Бороздинка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бороздинка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Әлмән

Ауыл биләмәһе

Бороздинка ауыл советы

Координаталар

54°54′12″ с. ш. 62°55′23″ в. д.HGЯO

Бейеклеге

183 м

Халҡы

320[1] кеше (2014)

Милли состав

рустар, башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

37 202 808 001

Код ОКТМО

37 602 408 101

Бороздинка (Рәсәй)
Бороздинка
Бороздинка
Бороздинка (Ҡурған өлкәһе)
Бороздинка

Бороздинка — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы ауыл. Бороздинка ауыл советының административ үҙәге.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Ҡурған өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяҡ өлөшөндә, урман-дала зонаһында, Бороздинка, Асайдыкүл, Амиткүл (Алиткүл, Умиткүл, Умеркүл) күлдәренең һәм быуаның яр буйҙарында, райондың административ үҙәге Әлмән ауылынан көнбайыш-көньяҡ-көнбайышҡа табан 42 километр алыҫлыҡта (автомобиль юлы буйынса 46 км) һәм Ҡурған ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 165 км (автомобиль юлы буйынса 193 км) алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 183 метр[2].

Климаты

Климаты континенталь, дымлылығы етерлек түгел, ҡышы ҡарһыҙ, йылы һәм ҡоро йәй. Иң һыуыҡ айҙың күп йыллыҡ уртаса температураһы (ғинуар) -17,7°с, иң йылы айҙың (июль) температураһы +25,2°с. яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 370—380 мм. Ҡар япмаһы йылына 150—160 көн һаҡлана[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бороздинка утары XX быуат башында нигеҙ һалына, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Һарт-Ҡалмаҡ улусына ҡарай. 12-се әйләнеш статьяһы (Бейәле), XIX быуат аҙағында шул уҡ өйәҙҙең Ҡатай улусында, Мырҙабай ауылы башҡорттары урыҫ крәҫтиәндәренә ҡуртымға биргән ерҙәрҙә нигеҙ һалына. Халыҡ Тамбов губернаһынан күсеп килгән. 1916 йылда 12-се Статьяла 1 кибет була.

1918 йылдың йәй башында аҡ гвардия власы урынлаштырыла (26 майҙа аҡ чехтар Силәбе ҡалаһын, 4 июндә Шумиха станцияһын баҫып ала).

1919 йылдың 15 июлендә Көнсығыш фронтында 1-се Сембер эшсе полкы Парамоново ауылы янында аҡ казактар менән ҡаты алыш алып бара. Һуғыш 20 сәғәт дауам итә һәм аҡтарҙың еңелеүе менән тамамлана. Һуғышта полк командиры Космовский һәм уның ярҙамсыһы Фокин һәләк була.

1917 йылда ауыл Башҡортостан мөхтәриәтенең Иҫкен-Ҡатай кантоны, 1919 йылдың 20 мартынан Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Ялан кантоны составына инә.

1919 йылда составына Бейәле ауылы (12-се статья) ингән Мырҙабай ауыл советы ойошторола (был ауыл советы составына Бороздинка заимкаһы һәм Ильяс ауыл советы инә).

Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1923 йылдың 3 һәм 12 ноябрендәге ҡарарҙары менән Урал өлкәһенең Силәбе округы ойошторола. Мырҙабай ауыл советы ошо округтың Ялан районына, ә Ильяс ауыл советы шул уҡ округтың Ҡатай районына инә. 1926 йылдың 3 октябрендә Ильяс ауыл советы Искәндәр ауыл советы тип үҙгәртелә.

1928 йылда ауылдар берләшә, Бороздинка ауылы барлыҡҡа килә, 57 ихатанан торған ауыл хужалығы артеле ойошторола[4].

1930-сы йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Ялан-Ҡатай районында Бороздинка ауыл советы булдырыла.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 12 ноябрендәге һәм 17 декабрендәге указдары менән Ялан-Ҡатай районы Әлмән һәм Сафакүл райондарына бүленә. Бороздинка ауыл советы Әлмән районы составына инә.

1957 йылдың февралендә Бороздинка ит-һөт совхозы ойошторола. 1957 йылда икмәк һатыу буйынса план 200% үтәлә. 1965 йылда малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн «Бороздинский» совхозы өлкә почет таҡтаһына индерелә һәм КПСС өлкә комитетының һәм өлкә башҡарма комитетының Почет грамоталары менән бүләкләнә, совхоз директоры П.А. Едемский Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
19262010[5]2012[6]2013[7]2014[1]
163326320320320


Ауыл составына индерелгән тораҡ пункттарҙы иҫәпкә алып халыҡ һаны.

Атамаһы 1891 1901 1916 1926
Бороздинка 62 163
12-се оброк статьяһы (Бейәле) 258 120 195 266
Йәмғеһе 258 120 227 429
Гендерлы составы

2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың гендер структураһында ир-егеттәр 46%, ҡатын-ҡыҙҙар 54% тәшкил итә.

Милли составы

1926 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бороздинка заимкаһында һәм Бейәле ауылында (12-се статья) урыҫтар йәшәгән.

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында урыҫтар — 58%, башҡорттар 35% тәшкил итә[8].

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ауыл мәҙәниәт йорто.
  • Урта дөйөм белем биреү мәктәбе 1969 йылдың 1 сентябрендә асыла[9].
  • Балалар баҡсаһы 1959 йылда асыла, 1962 йылда һәм 1987 йылда яңы бинаға күсерелә[10].
  • Фельдшер-акушерлыҡ пункты.
  • Почта бүлексәһе.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға стела 1975 йылда асыла. Ватан Һуғышы ордены һүрәте һәм 1941-1945 һандары менән бетон стела һәм хәрби формала һәм каскала автоматлы һалдаттың рельефлы һүрәте. Стелала «Геройҙарға мәңгелек хәтер» һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың фамилиялары яҙылған[11].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда 9 урам бар[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Отчет Главы Бороздинского сельсовета о результатах его деятельности, деятельности Администрации Бороздинского сельсовета за 2013 год
  2. Borozdinka (ингл.). GeoNames.
  3. Схема территориального планирования Альменевского района Курганской области. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП). Дата обращения: 9 февраль 2020. Архивировано 19 октябрь 2020 года.
  4. ИСТОРИЧЕСКАЯ СПРАВКА - с. Бороздинка. Дата обращения: 11 июнь 2022. Архивировано 19 август 2019 года.
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  6. Отчет главы Бороздинского сельсовета Мухамедьжанова Рафаела Накиевича за 2011 год
  7. Отчет главы Бороздинского сельсовета Мухамедьжанова Рафаела Накиевича за 2012 год
  8. Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России». Дата обращения: 9 февраль 2020. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
  9. МКОУ "Бороздинская средняя общеобразовательная школа". Дата обращения: 11 февраль 2020. Архивировано 21 февраль 2020 года.
  10. МКДОУ "Бороздинский детский сад". Дата обращения: 11 февраль 2020. Архивировано 3 февраль 2020 года.
  11. Обелиски нашей памяти.
  12. Регионы России → Курганская обл. → Альменевский р-н → Бороздинка с. Дата обращения: 9 февраль 2020. Архивировано 5 апрель 2015 года.