Эстәлеккә күсергә

АҠШ-тың Виргин утрауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(АҠШ Виргин утрауҙары битенән йүнәлтелде)
АҠШ Виргин утрауҙары
United States Virgin Islands
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «United in Pride and Hope»
Государственный гимн АҠШ Виргин утрауҙары
Рәсми тел инглиз
Баш ҡала Шарлотта-Амалия
Эре ҡалалар Шарлотта-Амалия
Идара итеү төрө Неинкорпорированная организованная территория США
Президент
Губернатор
Барак Обама
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө

346,36 км²
1%
Халыҡ
• Һаны (2005)
• Халыҡ тығыҙлығы

112 000 чел. (200)
354 чел./км²
Валюта Доллар США (USD)
Интернет-домен .vi
Код ISO VI
МОК коды ISV
Телефон коды +1-340
Сәғәт бүлкәте -4

АҠШ Виргин утрауҙары (ингл. United States Virgin Islands) — Кариб диңгеҙе утрауҙары төркөмөндәге утрау, АҠШ-тың автономиялы биләмәһе. Биләмәләге иң ҙур утрауҙар: Сент-Крокс (207 км²) Сент-Томас — 83 км² һәм Сент-Джон — 52 км². Географик яҡтан Виргин архипелагы АҠШ Виргин утрауҙарынан һәм Британия Виргин утрауҙарынан тора.

Биләмәнең дөйөм майҙаны — 346,36 км². Баш ҡалаһы — Сент-Томас утрауында урынлашҡан Шарлотта-Амалия (ингл. Charlotte Amalie) ҡалаһы. Халыҡ һаны — 106 405 кеше (2010). Иң ҙур өс утрауы — Сент-Томас, Сент-Джон һәм Санта-Крус.

1917 йылдың 17 ғинуарында был биләмә Даниянан (Дат Вест-Һиндостаны) 25 миллион долларға һатып алына (бөтә формаллектәр шул уҡ йылдың 31 мартында тамамланған). Америка халҡы Америка Ҡушма Штаттары граждандары статусына эйә.

Виргин утрауҙарында тәүгеләрҙән булып сибонейҙар, карибтар һәм аравактар йәшәгән. 1493 йылда Христофор Колумб утрауҙы аса һәм уларға хәҙерге исемдәрен бирә.

1625 йылда утрауҙарҙа ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән инглиз һәм француз колонистары килеп ултыра. Артабан утрауҙарға бер-бер артлы Бөйөк Британия, Испания, Франция һәм Мальта ордены эйә булған.

1666 йылда Сент-Томас утрауын Дания биләп ала, оҙаҡламай ул Сент-Джон утрауын да баҫып ала, ә 1733 йылда Дания Франциянан Санта-Крус утрауын һатып ала. Даниялылар Сент-Томаста плантация хужалығына нигеҙ һалырға маташҡан, әммә ерҙең уңдырышлылығы түбән булыу сәбәпле, уңыш ҡаҙанмаған, һәм утрау ром һәм ҡолдар менән сауҙа итеү үҙәктәренең береһенә әйләнгән. Сент-Томас утрауының порты пираттар базаһына әйләнде. Санта-Крус утрауының ерҙәре уңдырышлыраҡ булған, һәм Данияға күскәндән һуң унда 200-гә яҡын шәкәр ҡамышы плантацияһына нигеҙ һалынған. 1848 йылда ҡара тәнле ҡолдар ихтилалы Дания Вест-Һиндостаны генерал-губернаторы Петр фон Шольтендың (Peter von Scholten) эмансипация тураһындағы закон нәшер итеүенә килтерә. Әммә әсирҙәрҙең 20%-ы ғына иреккә сыға, ҡалғандары ауыр шарттарҙа плантацияларҙа эшләүҙәрен дауам итә.

XX быуаттың 1917 йылы башына Санта-Крус утрауында шәкәр етештереү бөлгөнлөккә төшкән һәм 1917 йылдың яҙында Дания Вест-Һиндостаны утрауҙары 25000000 долларға (87 млн дат кронаһы) һатылған, һәм был Дат короллегенең йыллыҡ бюджетының яртыһын тәшкил итә[1]. Күп европалылар, үҙ имениеларын ҡалдырып, Данияға күсеп киткән. 1927 йылда утрауҙа йәшәүселәрҙең ҡалғандарына Америка ҡушма штаттары гражданлығы бирелә. 1927 йылда утрауҙа йәшәп ҡалыусыларға Америка Ҡушма Штаттары гражданлығы бирелә.

Утрауҙарҙың картаһы

Пуэрто-Риконан 60 км көнсығыштараҡ урынлашҡан утрауҙар төркөмө. Сағыштырмаса ҙур өс утрау — Сент-Томас, Сент-Джон һәм Санта-Крус. Шулай уҡ бик күп бәләкәй утрауҙар. Дөйөм майҙаны — 346,36 км2.

Утрауҙар убалы (иң бейек нөктәһе — 475 м), башлыса эзбизташтарҙан тора, боронғо кристалл йәки вулкан тоҡомдарын сығарыу урындары бар.

Климаты тропик, пассатлы, эҫе һәм дымлы, ике ҡоро миҙгеле бар. Дауыл һәм ер тетрәү йыш осрай. Йылға һәм күлдәрҙең булмауы, шулай уҡ ер аҫты һыуҙарының тәрән ятыуы күп яуым-төшөмгә ҡарамаҫтан, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡатмарлаштырған. Ямғыр һыуы махсус резервуарҙарға йыйыла. Сөсөләндереү ҡулайламаларын төҙөгәндән һуң был мәсьәлә башлыса хәл ителгән.

Утрауҙарҙың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын күп осраҡта кешеләр юҡ иткән. Мәңге йәшел тропик урмандарҙың ҡалдыҡтары башлыса милли парк биләгән Сент-Джон утрауында һаҡланған. Сент-Томас утрауында элекке плантациялар урынында һирәк урмандар һәм ҡыуаҡлыҡтар һаҡланған. Утрауҙы уратҡан диңгеҙ һыуҙары балыҡҡа, ҡыҫала һымаҡтарға һәм моллюскыларға бай.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Американың Виргин утрауҙарының административ картаһы.

Американың Виргин утрауҙары өс округтан тора, улар 20 районға бүленә.

Округ Һаны
районов
Административ үҙәге Майҙаны,
км²
Халҡы,
кеше. (2010)
Тығыҙлығы,
кеше/км²
1 Санта-Крус (Виргин утрауҙары) 9 Кристианстед 214,66 50 601 235,73
2 Сент-Томас 7 Шарлотта-Амалия 80,91 51 634 638,17
3 Сент-Джон (утрау) 4 Крус-Бей 50,79 4170 82,10
Барлығы 20 346,36 106 405 307,21
Возрастно-половая пирамида населения Виргинских Островов на 2020 год

2010 йылдың июленә ҡарата халыҡ иҫәбе 106 405 кеше тәшкил иткән.

Халыҡтың йыллыҡ кәмеүе — 0,06 %.

Тыуым — 1000 балаға 11,6 (йөклөлөк — ҡатын-ҡыҙға 1,81 бала);

Үлем — 1000 кешегә 7,0;

Эмиграция — 1000 кешегә 5,3.

Уртаса ғүмер оҙонлоғо: ир-егеттәрҙә — 76, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 82 йәш.

Этнораса составы: ҡара тәнлеләр — 76 %, аҡтар — 15,7 %, азиаттар — 1,4 %, метистар һәм башҡалар — 6,9 % (2010 й. халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Латин Америкаһы вәкилдәре 17,4 % тәшкил итә (уларҙың 9,9 % — ҡара, 2,2 % — аҡ): күбеһенсә пуэрторикандар (10,3 %) һәм доминикандар (5,4 %)[2].

Телдәре: инглиз — 74,7 %, испан йәки испан-креоль — 16,8 %, француз йәки француз-креоль — 6,6 %, башҡалар — 1,9 % (2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Диндәре: баптистар — 42 %, католиктар — 34 %, епископистар — 17 %, башҡалар — 7 %.

Территорияның башҡарма власть башлығы — 4 йылға дөйөм тауыш биреү юлы менән һайланған губернатор. Шулай уҡ дөйөм тауыш биреү юлы менән биләмәнең сенаты һайлана — 15 ағза, ике йыл мөҙҙәткә. Бынан тыш, территорияла йәшәүселәр Америка Ҡушма Штаттары вәкилдәре палатаһына бер депутат һайлай (тауыш биреү хоҡуғына эйә түгел). Биләмәлә йәшәүселәрҙең Америка Ҡушма Штаттары президентын һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы юҡ, шулай ҙа улар Америка Ҡушма Штаттарының Демократик һәм Республика партияларынан президентлыҡҡа кандидаттарҙы беренсел һайлауҙа (праймериз) ҡатнаша ала.

Сәйәси партиялар (2008 йылдың ноябрендәге һайлау йомғаҡтары буйынса):

  • Демократик партия (биләмә сенатында 10 депутат)
  • Бойондороҡһоҙ Граждандар хәрәкәте (биләмә сенатында 2 депутат)
  • Республика партияһы (биләмә сенатында күрһәтелмәгән)

Территориялар сенатында шулай уҡ 3 бойондороҡһоҙ депутат бар.

Территорияның иҡтисады туризмға нигеҙләнә — эске тулайым продукттың 80%-ы һәм эшләүселәр. Утрауға йыл һайын ике миллиондан ашыу турист килә.

Сәнәғәттә — нефть эшкәртеү (Санта-Крус утрауында донъялағы иң ҙур нефть эшкәртеү заводтарының береһе урынлашҡан), шулай уҡ ром, текстиль, фармацевтика продукцияһы етештереү, электрон ҡоролмалар һәм сәғәттәр йыйыу.

Ауыл хужалығы насар үҫешкән, аҙыҡ-түлектең күпселек өлөшө ситтән индерелә. Шәкәр ҡамышы, цитруслылар, йәшелсәләр үҫтерелә.

Халыҡ-ара финанс һәм коммерция хеҙмәттәре секторын үҫтерергә тырышалар.

Утрауҙарҙа юл хәрәкәтенең һул һәм уң яҡҡа ҡоролғанлығы тарихи күренеш.

  1. Ҡалып:Книга:Стен Буск, Хеннинг Поульсен: История Дании
  2. Kossler B. U.S. Census Shows V.I. Aging, Growing More Hispanic (ингл.). St. Thomas Source (5 февраль 2013). Дата обращения: 4 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 10 февраль 2013 года. 2013 йыл 10 февраль архивланған.

Страны и народы: В 20 тт. Америка. Общий обзор Латинской Америки. Средняя Америка / Редкол.: отв. ред. В. В. Вольский, Я. Г. Машбиц и др. — М.: Мысль, 1981. — 335 с., ил., карт.

Ҡалып:Американские Виргинские острова в темах Ҡалып:Вест-Индия

Ҡалып:Северная Америка