялдары ла бар ине….. Һәм шулай уҡ, Ғаяз Дуҫым бер мәл (тағы ла, бер Дуҫым-Яҡташым Мәшһүр режиссёр Әнүәр ағай Нурмөхәмәтов менән бергә) һөйләшеп ултырғанда:-„Бабсаҡбей менән Күсәкбей“ тураһындағы тарихи эпосы хаҡында документаль фильм төшөрөү теләк-хыял-ниәттәрен дә әйткәйне….. Үкенес, әлбиттә…»