Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 апрель 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҫке Сибай ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы, актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы (3 апрель 1974 йыл) — йырсы, ҡурайсы, актёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов 1974 йылдың 3 апрелендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урта мәктәптә уҡыған саҡта музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә (етәксеһе БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сөләймәнов Ә. Ф.)[2].

Артабан Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында белемен камиллаштыра (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ришат Рәхимов) (1989—1993). 1993—1997 йылдарҙа Сибай педагогия институтының музыка факультетында белем ала. 1994 йылдың февраль айынан Сибай дәүләт филармонияһына курайсы — солист булып эшкә алына. Шул уҡ йылда «Йәш башҡарыусылар» конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була.

1995 йылда «Арҡайым» төркөмө менән берлектә «Урал моңо — 1995» халыҡ-ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була. 1996 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгән төбәк-ара «Ирәндек моңдары» конкурсы лауреаты, ә 1998 йылда «Йыл актёры» номинацияһында еңеүсе тип табыла (Өфө)[2].

1997 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо театрҙа хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта (1998 йылға тиклем) Өфө сәнғәт институтының ике бүлегендә (башҡорт фольклоры һәм театр) уҡый[2]. Рәсәй академия театрының сәнғәте (РАТИ ГИТИС) институтының продюсерлыҡ факультетын тамамлай (2009)[3].

Башҡорт академия драма театрҙағы ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нөгөш яусыһы («Маҡтымһылыу, Аблай һәм ҡара юрға»)
  • Атамыш («Һуңғы ғәйнә»)
  • Ҡәнзәфәр Усаев («Салауат Юлаев»)
  • Сәсән, Ҡарт, Үгеҙ, Кәкүк, Зәркүм («Урал батыр»)
  • Василий Данилыч Вожеватов («Бирнәһеҙ ҡыҙ»)
  • Ринат («Хыял диңгеҙе»)
  • Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»)
  • Аҙнай («Нәркәс»)
  • Хажмөхәмәт («Әхмәтзәки Вәлиди Туған»)
  • Сеньор Бальбоа, Пастор («Иң бәхетле төн»)[4].

Сәғиҙулла Байегет ижад иткән йырҙар исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аиша
  • Арҡайым
  • Ағай тимәгеҙ, ҡыҙҙар
  • Бергә
  • Бушаныуҙар кәрәк күңелгә
  • Дуҫтар
  • Дәртле саҡтар
  • Егеттәр йыры
  • Ирендәрең
  • Йәндәремә йән өрөүсе
  • Йәшәргә теләк
  • Кил бейергә
  • Кил, иркәм
  • Килеп тә йөрөмә
  • Күләгә
  • Көләйек
  • Ла, ла, яратам
  • Максимум
  • Мөхәббәт, сәхнә
  • Онот
  • Парлыларға
  • Рәхмәт, туғандар
  • Сибай ҡыҙҙары
  • Сибәр ҡыҙ
  • Сәскәләр бир
  • Тамашасыма рәхмәт
  • Ғүмерҙәр
  • Ҡобайыр
  • Һаумы, йәшлегем
  • Һағындым һөйгәнемде
  • Һағындырҙы Сабаҡлы буйҙары
  • Һиңә табынам
  • Һылыу
  • Һүнгән инде һөйөү ялҡыны
  • Әстәғафирулла
  • Өс егет

Сәғиҙулла Байегеттең репертуарындағы башҡа авторҙар йырҙары

  • Йәшлегем яҙҙары (Үҙәнбаев Юлай музыкаһы / Абдуллина Лариса һүҙҙәре)
  • Кисер мине, әсәй (Хәсәнов Рим музыкаһы/ Иҙрисов Ғилман һүҙҙәре)
  • Тыуған яҡ (Мөхәмәдиев Венер музыкаһы / Иҙрисов Ғилман һүҙҙәре)
  • Уйнаһын әле ҡурайым (Низаметдинов Салауат музыкаһы / Һаҡмар Лилиә һүҙҙәре)
  • Ҡара муйыл (Дауытов Нур музыкаһы/ Нәжми Назар һүҙҙәре)
  • Ҡартаямы һуң йөрәк (Ибраһимов Суфиян музыкаһы / Нуруллин Г. һүҙҙәре)[3].

Киноролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шүлгән роле — «Шүлгәнташ. Ысын әкиәт» фильмы. (2014, 60 мин., продюсер — Гөлназ Ҡолһарина, режиссерҙар — Ләйсән Солтанғолова, Рөстәм Аҙнабаев)[5].
  • Геройҙың йәш сағы — «Миҙал», ҡыҫҡа метражлы фильм, реж. Ә. Нурмөхәмәтов
  • Хулиган егет — «Таныш түгел таныштар», музыкаль фильм, реж. Азамат Хужәхмәтов
  • Геройҙың йәш сағы — «Елғыуар», тулы метражлы фильм, реж. А. Йомағолов
  • Рәйес роле — «Беҙҙең өйҙөң йәме» («Һеңлем», 2018) тулы метражлы фильм, реж. А. Галибин, сцен. А. Аҡманов

Шулай уҡ: Сәғиҙулла Байегетов республика халҡына төрлө конкурстарҙы, концерттарҙы алып барыусыһы булараҡ билдәле. «Сәғит, Сәғиҙулла, Сәғиҙулушка» автобиографик китап авторы (2015).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана
  2. 2,0 2,1 2,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  3. 3,0 3,1 Плейлист
  4. Сайт Башдрама 2018 йыл 1 ноябрь архивланған.
  5. Шульганташ. Настоящая сказка / Shulgantash. The true fairytale

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]