Бәрзәх

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәрзәх
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле
 Бәрзәх Викимилектә
"Был Донъя Һәм Киләсәк араһында

Бәрзәх (ғәр. برزخ‎ — кәртә‎; рус. Барзах) — ислам эсхатологияһында кешенең үлеменән һуң йәне теге донъяла терелеү көнөнә тиклем тороп торған аралыҡ. Ҡөрьәндә телгә алына.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәрәп телендә бәрзәх һүҙе «һыу айырғыс», «тар канал», "диңгеҙҙе бүлеүсе"мәғәнәләренә эйә[1]. Был мәғәнәлә «бәрзәх» һүҙе Ҡөрьәндең Әр-Рәхмән сүрәһенең 20-се аятында ҡулланыла[2].:

« «Аллаһы тәғәлә ике даръяға юл бирҙе, береһенең һыуы сөсө, икенсеһенеке тоҙло һәм әсе. Улар осраша, әммә араһында улар бәрзәх бар. Улар бер-береһенә ҡушылмаҫтар. Был даръяларҙан мәхлүктәргә күп файҙа бар. Был - Аллаһтың ниғмәте. Шулай булғас, әй әҙәмдәр, Раббығыҙҙың ниғмәттәренән ҡайһыһын инҡар итәһегеҙ?
»

Күҙәтеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам эсхатологияһында кеше йәненең дүрт стадияһы бар:

  1. тыуғанға тиклемге тормош;
  2. ер тормошо (донъя);
  3. вафатынан һуң тормошо (бәрзәх);
  4. ожмахта йәки тамуҡта мәңгелек тормош (ахирәт).

Ислам сығанаҡтарында бәрзәхтә йәндәрҙең тормошо тураһында мәғлүмәт бик аҙ, шуға күрә был тормоштоң ысын асылы һәм ентекле мәғлүмәттәре мосолмандарға асыҡ түгел[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).