Театр
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Театр (бор. грек. θέατρον — тамаша ҡылыу урыны, θεάομαι — ҡарайым, күрәм) — авторҙың (ижад итеүсенең) уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын тамашасыларға еткерә торған сәнғәт төрө.
Актёр авторҙың хис-тойғоларын тамашасыларға еткереүе — тамаша тип атала. Ҡағиҙә булараҡ, актёр пьессала яҙылған кисерештәрҙе күрһәтә. Тамаша ваҡытында актёр үҙенең кәүҙәһе, хәрәкәттәре, тауышы, төрлө предметтар ярҙамында эш итә.
[үҙгәртергә] Театр төрҙәре
- драма
- опера
- мюзикл
- балет
- пантомима
- оперетта
- балалар театры
- ҡурсаҡ театры
- бейеү театры
- күләгәләр театры
- хайуандар театры
- абсурд театры
- пародия театры
- йыр театры
- эстрада театры
- бер актёр театры
[үҙгәртергә] Башҡортостан театрҙары
- Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡорт опера һәм балет театры
- Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры
- М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры
- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры
- "Нур" Өфө дәүләт татар театры
- Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры
- Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры
- Салауат башҡорт дәүләт драма театры
- А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры
- Туймазы татар дәүләт драма театры