Балаҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балаҫ
Рәсем

Балаҫ (фарсы. пелас; рус. Палас) — ҡулдан туҡылған ике яҡлы, өбөрөһөҙ килим, туҡыма һуғыу ысулы менән эшләнә. Молдавияла, Кавказда һәм Урта Азияла, Рәсәйҙә — атап әйткәндә, Башҡортостанда (унда килим балаҫ тип атала), шулай уҡ Болгария, Һиндостан, Иран, Румыния һәм Төркиәлә етештерелә.

Башҡорт балаҫтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Табын ырыуы йыйыны. Балаҫ һуғыу станогы

Ғәҙәттә башҡорттар яҡтары 50-60 см тәшкил иткән бер нисә балаҫ туҡыған һәм шуны ҙур киндер туҡымаға ҡуша теккән. Элегерәк бындай балаҫты ат өҫтөнә япҡандар, тирмәләрҙе ҡаплағандар. Тирмә эсендәге бөтә әйберҙәргә балаҫ ябылған; стенаға эленгәнен өбөрөһөҙ балаҫты келәм тип тә атағандар.

Өбөрөһөҙ балаҫ һике ябыулығы булараҡ ҡулланылған, һәм бындай ҡулланма сәнғәт, кәсепселек төрө киң таралған.

Тышлы кейеҙ, эсле балаҫтарға ҡуша тегелгән буй биҙәкле келәмдәр матрац хеҙмәтен үтәгән. Кескәй дәүмәлдәге балаҫты ябынып, баш аҫтына мендәр урынына һалып, йоҡлағандар.

Биҙәктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыш ҡына балаҫтарҙа стилләштерелгән кеше һәм йәнлек һындарын, квадрат, ромб, һигеҙ саталы розеткалар һәм х-һынлы фигуралар осрай. Башҡортостандың көньяғында биҙәге буйға урынлаштырылған төрлө төҫлө киртләсле йәки шыма һыҙаттарҙан торған буй балаҫтар күп етештерелә. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында, көнбайышында һәм үҙәк өлөшөндә, Дим һәм Ыҡ йылғалары бассейнында, Ағиҙелдең урта һәм аҫҡы ағымында ҡайма менән ситләнгән геометрик орнаментлы аҫалы балаҫтар туҡыла. XX быуатта үҫемлек орнаменты тарала.

Башҡортостандың үҙәк һәм көнбайышында ҙур булмаған оҙон өлпәкле һәм 1-2 рәт эре розеткалы — ромб, алты мөйөшлө медальондарҙан йәки ҡуш мөгөҙ һындар мотивына ҡоролған балаҫтар һуғалар. Ҡайма һүрәтенең төп фигуралары — кәкерсәк, сатраш һыҙыҡтар, ромбтар рәте һ. б. Был балаҫтар милли стилдәге биҙәкле йәки бөтөнләй һүрәтһеҙ, сыбар була. Традицион башҡорт балаҫтарында биҙәк һәм рәсемдәр системаһыҙ кеүек күренһә лә, ысынында был улай түгел. Төп элементтары — төп һүрәт һәм ҡайма. Келәмдәге һәр бер һүрәт үҙ-ара бәйләнгән һәм ниндәйҙер мәғәнәгә эйә. Башҡорттарҙың геометрик һәм кәкере һыҙыҡлы үҫемлек традицион орнаменты һәр ваҡыт тигеләй симметриялы — үҙәк уртаһынан ике яҡлап пропорциональ урынлашҡан. Үҙәк һыҙат — тормош нигеҙе.

Һарыҡ йөнөнән һәм кәзә дебетенән иләнгән еп файҙаланғандар, ҡайһы ваҡыт кизе-мамыҡ еп ҡушҡандар. Балаҫты горизонталь станок-урында һуҡҡандар. Нигеҙҙә, буй биҙәкле балаҫ (буй балаҫ) һәм геометрик йәки сәскә-үҫемлек биҙәкле келәм, аҫалы балаҫ, һирәгерәк өбөрөлө балаҫ (кейеҙ, келәм) эшләгәндәр. Традицион балаҫты тар шөйтөлө станокта тар (18-25 см) итеп һуҡҡандар, артабан кәрәкле оҙонлоҡта ҡырҡып алып, остарын теккәндәр. Буй һыҙыҡлы балаҫтың биҙәге буй ептән яһалған һәм төрлө төҫлө шыма йәки һырлы таҫмаларҙан торған, төҫтәре билдәле бер аралыҡтан ҡабатланып килгән. Буй балаҫтар, нигеҙҙә, Урал аръяғында һәм Башҡортостандың көньяғында таралған. Биҙәкле балаҫты киңерәк (40-60 см) итеп һуҡҡандар, сите төп өлөшө менән бергә, һирәгерәк айырым һуғылған; балаҫта 2-3 буй бергә ҡушылған. Биҙәк төшөргән ваҡытта арҡау еп төп роль уйнаған. Һәр төҫтөң үҙ һоҫаһы булған; биҙәк элементтары ҡушылған урындарҙа буй еп ике яҡтан эләктерелгән[1].

Төҫ һайлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт келәмендә төҫтәр — иң мөһиме. Ҡыҙыл — ут һәм йылылыҡ, һары — муллыҡ һәм байлыҡ төҫө, ҡояш символы, ҡара — уңдырышлы тупраҡ төҫө, йәшел — мәңге йәшеллекте, аҡ — уй-фекер сафлығын һәм тыныслыҡты яратыуҙы, күк — һауа һәм азатлыҡ тойғоһон, ә көрән — ҡартлыҡты һәм шиңеүҙе сағылдыра.

Таулы малсылыҡ райондарында XX быуат уртаһына саҡлы буй һыҙыҡлы тар балаҫтар (дорожки) туҡыу йолаһы һаҡланған. Ҡара көрән һәм ҡара фонда тар һары, зәңгәр, ал, аҡһыл көрән һ. б. буйҙар аралаштырып бирелә. Был төрлө төҫтәр «бәрмә тулҡын» эффектын сағылдырып урынлаштырыла. Дим йылғаһының үрге ағымында етештерелгән келәмдәрҙә фон бөтөнләй тиерлек күренмәй. Йышыраҡ сейә көрән, шәмәхә, күксин, ал төҫтәр ҡулланыла. Был осраҡта, симметрия юғалған кеүек булһа ла, талғын-һалмаҡ динамика барлыҡҡа килә.

Туҡыманың ҡыҙыл ерлегендә биҙәктәр яһалған; унда контраст буйынса сиратлаша барған һары, аҡ, ҡара һәм йәшел төҫтәр өҫтөнлөк иткән. Башҡортостандың Төньяғында һәм Көнбайышында алтынлатылған ерлек ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, күксин йәки зәңгәр төҫтәр берләшә[2].

Тантаналарҙа ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүмәлдәре йышыраҡ 80 — 100 см киңлектә, оҙонлоғо 3 метрҙан 15 метрға тиклем һәм унан да күберәк була. Балаҫтар сигеүҙәр, аппликациялар һәм ҡулдан эштәренең башҡа төрҙәре менән биҙәлгән. Буяу технологияһы үҫеше менән балаҫтарҙың төҫтәре лә үҙгәрә.

Ҡыҙыл балаҫтар түшәлгән «Ҡыҙыл келәм юлы»[3] популярлыҡ яулай, улар фестивалдәр, форумдар, балдәр йәки башҡа мөһим ваҡиғалар һәм саралар асыу тантаналарында тантаналылыҡтың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. «Дан Аллеяһында», самолет баҫҡысы, причал янында осратырға мөмкин. Балаҫтар ғәҙәттә баҫҡыстарҙа ята, залдарҙа һәм коридорҙарҙа түшәлә.[4]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964
  2. Янбухтина А. Г. Предметы узорного ткачества //Народные традиции в убранстве башкирского дома. Уфа, 1993
  3. Jürgen Hartmann, Staatszeremoniell. 4. Auflage, Köln u. a. 2007
  4. ковровая дорожка — история появления(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ручное ткачество: технология изготовления башкирских паласов

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964;
  • Янбухтина А. Г. Предметы узорного ткачества //Народные традиции в убранстве башкирского дома. Уфа, 1993.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.