Эстәлеккә күсергә

Альберт Эйнштейн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Альберт Эйнштейн
Albert Einstein
Тыуған көнө

14 март 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Ульм, Вюртемберг Короллеге, Германия империяһы

Вафат көнө

18 апрель 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Принстон, Нью-Джерси, АҠШ

Ил

Германия Германия Германия Германия
(1879—1896, 1914—1933)
апатрид (1896—1901)
Швейцария Швейцария (с 1901)
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ (1940—1955)

Ғилми даирәһе

Теоретик физика

Эшләгән урыны

Патент бюроһы, Берн/
Цюрих университеты/
Карл университеты/
Кайзер Вильгельм Институты /
Лейден университеты/
Фундаменталь тикшереүҙәр институты

Альма-матер

Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбе

Ниндәй өлкәлә танылған

Сағыштырмалыҡ теорияһына нигеҙ һалыусы

Награда һәм премиялары

Нобель премияһы — 1921 Физика буйынса Нобель премияһы (1921)
Копли миҙалы
Планка миҙалы
Маттеуччи

Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Альбе́рт Эйнште́йн (нем. Albert Einstein, МФА [ˈalbɐt ˈaɪ̯nʃtaɪ̯n] [1]; 14 март 1879 йыл, Ульм, Вюртемберг, Германия — 18 апрель 1955 йыл, Принстон, Нью-Джерси, АҠШ) — физик-теоретик, заманса теоретик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1921 йыл), йәмәғәт эшмәкәре-гуманист. Германияла (1879—1893, 1914—1933), Швейцарияла (1893—1914) һәм АҠШ-та (1933—1955) йәшәгән. Донъяның 20-ләп университетының Почётлы докторы, бик күп Фәндәр академиялар ағзаһы, шул иҫәптән СССР ФА-ның сит ил Почётлы ағзаһы (1926).

Эйнштейн — физика буйынса 300-ләп фәнни хеҙмәт авторы, фән тарихы һәм фән философияһы буйынса 150 китап һәм мәҡәлә яҙған. Ул шулай уҡ физика теорияһы буйынса бер нисә абруйлы хеҙмәт авторы:

Ул шулай уҡ «квант телепортацияһын» фаразлаған, Эйнштейн — де Һааза гиромагнит эффектын үлсәгән һәм фаразын әйтеп ҡалдырған. 1933 йылда космология һәм берҙәм майҙан теорияһы проблемалары өҫтөндә эшләгән. Һуғыштарға, ядро ҡоралына ҡаршы әүҙем эшмәкәрлек алып барған, гуманизм, халыҡтар дуҫлығы яғында булған.

Эйнштейн яңы физик концепциялар һәм теорияларҙы фәнни әйләнешкә индереп ебәргән. Тәү сиратта арауыҡ һәм ваҡыттың физик асылына һәм Ньютондыҡы урынына гравитацияның яңы теорияһына ҡағыла. Эйнштейн Планк менән берлектә квант теорияһын асҡан. Эксперименттар менән күп тапҡырҙар раҫланған был концепциялар бөгөнгө физиканың нигеҙен тәшкил итә.

Памятник в Ульме на месте дома, где родился Эйнштейн

Альберт Эйнштейн 1879 йылдың 14 мартында Германияның көньяғында Ульм ҡалаһында Эйнштейн Герман һәм уның ҡатыны Паулина ғаиләһендә тыуған [3].

Герман Эйнштейн и Паулина Эйнштейн (урождённая Кох), отец и мать учёного

Герман Эйнштейн (18471902) был осорҙа ҙур булмаған түшәк эшләү предприятиеһы хужаһы була. Паулина Эйнштейн (ҡыҙ фамилияһыКох, 18581920) бай кукуруз менән сауҙа итеүсе Юлиус Дерцбахер (1842 йылда фамилияһын Кох тип үҙгәртә) һәм Йетта Бернхаймер ҡыҙы[4].

1880 йәйендә улар Мюнхенға күсенә. Мюнхендә Альберттың һеңлеһе Мария (Майя, 18811951) тыуа. Альберт Эйнштейн башланғыс белемде католиктар мәктәбендә ала . Үҙе яҙыуынса, 12 йәшкә тиклем ул ныҡ диндар кеше була. Һуңыраҡ ул авторитеттарҙы инҡар итеүсегә әйләнә[5]. Эйнштейндың иң көслө бала саҡ хәтирәләре: компас, Евклидтың "Башланғыстар"ы һәм (1889 йыл тирәһендә) Иммануил Канттың «Критика чистого разума» .Алты йәштән ул скрипкала уйнай башлай. Эйнштейн ғүмер буйы музыка ярата. 1934 йылда АҠШ -та Принстон ҡалаһында (Нью-Джерси] Альберт Эйнштейн хәйриә концерты бирә, нацист Германияһынан ҡасҡан эмигрант фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре файҙаһына Моцарттың әҫәрҙәрен башҡара.

Эйнштейн 14 йәштә

Мюнхен гимназияһында Альберт Эйнштейн иң шәп уҡыусылар рәтендә булмай, ул тик математика менән латин телен яратып шөғөлләнә. Альберт гимназиялағы ятлап уҡыу системаһы, авторитар методтар менән ризаһыҙлыҡ белдереп, уҡытыусылар менән йыш ҡына бәхәсләшә торған була.

1894 йылда Эйнштейндар ғаиләһе Мюнхендан Италияға,Милан янындағы Павия ҡалаһына күсенә, ағалы-энеле Герман менән Якоб Эйнштейн фирмаларын шунда күсерә.1895 йылда Альберт та Павияға килә.

Эйнштейндың Арауҙағы аттестаты (алты баллы шкала)

1895 йылда Альберт Эйнштейн Швейцарияға килә, Цюрих Юғары техник училищеһында экзамендар бирә. Математиканы бик яҡшы бирһә лә, ботаника менән француз телен бирә алмай. Училище директоры уға Арау ҡалаһында (Швейцария) уҡыуын тамамлап, аттестат алып, яңынан экзамендар биреп ҡарарға тәҡдим итә.

Арау мәктәбендә Альберт Эйнштейн бөтә буш ваҡытын Максвеллдың электромагнит теорияһын өйрәнеүгә бағышлай . 1896 йылда ул мәктәпте тамамлап, аттестат ала. 1896 йылдың октябрендә Политехникумдың педагогия факультетына уҡырға инә[6]. Бында ул математик Марсель Гроссман (18781936) һәм серб ҡыҙы, медицина факультеты студенты Милева Марич менән таныша (үҙенән 4 йәшкә олораҡ), бер аҙҙан улар өйләнешә. Шул уҡ йылда Эйнштейн Германия гражданлығынан баш тарта (был мотлаҡ хәрби хеҙмәт итеүгә бәйле була). Швейцария гражданлығын алыу өсөн 1000 Швейцария франкы кәрәк була, кәрәкле аҡса тик 5 йылдан һуң табыла. Атаһының предприятиеһы бөлә, Альберттың ата-әсәһе Миланға күсенә. Герман Эйнштейн бында электр ҡоролмалары менән сауҙа итә башлай.

Политехникумда уҡытыу системаһы Германия мәктәптәрендәгенән ҡырҡа айырыла, Альберт Эйнштейнға уҡыуы бында еңел бирелә. Ул шәп уҡытыусыларға эләгә, улар араһында, мәҫәлән, геометр Герман Минковский (уның лекцияларына йыш ҡына йөрөмәгән өсөн Эйнштейн һуңынан ныҡ үкенә) һәм аналитик Адольф Гурвиц була.

Фәнни эшмәкәрлегенең башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1900 йылда Эйнштейн Политехникум тамамлап, математика һәм физика уҡытыусыһы дипломын ала. Экзамендарҙы ул һәйбәт бирә, тик байтаҡ профессорҙар уның һәләттәрен юғары баһалалаһа ла, ары фән менән шөғөлләренгә тәҡдим итмәй. Эйнштейн һуңыраҡ шулай тип иҫләй[7]:

Профессорҙарым миңә өҫтән ҡарай ине, улар буйһонмаусан булыуым арҡаһында миңә фәнгә юлды япты.

Эйнштейн патент бюроһында (1905)

1901 йылда Эйнштейн Швейцария гражданлығын алһа ла, 1902 йылдың яҙына тиклем уның даими эш урыны булмай— уны хатта мәктәпкә уҡытыусы итеп тә алмайҙар. Аҡса булмау сәбәпле, ул йыш ҡына ас ултыра. Был бауыр сиренә килтерә, ғалим уның менән ғүмеренең аҙағынаса яфалана.

1900—1902 йылдарҙағы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Эйнштейн физика менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. 1901 йылда Берлинда сыҡан «Физика йылъяҙмалары» (Анналы физики) уның тәүге «Следствия теории капиллярности» (Folgerungen aus den Capillaritätserscheinungen) баҫтырып сығара, ул капиллярлыҡ теорияһы нигеҙендә шыйыҡсалар атомдары араһындағы тартылыу көсөн анализлауға бағышлана. Бындай ауыр хәлдән сығырға уға Марсель Гроссман ярҙам итә, ул Эйнштейнды Уйлап табыуҙарҙы патентлау федераль бюроһына (Берн) III класслы эксперт вазифаһына тәҡдим итә, уға йылына 3500 франк эш хаҡы ҡуйыла (студент саҡта ул айына 100 франк аҡсаға йәшәй[8]).

1902 йылдың июленән 1909 йылдың октябренә тиклем Эйнштейн Бюрола эшләй, башлыса уйлап табыуҙар тураһында ғаризаларға эксперт баһаһы биреү менән шөғөлләнә. 1903 йылда ул Бюроның даими хеҙмәткәренә әйләнә. Бындай эш Эйнштейнға буш ваҡытын теретик физика өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғәлләнергә мөмкинлек бирә.

Эйнштейн тәүге ҡатыны Милева Марич менән (1905 тирәһе)

1902 йылдың октябрендә Эйнштейн Италиянан атаһының ауыр хәлдә булыуы тураһында хәбәр ала. Герман Эйнштейн, улы килеп ике көн үткәс, вафат була.

1903 йылдың 6 ғинуарында Эйнштейн егерме ете йәшлек Милева Маричҡа өйләнә. Уларҙың өс балаһы була. Өйләнешкәнсе уларҙың тәүге ҡыҙҙары Лизерль (1902) тыуа, ғалимдың биографтары ул бәләкәй саҡта уҡ үлгәндер тип яҙа. Эйнштейн бер хатында ҡыҙының скарлантинанан өҙлөгөүе тураһында иҫкә алып үтә (1903, сентябрь) [9][10].

1904 йылдан Эйнштейн Германияла сыҡҡан «Физика йылъяҙмалары» журналы менән хеҙмәттәшлек итә, был журналдың реферат рәүешендәге ҡушымтаһы өсөн термодинамика буйынса яңы мәҡәләләргә аннтотациялар яҙа[11]. Шулай итеп, журналда яуланған авторитет 1905 йылда уның үҙ мәҡәләләрен баҫтырырға булышлыҡ иткәндер тип иҫәпләнә.

1905 — «Мөғжизәләр йылы»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йыл физика тарихына "Мөғжизәләр йылы " (лат. Annus Mirabilis) булып инә[12]. Шул йылда «Физика йылъяҙмалары» Эйнштейндың өс фәнни революцияны башлап ебәргән мәҡәләһен баҫтыра:

  1. «К электродинамике движущихся тел» (нем. Zur Elektrodynamik bewegter Körper). Был мәҡәләнән сағыштырмалыҡ теорияһы (теория относительности) башлана[13].
  2. «Об одной эвристической точке зрения, касающейся возникновения и превращения света» (нем. Über einen die Erzeugung und Verwandlung des Lichts betreffenden heuristischen Gesichtspunkt). Квант теорияһына нигеҙ һалған мәҡәләләрҙең береһе.
  3. «О движении взвешенных в покоящейся жидкости частиц, требуемом молекулярно-кинетической теорией теплоты» (нем. Über die von der molekularkinetischen Theorie der Wärme geforderte Bewegung von in ruhenden Flüssigkeiten suspendierten Teilchen) — Броун хәрәкәтенә бағышланған мәҡәлә, статистик физиканы күпкә алға ебәргән хеҙмәт.

Эйнштейндан нисек уға сағыштырмалыҡ теорияһын булдыра алғанын һорайҙар. Ул ярым шаяртып, былай тип яуап бирә:[14]:

Ни өсөн тап мин сағыштырмалыҡ теорияһын булдырҙым? Мин үҙемә был һорауҙы биргәндә, сәбәбе шундалыр тип уйлайым. Аҡылы камил оло кеше арауыҡ һәм ваҡыт тураһында бөтөнләй уйламай. Уның фекеренсә, был турала ул бала саҡта уҡ уйлаған булған. Ә мин аҡыл яғынан бик әкрен үҫештем, арауыҡ менән ваҡыт тураһында уйҙар мине инде ҙур үҫкәс кенә биләне . Шулай булғас, мин был мәсьәләгә аҡыл яғынан үҫешкән баланан тәрәнерәк үтә ала инем.

  1. Немец әйтелеше буйынса исемдең дөрөҫ бирелмәһе Альберт Айнштайн. Инглизсә — [ˈælbɝt (-ət) ˈaɪnstaɪn] (Элберт Айнстайн.. См. также How to pronounce Albert Einstein — inogolo.
  2. Einstein, A. Theorie der Opaleszenz von homogenen Flüssigkeiten und Flüssigkeitsgemischen in der Nähe des kritischen Zustandes // Annalen der Physik. — 1910. — Т. 338. — № 16. — С. 1275–1298.
  3. Кузнецов Б. Г., 1980, с. 25—26
  4. Einstein: Science and Religion. Short life history: Pauline Einstein 2011 йыл 22 июль архивланған. (инг.)
  5. Einstein: Science and Religion. Becoming a Freethinker and a Scientist (ингл.). Дата обращения: 19 февраль 2009. Архивировано 11 август 2011 года.
  6. Кузнецов Б. Г., 1980, с. 32
  7. Львов В. Е., 1959, с. 15
  8. Пайс А., 1989, с. 50
  9. Чертанов М., 2015, с. 53
  10. Short life history: Lieserl Einstein-Maric (ингл.). Дата обращения: 10 февраль 2009. Архивировано 11 август 2011 года. 2011 йыл 22 июль архивланған.
  11. Визгин В. П., Кобзарев И. Ю., Явелов В. Е. Научное творчество и жизнь Альберта Эйнштейна: рецензия на книгу А. Пайса // Эйнштейновский сборник, 1984—1985. — М.: Наука, 1988. — С. 304. — ISBN 5-02-000006-X.
  12. Dirk Soltau. Albert Einstein: 1905 – das Wunderjahr auf dem Papier (нем.). Дата обращения: 20 август 2010. Архивировано 11 август 2011 года. 2011 йыл 11 август архивланған.
  13. А. Эйнштейн «К электродинамике движущихся тел», Эйнштейн, А. Собр. науч. тр. в 4 тт. Т. 1. Работы по теории относительности. 1905—1920. — М.: Наука. 1965. С.56-57.
  14. Einstein A. Lettres a Maurice Solovine. — Paris, 1956. — P. 21.