Һарут менән Марут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарут менән Марут
ғәр. هاروت وماروت
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Сихыр

Гражданлығы:

Вавилон

Категория:

Фәрештәләр

Ҡөрьәндә телгә алыу:

Әл-Бәҡара 2:102

Кәрәмәт һәм билдәләр:

Ир менән ҡатынды айырылыштырыу

Бәйле персонаждар:

Сөләймән

Һарут менән Марут (ғәр. هاروت وماروت‎) — Сөләймән пәйғәмбәр йәшәгән осорҙа Вавилонда булған һәм йәһүдтәрҙе сихырға өйрәткән ике фәрештә (малаика). Һарут менән Марут йәһүдтәрҙе сихыр ҡулланыу килтергән эҙемтәләрҙән киҫәткән. Ҡөрьәндә телгә алыналар:

« Улар Сөләймән батшалығында шайтандар уҡыған нәмәгә эйәрҙеләр. Сөләймән кафырҙарҙан түгел ине. Шайтандар кафыр ине, улар кешеләрҙе сихырға һәм Бабилдә (Вавилонда) Һарут менән Марут тип аталған ике фәрештәгә төшөрөлгән нәмәне һәм сихырҙы кешеләргә өйрәтте. Әммә был икәү (фәрештәләр): «Беҙ — фетнә-һынау ғына, иманһыҙ була күрмә!»— тип алдан әйтмәйенсә тороп, бер кемде лә өйрәтмәне. Улар шул ике фәрештәнән ирҙе һәм ҡатынды нисек айырырға икәнлеген өйрәнделәр. Әммә улар Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бының менән бер кемгә лә зарар килтерә алманылар. Улар, үҙҙәренә зыян килтереп, файҙа бирмәй торған нәмәгә өйрәнделәр, һәм улар бының өсөн Ахирәттә өлөшө булмаясағын беләләр ине. Был яманлыҡты улар үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алды. Әгәр улар быны белһә ине!
»

Һарут һәм Марут тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул саҡта сихырсылыҡты яҡшы нәмә итеп күрһәтеп, Сөләймән пәйғәмбәрҙән тип алдаған Иблистәрҙән айырмалы, Һарут менән Марут: «Был ауыр гонаһ һәм иманһыҙлыҡ билдәһе, ә үҙебеҙ Раббының һынауы ғына булып торабыҙ», — тип аңлатҡандар[1]. Әммә кәңәштәргә һәм иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәгән кешеләр сихырсылыҡ тураһында тулы белем алған, шуның менән үҙҙәрен Яуап көнөндә теләһә ниндәй аҡлауҙан мәхрүм иткәндәр.

Шулау уҡ уҡығыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Али-заде, А. А. Харут и Марут // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • исламАли-заде, А. А. [854 Харут и Марут] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Харут и Марут // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 275. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Харут и Марут / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 584.
  • Hārūt wa-Mārūt / Vajda, G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Ангелы Харут и Марут 2021 йыл 1 март архивланған. Islam на Неве