Йәжүж менән Мәжүж

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йәжүж менән Мәжүж (ғәр. يأجوج ومأجوج ‎.— йәджүдж үә мәджүдж) — ислам эсхатологияһында, алыҫ көнсығышыта йәшәгән, ерҙә боҙом менән шөғөлләнгән ҡәбиләләр[1]. Изге Яҙмалағы Гог һәм Магогҡа тура килә[2].

Ҡиәфәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риүәйәт буйынса, Йәжүж менән Мәжүж иҫ киткес ҙур кәүҙәле. Уларҙың ҡайһы берҙәренең ҡолаҡтары кәүҙәһен ҡапларлыҡ булған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа киреһенсә — улар тәпәш буйлы һәм яҫы йөҙлө тип раҫланыла. Алишер Навои Хәмсә тигән әҫәрендә йәжүждәрҙе «ете иле» сәсле, ҙур ҡолаҡлы, һары-ҡара йөҙлө, ҡабан тешле һәм тут-ҡыҙыл һаҡаллы итеп тасуирлай[3].

Йәшәгән урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алишер Навои йәжүждәрҙе Мәғрибтән төньяҡҡа ҡарай Фаранг иле менән күршеләш урынлаштыра. Йәжүждәр таулы Кирван иле аша һөжүм итә, уныһы Каф тауҙарының бер өлөшө булып тора[3].

Кәртәләр төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәжүж менән Мәжүж Ҡиәмәт көнөнөң билдәһе булып тора һәм Әл-Кәһф сүрәһендә телгә алына[4].

Йәжүж менән Мәжүжхалыҡтарының ерҙә боҙом менән шөғөлләнеүе сәбәпле, хаҡ тәҡүә Зөлҡәрнәй[5] улар араһында диуар төҙөй. Һәр төн улар диуар аҫтын ҡаҙалар, әммә иртән Аллаһ уларҙың бар эшен юҡҡа сығара.

Йәжүж менән Мәжүж Ғайса пәйғәмбәр) икенсе тапҡыр килгәндән һуң стенаны емерә ала һәм шул саҡта улар бөтә ерҙе тултырасаҡ. Ҡөрьәнгә ярашлы, Йәжүж һәм Мәжүж «һәр ҡалҡыулыҡтан аҫҡа килеп төшәсәк»[6].

Һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғайса пәйғәмбәр Дәжжәлде еңгәндән һуң был ваҡытҡа бөтә ерҙе буйһондорасаҡ һәм бик күп кешеләрҙе үлтерәсәк Йәжүж менән Мәжүж ҡәбиләләренә ҡаршы динлеләрҙе һуғышҡа алып барасаҡ. Йәджүж һәм Мәжүж ҙур йылғаларҙан һәм күлдәрҙән бөтә һыуҙы эсеп бөтәсәк һәм күккә ата башлаясаҡ. Ғайса пәйғәмбәр уның армияһын еңә алмай, Аллаһтан ярҙам һорай. Аллаһ Йәжүж менән Мәжүж ҡәбиләләренә селәүсен-ҡорттар ебәрә һәм шулар уларҙың танауҙарына, ауыҙҙарына, ҡолаҡтарына тыңҡыслап тула.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Али-заде, 2007
  2. Ислам: ЭС, 1991
  3. 3,0 3,1 Стена Искандара, LXVIII
  4. Әл-Кәһф https://ru.quranacademy.org/quran/18:93-98/kul
  5. Согласно разным преданиям, Зуль-Карнайном мог быть Александр Македонский, персидский царь Дарий III, лахмидский царь аль-Мунзир, йеменский царь аль-Акран («рогатый») и др.
  6. Әл-Әнбиә https://ru.quranacademy.org/quran/21:96-96/kul

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. [144-145 Йаджудж и Маджудж] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Йаджудж и Маджудж // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 119. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Йаджудж и Маджудж / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — С. 606.