Аруба

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аруба
Aruba
Аруба Аруба гербы
Аруба флагы Аруба гербы

Координаталары: 12°30′21″ т. к. 69°58′17″ кб. о. / 12.505833° т. к. 69.971389° кб. о. (G) (O)

Гимн: «Aruba Dushi Tera»
LocationAruba.png
Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы 1 ғинүар 1986 (Нидерланд Антил утрауҙары дәүләтенән)
Рәсми тел нидерланд,

папьяменто

Башҡала Ораньестад
Эре ҡалалары Ораньестад,

Синт-Николас, Ноорд

Идара итеү формаһы конституцион монархия
'
Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %

193 км²
ҙүр түгел
Халыҡ
• Баһалау (2009)
Тығыҙлыҡ

103 065[1] кеше (Урыны: 195)
534,02 кеше/км²
Валюта Арубан флорины (AWG,код 533)
Телефон коды +297
Сәғәт бүлкәте -4

Ару́ба (нидерл. һәм Ҡалып:Lang-pap) — Кариб диңгеҙенең көньяғында Венесуэла ярҙары янында үҙидараһы булған дәүләт төҙөлөшлө утрау.Кесе Антил утрауҙарының иң көнсығышта урынлашҡаны. Нидерландтар Короллеге федерацияһы составындағы субъект. Ҡоро ер майҙаны — 193 км². Халҡы — 103 065 человек (2009). Баш ҡалаһы — Ораньестад ҡалаһы.

Климат[үҙгәртергә]

Аруба климаты — ҡоро тропик климат. Уртаса йыллыҡ температура 28 °C һәм йыл әйләнәһенә үҙгәрмәй тиерлек.[2] Тәүлек температура амплитудаһы, шулай уҡ 4 °C-тан артмай. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 432 мм, күп өлөшө октябрь һәм ноябрь айҙарында ҡойма ямғырҙар булып яуа.[3] Аруба тропик циклондар юлынан көньяҡтараҡ урынлашҡан, шуға күрә циклондар утрау иҡтисанына һирәк зыян уилтерә.[2]

Флора һәм фауна[үҙгәртергә]

Диви-диви ағасы

Яуым-төшөм кимәле бик түбән булыуға арамаҫтан утрау флораһы бик бай. Утрауҙа иң таралған үҫемлек — диви-диви ағасы. Шулай уҡ кактустар киң тралған. Шулай уҡ Алоэ үҫә, тик хәҙер XX быуат башындағы кеүек киң таралмаған. Көньяҡ яр буйлап плюмерия, гибискус, бугенвилия, деллоникс царский, олеандр, кокосовая пальма, папайя, манго, лимон, миндаль һәм башҡа үҫемлектәр үҫә [4].

Аруба утрауында хайуандар юҡ, әммә кәҫәрткеләрҙең 8 төрө осрай — 3 төр тейид (Teiidae) һәм 5 төр геккон (Gekkonidae), йыландарҙың ике төрө — каскавелла, йәки шаңғырауыҡ йыландар (Crotalus durissus) һәм аруба бесәй күҙле йыландар (Leptodeira bakeri), яр буйы һыуҙарында бисса (Eretmochelys imbricata) ташбаҡалары тереклек итә [5].

Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка араһындағы миграция осоронда тиҫтәләгән ҡоштар туҡталып китә. Улар араһында сарҡылдаҡтар, селәндәр, берғаҙандар, аҡсарлаҡтар, бакландар бар. Яр буйҙарындағы һыуҙарҙа диңгеҙ алабуғаһы, балыҡ-попугай, диңгеҙ фәрштәһе, йыланбалыҡ, манта, лобстерҙар тереклек итә.[4].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Aruba from the CIA World Factbook
  2. 2,0 2,1 Aruba Weather (en). Visitaruba.com. 17 сентябрь 2008 тикшерелгән.
  3. Aruba (en). Microsoft® Encarta® Online Encyclopedia. 6 июль 2008 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Aruba Flora and Fauna (en). Aruba-travelguide.com. 6 июль 2008 тикшерелгән.
  5. The Reptile Database

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


{{{заголовок}}}

Ҡалып:Нидерландтарҙыә Кариб диңгеҙендәге биләмәләре Ҡалып:Төньяҡ Америка Ҡалып:Кариб диңгеҙе янындағы илдәр Ҡалып:Вест-Индия Ҡалып:КАРИКОМ


Донъя Был илдәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.