Асия бинт Музаһим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асия бинт Музаһим
ғәр. آسيا
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Боронғо Мысыр
Титул королева[d]
Хәләл ефете Фирғәүен (персонаж)

Асия бинт Музаһим (ғәр. آسيا بنت مزاحم‎, рус. Асия бинт Муза́хим) — Ҡөрьән персонажы, Муса пәйғәмбәр заманында идара иткән Фирғәүен ҡатыны. Мосолмандар уны бөйөк ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булараҡ хөрмәт итә. Ислам риүәйәттәрендә Мөхәммәт пәйғәмбәр Асияны ислам тарихында дүрт бөйөк ҡатын-ҡыҙ араһында телгә алған, тиелә. Улар: Мәрйәм Инә (Ғайса пәйғәмбәр әсәһе), Мөхәммәттең беренсе ҡатыны Хәҙисә бинт Хүвәйлид һәм уның ҡыҙы Фатима.

Асия (оҙон ҡара сәсле) һәм уның хеҙмәтселәре һыу инеүҙе тамамлап торғанда Нилда бер бала табыла, ул Муса була.[1] Уларҙың кейеме ағаста эленеп тора, ә йылға тулҡындары һәм кикректәре ҡытай стилендә эшләнгән. Фарсыса Жәми әт-тәүәрихтағы һүрәт

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асия Фирғәүен ҡатыны була. Иренән айырмалы рәүештә, ул диндар һәм тәҡүә ҡатын булған. Байлығына ҡарамаҫтан, ул ире кеүек тәкәббер булмай. Бер ваҡыт Асия үҙенең хеҙмәтселәре менән Нил буйына килә һәм йылғала йөҙөп барған кәрзинде күрә. Асия кисекмәҫтән йылғанан кәрзинде алып сығырға бойора, һәм хеҙмәтселәр уның эсендә ятҡан малайҙы табалар. Асия иренә бала тураһында һөйләй һәм уны тәрбиәгә алырға күндерә. Шунан һуң Асия Мусаға, ҡатын баланың ысын әсәһе икәнен белмәйенсә, һөт инәһе тәғәйенләй[2][3]. Ислам риүәйәтендә иренең язаһынан ҡурҡып, Асияның йәшерен рәүештә Аллаһҡа табыныуы, һәм ире уның ғибәҙәт ҡылыуын күргәс, язалаған ваҡытында вафат булыуы тураһында бәйән ителә[4].

Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрендә, Асия ожмахҡа индерелгән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе буласаҡ, тип әйтелә. Ҡөрьәндә Асия бөтә мосолмандар өсөн дә өлгө сифатында телгә алына[3][4][5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Avner Gilʻadi. Infants, Parents and Wet Nurses: Medieval Islamic Views on Breastfeeding and Their Social Implications. — Brill Publishers, 1999. — ISBN 9789004112230.
  2. Ṭabarī; Brinner, William M. The children of Israel. — SUNY Press, 1991. — ISBN 0-7914-0688-1.
  3. 3,0 3,1 Wheeler, Brannon M. Prophets in the Quran: an introduction to the Quran and Muslim exegesis. — Continuum International Publishing Group, 2002. — ISBN 0-8264-4957-3.
  4. 4,0 4,1 Renard, John. Windows on the house of Islam: Muslim sources on spirituality and religious life. — University of California Press: Continuum International Publishing Group, 1998. — ISBN 0-520-21086-7.

  5. Turfe, Tallal Alie. Patience in Islam: sabr. — TTQ, INC., 1996. — ISBN 1-879402-32-7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Āsiya / Wensinck, A.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)