Венгрия тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Венгрия тарихы
Дәүләт  Венгрия
 Венгрия тарихы Викимилектә

Венгрия тарихы — илдең венгр халҡының ата-бабалары мадьярҙарҙың IXX быуаттарҙа бөгөнгө Венгрия биләмәләренә күсеп ултырған осорҙан алып бөгөнгө көнгәсә тарихы.

Венгрҙарҙың Дунайға күсенеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

X быуатта венгрҙарҙың Европа илдәренә һөжүмдәре. Ҡыҙыл төҫ менән венгрҙар күсеп ултырған биләмәләр күрһәтелгән.

Бөгөнгө тарих фәне венгрҙарҙың ата-бабалары мадьярҙарҙы — уғыр халҡы тип ҡарай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ғалимдар (Немет, Зәкиев) уларҙы Волганан көнсығыштағы Көньяҡ Урал далаларын һәм Тарихи Башҡортостан биләмәләрен төбәк иткән төрки һәм уғыр ҡәбиләләренең союзы (ҡушылмаһы) тип иҫәпләй. Хазар ҡағанлығынан тар-мар ителеү мадьярҙарҙы Днепр буйы далаларына күсенергә мәжбүр итә. Артабан улар боронғо венгр ҡәбиләләре берләшмәһе (конфедерацияһы) составында Урта Дунайға баҫып инә, һәм был юлда Бөйөк Моравияны ҡыйратыуҙары ла ихтимал. Венгрия тарихының был осоро «Дунайҙа тыуған ерҙәр яулап алыу дәүере» тип аталып йөрөтөлә.

Көнсығыш Европа тигеҙлегенең славяндар тарафынан үҙләштерелгән төрлө урынына VII—X быуаттарҙа Дунай Моравияһынан күп һанлы славян күсмәндәренең ағылып килеүе дауам итә, был хәл Көнсығыш Европала славян халҡының бергә тупланыуына һәм Боронғо урыҫ халыҡтарының формалашыуының тамамланыуына килтерә[1].

X—XI быуаттарҙа Үҙәк Европала сәскә атҡан иртә урта быуат археологияһы (культура Биело-Брдо[en]), 900-сө йылдар тирәһендә ерҙәрҙе баҫып алған һәм Карпат бассейны ерҙәренә килеп төпләнгән венгрҙар мәҙәниәте менән венгрҙар яулап алғанға тиклем хәҙерге Венгрия, Словакия, Румыния, Сербия и Хорватия биләмәләрендә йәшәгән халыҡ мәҙәниәтенең ҡушылыуынан ғибәрәт[2]. Археолог Валентин Седов фекеренсә, Биело-Брдо мәҙәниәтенең төп территорияһына хәҙерге Венгрия, Көньяҡ Словакия һәм серб Воеводинаһының бер өлөшө ингән була[3].

Мадьярҙар Дунайҙа тәүге тапҡыр 862 йылда Бөйөк Моравия кенәзе Ростиславатың союздашы сифатында күренә башлай, сөнки Ростиславҡа ҡаршы көнсығыш франкалар короле Людовик II Немецкий һәм болгар кенәзе Борис I бергәләшеп ҡорал күтәргән була. 881 йылда венгрҙар, Ростиславтың вариҫы Святополктың союздаштары булараҡ, Венаға тиклем барып етә; әммә был барымта ғына була, мадьяр ғәскәренең төп өлөшө Ҡара диңгеҙҙең төньяғындағы далала күсмә тормош менән йәшәүен дауам итә.

894 йылда Византия дипломаттары венгрҙарҙы Византия менән берлектә Болгарияға ҡаршы һуғыш башларға күндерә. Византия караптары Левенте командалыҡ иткән мадьяр ғәскәренә Дунай аша сығырға ярҙам итә, һәм венгрҙар, Болгарияның баш ҡалаһына тиклем барып етеп, илде талай, өҫтәүенә ҡыҙҙарҙы һәм ҡатындарҙы әсирлеккә алып ҡоллоҡҡа һата. Яуап урынына болгар батшаһы Симеон I бәшнәктәр менән союз ҡора. Болгарҙар 896 йылда бәшнәктәр менән бергә далаға инә һәм венгр ғәскәрен ҡырып һала, Ә ҡатындарын һәм балаларын ҡыуып алып китә. Ошо хәлдән һуң венгрҙар, үҙҙәренең күсенеп йөрөгән ерҙәрен ҡалдырып, Урта Дунай уйһыулығына йүнәлә, унда бер өлөшө Болгарияға, икенсе өлөшө Бөйөк Моравияға ҡараған ерҙәргә барып төпләнә,тиҙҙән унда үҙ кенәзлеген ойоштора. Был осорҙа мадьярҙар ҡәбиләһе союзына Арпадтар династияһына нигеҙ һалған Арпад (889—907) етәкселек итә һәм 904 йылға тиклем был биләмәләрҙә Кусан менән бергә хакимлыҡ итә. Бөйөк Моравияның һуңғы кенәзе Моймир II венгрҙар менән оҙайлы һуғыш алып бара, ләкин уңышҡа өлгәшмәй һәм 906 йылдар тирәһендә һуғышта һәләк була. Венгрҙар Германия, Италия һәм Европаның башҡа илдәренә йыш ҡына барымта менән бара башлай.

Венгр кенәзлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Походы венгров в Европе

Х быуаттың беренсе яртыһында бер урындан икенсе урынға еңел генә күсеп йөрөй алған, ауыр кейемле рыцар ғәскәренән бик еңел генә ҡасып ҡотолорға һәләтле мадьяр кавалерияһы континенталь Европаны тотошо менән тиерлек талай. 899 йылда мадьярҙар, Брент йылғаһы янындағы һуғышта итальян короле Беренгарий Беренсене еңеп, Италияға тәүге уңышлы барымтаһы менән сыға. 900 йылда мадьяр атлылары Баварияны, 901 йылда Италия менән Каринтияны, 904-се йылда тағы ла Италияны, 907 - 911 йылдарҙа Саксония, Бавария, Тюрингия, Швабияны; 920—924 йылдарҙа — Италияны талай. 922 йылда венгрҙар сираттағы барымтала Апулияға барып етә, 924 йылдың 24 мартында Италия короллегенең баш ҡалаһы Павияны яндыра, 926 йылда Римға барып етәләр.

924—927 йылдарҙа венгр атлылары Бургундия, Прованс, Бавария һәм Италияны талап үтә; 933 йылда мадьярҙар Константинополгә барып етә, 935 йылда ҡайтанан Бургундия, Аквитания һәм Италияға барымта менән бара. 937 йылда улар, Арелата ерҙәрен үтеп, тағы ла Италияға бәреп инә; 938 йылда Саксонияны, 942—943 һәм 947 йылдарҙа Италияны талап үтә. 941 һәм 944 йылдарҙа мадьярҙар Көньяҡ Франция аша Испанияға бәреп инә, 944 йылда унда ғәрәптәр менән һуғышып ала. Венгрҙар бөтә ерҙә лә байлыҡ йыя, болгарҙар һәм бөшөнөктөр менән алып барған һуғыштар мәлен ҡатындары һәләк булған венгрҙар яңы ғаиләләр ҡора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, шул осорҙа мадьярҙар славян илдәренә (Чехия, Польша, Киев Русына) бөтөнләй һөжүм итмәй, хатта Хорватия венгҙарҙың һөжүмен уңышлы рәүештә кире ҡаға, аҙаҡ уның мөһим союздашына әйләнә. В период, когда во главе союза Мадьяр ҡәбиләләре башында Арпадтың улы, кенәз Жольт (Золтан, 907—947) торғанда, венгрҙар Көнбайыш Европа өсөн тик талаусы ғына була. Әммә барымталарҙың ҡайһы берҙәре уңышһфыҙ тамамланған мәлдәр ҙә була.(933 йылда — герман короле Генриха I Птицеловатан, Унстру йылғаһы буйында Риадтағы һуғышта , 941 йылда — Рим янында, һәм башҡа урындарҙа), ләкин тотош алғанда Европаның феодаль короллектәре мадьярҙарҙың һөжүменә ҡаршы тора алмай.

Золтандың вариҫы — Вал (Файс, 947—952) шул уҡ сәйәсәтте алға һөрә: 950—951 йылдарҙа венгрҙар ҡайтанан Италия, Бургундия, Аквитанияны талай башлай. Уның ағаһы Такшонь (952—972) 954 йылда Бавария, Франкония, Лотарингины ҡаҡ таҡтаға таяндырып сыға. Әммә 955 йылда мадьярҙар Лех йылғаһындағы һуғышта немецтарҙан бик ауыр еңелеү кисерә. Шунан алып венгрҙарҙың көнбайышҡа хәрби походттары бермә-бер һирәгәйә, тиҙҙән бөтөнләй туҡтап ҡала. Такшонь Балканға барымта менән бара, 959 йылда уның ғәскәрҙәре Константинополде ҡамай, 965 йылда болгар батшаһы Петр, Болгария биләмәләре аша венгрҙарҙы Византияға үткәрергә вәғәҙә биреп, улар менән союз төҙөй. Такшонды урыҫ кенәзе Святослава I-нең Византияға ҡаршы һуғышында әүҙем рәүештә хуплай, ләкин 971 йылда урыҫтар, мадьярҙар һәм болгарҙарҙың берлектәге хәрби һөжүме уңыш килтермәй.

Такшонь үҙәк власты нығыта, ә үҙенең вариҫы Гезаны Трансильвания хакимы Дьюла II — Шарольттың ҡыҙына өйләндерә. Арыу уҡ көс йыйған союздаш христиан империялары — Германия һәм Византия араһында Венгрия ҡоршалып ҡалғанлыҡтан, кенәз Геза (972—997) христианлыҡты ҡабул итеүҙең яҡшыраҡ булыуын аңлай. Шуға ҡарамаҫтан Геза, аралашсыһыҙ, Рим папаһының уны суҡындырыуына өлгәшә (974 йылда), әммә мәжүси аллаларын да таныуҙы дауам итә. Ул венгрҙарҙың күршеләрҙе барып талауын тыя, феодалдарҙы көс ҡулланып буйһондора. Шулай итеп дәүләтендә тәртип урынлаштыра. Ул немец рыцарь-швабтары командалыҡ иткән һәм составында тик сит ил кешеләренән (варягтар, хорваттар, болгарҙар) торған ауыр кавалерия булдыра. Германиялағы боланан файҙаланып, Түбәнге Австрияны баҫып алырға тырышыуы барып сыҡмай (983—991).

Венгр короллегенең барлыҡҡа килеүе һәм сәскә атыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1097 йылда Европа картаһында Венгр короллеге (Болгария, Хорватия, Польша, Киев Русе һәм Изге Рим империяһы)

1000 йылда ҡәбилә кенәзе Вайк католик динен, Иштван (Стефан) исемен һәм король титулын ҡабул итә. Иштван I (1000—1038) мадьяр ҡәбиләләре союзын урта быуаттағы Европа короллегенә әйләндерә, илде комитаттарға бүлә, комитаттар башында король чиновниктары — ишпандар тора. Ул бик тырышып католик динен индерә, Трансильваниялағы боланы баҫтыра, закондар йыйынтығы сығара, ҡоллокто бөтөрә, Словакия өсөн Польша менән барған һуғышты еңә. Уның ағаһының улы Петер Орсеоло (1038—1041, 1044—1046), венециан юлбашсыһының улы, илгә немецтарҙы һәм итальяндарҙы килтереп тултыра, шуға ла күпселек венгрҙар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Юғары ҡатлам вәкилдәрен ҡаты язаға тарттырып, мәжүсиҙәр һәм ярлы крәҫтиәндәргә таянған бай вельможа Шамуэль Аба (1041—1044) Петер Орсеолаға ҡаршы баш күтәрә һәм уның тәхетен баҫып ала. Әммә ул ҡөҙрәтле герман короле Генрих III Ҡараны (1042—1044 йылдарҙа) еңә алмай. Еңелгәндән һуң Шамуэль Абаны тәхетенән бәреп төшөрәләр һәм язаға тарттыралар.

Петер Орсеоло, ярҙам өсөн рәхмәт йөҙөнән, үҙен Германияның (1045 йыл) вассалы тип таный. Был хәл венгрҙарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, улар илгә уның Киевта Ярослав Мудрыйҙың һарайында йәшәгән өс улын Иштван Беренсенең ике туған ағаһы Вазулды (Василийҙы), Андрашты, Беланы һәм Левентены саҡырып ала. Ярославтың ҡыҙы — Анастасияға өйләнгән Андраш I (1046—1060) Венгрия короле була. Андраш мәжүсилеккә кире әйләнеп ҡайтмай, ләкин тиҙҙән Германия менән һуғыш башлай. Ул, короллектең өстән бер өлөшөн ҡустыһы Белаға бүлеп бирә һәм уның менән немецтарға ҡаршы уңышлы һуғыша. Әммә артабан Андраш һәм Бела яҡлылар араһында һуғыш башлана, Германия һәм Чехия менән союздаш булған Бела еңеп сыға. Бела I (1060—1063) король тәхетенә ултыра; Андраштың улы — Шаламон әсәһе менән Германияға ҡаса һәм өс йылдан һуң герман ғәскәре ярҙамында тәхеткә ултыра (1063). Беланың улдары — Геза, Ламперт һәм Ласло уға буйһонорға мәжбүр була.

Шаламон (1063—1074) яңы король тип таныла. 1067 йылда ул, Беланың ҡыҙы — Илонаға өйләнгән хорват баны Дмитара Звонимирҙы Венецияға ҡаршы ҡуйып, Венеция менән уңышлы һуғыша. 1068 йылда Шаламон Керлеш янында иленә баҫып ингән бәшәнәктәрҙе тар-мар итә, 1071 йылда Византия менән һуғыш барышында уның ғәскәрҙәре Белградты яулап ала. Ләкин оҙаҡламай король һәм уның ике туған ағай-ҡустылары араһында талаш-тартыш башлана. 1069 йылда Шаламон еңә: Ламперт Польшаға, Ласло Русҡа ҡаса. 1074 йылда Шаламон Карцага янындағы һуғышта Гезаны еңә, ләкин Ласло үҙе менән поляктарҙы һәм чехтарҙы алып килә һәм Модьороде янындағы һуғышта королде еңә. Шаламон тәхетенән бәреп төшөрөлә һәм бәшәнәктәргә ҡаса, ғүмеренең аҙағынаса ул күсмәндәр менән бергә дала буйлап күсенеп йөрөй һәм власты ҡайтанан үҙ ҡулына алыу буйынса тырышлыҡтары уңыш килтермәй.

Геза I (1074—1077) ысын күлдән христианин була, Византия менән мөнәсәбәтте ҡайтанан тергеҙә; император Михаил VII 1075 йылда уға ҡасҡан сағында Шаламон тарафынан юғалтылғаны урынына яңы бик матур итеп эшләнгән таж бүләк и тә. Гезанан һуң тәхет вариҫы булып уның ҡустыһы — Ласло I (1077—1095) ҡала, Ласлоны үтә тәҡүәле булғаны өсөн Изге йән тип атайҙар: Рим папаһы хатта уны Беренсе тәре походы башына ҡуйырға ла йыйына, был ниәттең тормошҡа ашыуына тик королдең үлеме генә ҡамасаулай. Ласло ил менән уңышлы идара итә, ул ҡыуылған Шаламондың тәхетте юғалтыуы менән ризалашыуына өлгәшә, бер нисә тапҡыр ҡыпсаҡтарҙың һәм бәшәнәктәрҙең һөжүмен кире ҡаға, папаның император Генрихом IV менән көрәшеүен хуплай. 1089 йылда Дмитар Звонимир Ласло I вафатынан һуң уның тол ҡатыны Илонаның бер туған ҡустыһы хорват тәхетенә дәғүәләшә башлай, Славонияны баҫып ала, аҙаҡ килеп Хорватия тәхетенә Геза Беренсенең улы Альмошты ултырта. Ласло вафатынан һуң Гезаның икенсе улы Кальман тәхет вариҫы булып ҡала.

Кальман Книжник (1095—1116) (дини әҙәбиәтте ныҡ яратҡанға күрә шундай атама ала) фәнде һәм сәнғәтте ҡурсалай, ике закондар йыйынтығын баҫтырып сығара, рәсми рәүештә сихырсыларға ҡаршы процестарҙы тыя («De strigis vero quae non sunt, nulla amplius quaestio fiat» — «О ведьмах, каковых на самом деле не существует, не должно быть никаких судебных расследований»). Кальман тәре йөрөтөүселәр уның биләмәләре аша үткәндә венгр ерҙәрен талай башлаған ҙур бер отрядты ҡырып һала, бының менән ул башҡа тәре йөрөтөүселәрҙең тәртип һаҡлауына өлгәшә, Вегрияны бөлгөнлөккә төшөүҙән ҡотҡара. 1099 йылда Кальман Киев Русындағы үҙ-ара талашҡа барып ҡыҫыла, ул бөйөк кенәз Святополка Икенсене яғында сығыш яһай, ләкин армияһы Перемышель янында галичтарҙан һәм ҡыпсаҡтарҙан еңелә. Уның ҡарауы 1102 йылда Кальман Хорватияны Венгр короллегенә буйһондороп ҡуя, ә 1105 йылға венециандарҙан Далмацияны кире ҡайтарып ала. Бөтәһенә ҡарағанда ла Кальманға оҙаҡ ваҡыт тәхеткә дәғүә иткән ҡустыһы Альмош уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Маҡсатына өлгәшеү өсөн Альмош йә немецтарҙы, йә чехтарҙы, йә булмаһа поляктарҙы ярҙамға саҡыра; аҙаҡ килеп король приказы буйынса Альмош һәм уның улы Бела һуҡырайтыла.

Кальмандың улы Иштвана Икенсенең (1116—1131) хакимлыҡ иткән осоро уңышһыҙлыҡтарға тулы була: Иштван Чехия (1116), Венеция (1116—1125) менән һуғыштарҙа еңелә, Волыньға һөжүме лә (1121—1123) уңыш килтермәй, Византия менән һуғышта ла (1127—1129) еңелә. Вафатынан һуң тәхеткә Альмош ағаһының ул күҙҙәрен һуҡырайтҡан улы Бела ултыра. Бела II Һуҡыр (1131—1141) власты ҡатыны Илона (Елена Сербская) һәм уның ағаһы Белош менән бергә тота, Белошты баш командующий итеп тәғәйенләй. Уларға бер нисә йыл буйы тәхеттең тағы ла бер дәғүәсеһе — Владимир II Мономахтың ейәне Борис Коломанович менән һуғышырға тура килә. Борис күрше дәүләт хакимдары ярҙамында бер нисә йыл рәттән Венгрияға һөжүм итә, ләкин уңышҡа өлгәшмәй. Бела Икенсе хакимлыҡ иткәндә венгрҙар Далмацияның бер өлөшөн (1136) ҡайтарып ала һәм Боснияны (1137) Венгрияға ҡуша. 1139 йылда венгрҙар Бөйөк Киев кенәзе Ярополк Икенсенең Всеволод Ольгович менән һуғышында ҡатнаша, һәм Черниговты ҡамауҙа тотҡанда уға ярҙам итә.

Бела Икенсенең улы Геза II ла (1141—1162) Борис Коломанович менән һуғышырға тейеш була. Геза Икенсенең ҡатыны — Киев кенәзе Мстислав I Бөйөктөң ҡыҙы — Евфросинья (Фружин королеваһы); Геза II уның ағаһы Волынь кенәзе Изяслав Икенсегә Юрием Долгорукий менән Киев өсөн оҙайлы һуғышында һәр саҡ ярҙам итә. 1151 йылда был һуғыш Изяславтың еңеүе менән тамамлана; 1152 йылда Изяслав менән Геза Сан йылғаһында Долгорукийҙың союздашы Галицкий кенәзе Владимирконытар-мар итә. Артабан венгр короле өсөн Византия менән низағ төп проблема булып ҡала, сөнки 1150-се йылдарҙа Борис Коломанович шунда күсенгән була. Геза II, үҙ сиратында, Византия императоры Мануил Беренсегә ҡаршы эшләү өсөн, уның ике туған ағаһы Андроника Комнинға ярҙам итә. Аҙаҡ килеп Борис венгрҙар менән һуғышта һәләк була, һәм 1155 йылда Венгрия менән Византия араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Артабан Геза II Германия менән союзға инә, һәм 1158 йылда венгр отряды Фридрих I Барбаростың ғәскәре менән Миланды ҡамауҙа тотоуҙа ҡатнаша.

Геза хакимлығының аҙағында королдең ҡустылары — Ласло менән Иштван уның вариҫы Иштвану Өсөнсөнө тәхеткә ултыртмау өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Гезаның вафатынан һуң власты тартып алалар — тәүҙә Ласло II (1162—1163), уның вафатынан һуң — Иштван IV (1163). Икеһе лә үҙҙәрен Византияның вассалдары тип таный. Ләкин 1163 йылдың июнендә Иштван III герман императоры Фридрих I Барбароссаның ярҙамы менән барыбер тәхеткә ултыра, ә Византияның Венгрияға һөжүме шул йылда уҡ туҡтатыла.

Әммә Гезы Икенсенең васыяты буйынса Хорватия менән Далмация Гезаның кесе улы Белаға күсергә тейеш була. Император Мануил Иштван Дүртенсене тәхеткә ултырта алмаясағын аңлағас, ул Иштван Өсөнсөнән (1162—1172) король тәхетенә алмашҡа сик буйындағы Серемшег өлкәһен биреүен, шулай уҡ Беланың Константинополгә аманат итеп тапшырылыуын талап итә. Бела Византияға тапшырылғас та Мануил Иштваном Өсөнсөгә ҡаршы һуғыш башлай, лозунгыһы — Беланың хоҡуҡтарын яҡлау. Шулай итеп, 1167 йылда Хорватия менән Далмация ғәмәлдә Византия контроле аҫтына эләгә. Константинополь һарайында тәрбиәләнгән Бела теле, ғәҙәттәре һәм йолалары буйынса ысын византиялы була, хатта исемен Алексей тип үҙгәртә, моғайын, православие диненә күскәндер. 1172 йылда Иштван III вафатынан һуң (бәлки, үҙ үлеме менән дә үлмәгәндер), ҡустыһы, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ тәхеткә Бела III (1172—1196) күтәрелә.

Яңы королгә Византия мәҙәниәте менән сағыштырғанда Венгрияның артталығы оҡшамай, шуға ла илдә мәғарифты үҫтереүҙе хуплай, венгрҙарҙы Италия, Франция, Англияға уҡырға ебәрә; ул тәхеттә ултырғанда короллек сәскә ата, ҡаҙна тула, король власы бик нығый. 1180 йылда Мануил вафатынан һуң Бела III Хорватияны Венгрия ҡарамағына ҡайтара, ә Византиялағы түңкәрелештәр осоронда унан Браничев һәм Белград ҡалаларын да тартып ала. Артабан ул ҡыҙы Маргитты (Маргаританы) яңы император Исаак Икенсегә кейәүгә бирә һәм империя (1185 йылда) менән дуҫлаша. 1188 йылда венгрҙар, вариҫтар араһында власть өсөн көрәш барыуынан файҙаланып, Галиция кенәзлеген баҫып ала, ләкин венгрҙарҙың оятһыҙ рәүештә талауына ризалашмайынса Галиция халҡы ихтилалға күтәрелә, король улы Андраш II Галичтан ҡасып китергә мәжбүр була, ә бит уны Бела III Галич кенәзе итеп ҡуйырға теләгән була. Әммә дөйөм алғанда уның ҡөҙрәте бик киң була, Венгрия Европаның иң көслө феодал дәүләтенә әүерелә.

Бела Өсөнсөнөң вафатынан һуң уның ике улы араһында тәхет өсөн һуғыш башлана: король Имрегә (1196—1204) ҡаршы уның ҡустыһы Андраш II ҡорал күтәрә. Венгрҙарҙың күбеһенә дин әһелдәренең һүҙенә ҡолаҡ һалыусан Имреға ҡарағанда күңелсәк, еңел холоҡлы Андраш нығыраҡ оҡшай. 1197 йылда Андраш король ғәскәрен еңә һәм ағаһының уға Хорватия менән Далмацияны биреүенә өлгәшә. Ләкин 1199 йылда Имре уны еңә, һәм Андраш, Австрияға ҡасып, Бабенбергтарҙан үҙен яҡлауын үтенә. 1200 йылда был ағалы-ҡустылы икәү тыныслыҡ килешеүе төҙөй һәм берен-бере вариҫ итеп таный. 1201 году Имре Сербияны үҙенә буйһондора, 1202—1203 йылдарҙа Болгария менән һуғыша, аҙаҡ килеп үҙен Сербияның да, Болгарияның да короле тип иғлан итә, болгар батшаһы Калоян менән һуғышта еңелә. 1204 йылда тәхет өсөн һуғыш тағы ла башлана. Имре һуғышты бик ҡыйыу аҙымы менән туҡтата: бер үҙе генә ҡустыһының хәрби лагерына килә һәм уның ҡорал һалыуын талап итә. Был ҡыйыулыҡтан таң ҡалған Андраш ағаһының һүҙенә ҡаршы төшөргә ҡыймай һәм королдең уны төрмәгә алып китеүе менән ризалаша. Шулай итеп, улар тағы ла татыулаша, ләкин тиҙҙән Имре ҡапыл вафат була. Андраш уның кесе йәштәге улының Ласло Өсөнсөнөң (1204—1205) бағымсыһы була һәм тиҙ арала бөтә власты үҙ ҡулына ала. Имреның тол ҡатыны Констанция Арагонская Венға ҡаса, ләкин бында Ласло III ҡаты ауырыуҙан һуң ҡапыл үлеп ҡала.

Тәре йөрөтөүсе ҡушаматын йөрөткән Андраш II (1205—1235) король тәхетенә ултыра. Ул үҙе яҡлыларға мул итеп король ерҙәрен тарата һәм авантюр тышҡы сәйәсәт алып бара; ул король булғанда үҙәк власть ныҡ ҡаҡшай. Андраш II күп йылдар буйы Карпат тауҙары аръяғына, Галиция-Волынь кенәзлегенә үҙенең ғәскәрен даими ебәрә, унда ҡөҙрәтле кенәз Роман Мстиславич (1205 йыл) һәләк булғандан һуң хаким булырға теләүселәр үҙ-ара ыҙғыша, хатта Андраш үҙен «Галиция һәм Лодомерия короле» тип иғлан итә («Лодомерия» тип баш ҡалаһы Владимир-волынскийҙа булған Волынь ккенәзлеге атала). Әммә бер генә поход та уңыш килтермәй. Андраш Галич өсөн көсөн сарыф иткән арала, Венгрия менән уның ҡатыны Гертруда Меранская идара итә, королева . Ул үҙенең һөйәрҙәренә ер тарата; ә улары, бер ниндәй яза бирелмәгәнлектән, төрлө енәйәттәр ҡыла башлай;Велможалар уларҙың был енәйәти ҡылыҡтарына күҙ йомоп ҡалырға теләмәй бола күтәрә һәм королеваны йыртҡыстарса үлтерә (1213 г.), Андраш тик боланы башлаусыға ғына яза бирә, ә башҡаларын ғәфү итә, был хәлгә уның улы һәм вариҫы Беланың асыуы ҡабара. Андраш, Бишенсе тәре походы (1217—1221 гг.) башлығы булып Палестинаға китеүҙе өҫтөн күрә. Венгрҙар Палестинала уңышҡа өлгәшмәй, после нескольких рейдов по мосолманской биләмәләренә бер нисә тарҡыр барғандан һуң Андраш Венгрияға ҡайта, Болгарияның батшалар династияһынан булған Асениға бәхәсле Браничев һәм Белград ҡалаларын ҡайтарып бирә, тик венгр армияһы Болгария аша ирекле рәүештә үтеп йөрөй ала.

Король юҡта Венгрияла анархия урынлаша, феодалдар ғәмәлдән буйһоноуҙан баш тарта, ҡаҙна урлана. Андраш Икенсенең кесе улы Кальманды (Коломан) Мстислав Удатный 1219 йылда Галичтан ҡыуып сығара. 1222 йылда Андраш был вынужден подписатьбынан ете йыл элек Англияла нәшер ителгән «Алтын буллаға» — «Бөйөк ирек хартияһының» аналогына ҡул ҡуйырға мәжбүр була. «Алтын булла» юғары ҡатламдарға һәм руханиҙарға хоҡуҡтар бирә һәм, феодалдарҙың хоҡуҡтары ҡыҫырыҡланған осраҡта, рәсми рәүештә уларға королгә ҡаршы сығыш яһау мөмкинлеген бирә.

Андраш II, Барцашагта (Трансильванияла) тораҡ пунктын булыдырыу өсөн ер бүлеп биреп,Тевтон ордены рыцарҙарына таянырға тырышып ҡарай, әммә бер нисә йылдан уларҙы короллектән ҡыуып сығара, һәм улар 1226 йылда Балтиҡ буйына төпләнә. Шул уҡ ваҡытта Андраш Икенсенең Хорватия һәм Далмацияға идара итеүгә ҡуйылған улы һәм вариҫы Бела баш-баштаҡланған магнаттарҙан ерҙәрен тартып ала башлай. Андраш II Белны хакимлыҡ итеүҙән алып ташлай һәм уның урынына Кальманды тәғәйенләй, ә Белаға идара итеү өсөн Трансильванияны бирә. Өсөнсө улын Кесе Андрашты король бер нисә йыл ныҡышмалы рәүештә Галичҡа күренекле вазифаға тәғәйенләргә теләй, әммә Даниил Галицкий венгр ғәскәрҙәрен Галичтан ҡыуып сығара. Кесе Андраш ошо һуғыш барышында һәләк була, а короллекте 1235 йылда Андраш Икенсенең өлкән улы — Бела IV (1235—1270)мираҫ итеп ала.

Монголдарҙың баҫып инеүе (XIII быуат) һәм уның эҙемтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монголдарҙың Венгрияны яулап алыуы

Батый хандың көнбайышҡа табан 1236 йылда башланған походы, күбеһенсә, ҡыпсаҡ урҙаһын тамырынан бөтөрөү теләге менән тыуа, сөнки монголдар көньяҡ урыҫ далаларында ҡыпсаҡтарҙы ҡырып һалғандан һуң урҙаның ҡалдыҡтары Венгрия биләмәләренә килеп йәшеренгән була. 1241 йылдың яҙында, Галич-Волынь кенәзлеген талағандан һуң, монгол армияһы бер нисә отряд менән Карпат тауҙары аша сыға. Батый хан Венгрияға төньяҡтан, «Урыҫ ҡапҡалары» аша, Бури һәм Кадан — Молдавия аша Трансильванияға, ә Бучек — көньяҡтан Валахия аша бәреп инә. Субиҙәй командалыҡ иткән төп көстәр Кадан юлы буйлап бара (монгол ғәскәренең ҙур ғына өлөшө бер юлы Польша биләмәһенә инә һәм әллә ни ҡаршылыҡҡа осрамай уның аша үтә).

1241 йыдың 12 мартында венгрҙарҙың алдынғы частары тар-мар ителгән мәлдә Бела IV Пешт янында ғәскәр йыя. 14 мартта королдең ҡыпсаҡ урҙаһы менән союзға инеүенә риза булмаған бер нисә венгр бароны төп хан Котянды һәм башҡа юғары ҡатламға ҡараған ҡыпсаҡтарҙы үлтерә. Шунан һуң ҡыпсаҡтар, Беланы ҡалдырып, Болгарияға юл тота. Батый хандың кесе ҡустыһы — Шибан 15 мартта венгр короле лагерына сыға. Бела IV тәүҙә оборона тактикаһын ҡуллана, ләкин монголдар уларҙан һан буйынса ике тапҡырға кәмерәк булыуҙарын һәм Батый хан армияһының байтаҡ өлөшөн яңы ғына хәрби хеҙмәткә алынған урыҫ егеттәре булыуын белеп ҡалғас, ул монголдарға ҡаршы ҡылыс күтәрергә батырсылыҡ итә. Монголдар бер нисә көн артҡа сигенә, Карпатҡа тиклемге юлдың яртыһын тиерлек үтәләр, шунан 1241 йылдың 11 апрелендә Батый хан ҡапыл Беланың армияһына һөжүм итә һәм Шайо йылғаһы буйындағы һуғышты еңеү менән тамамлай. Бела IV Австрияға, герцог Фридрих II Һуғышсанға ҡаса, ярҙам итһен өсөн Фридрихҡа үҙенең ҡаҙнаһын һәм көнбайыштағы өс комитатты (Мошон һәм Шопрон ҡалалары) бирә.

Монголдар Венгрияның Дунайҙан көньяҡҡа табан ятҡан территорияһын тулыһынса баҫып ала, үҙҙәренең наместниктарын ҡуя һәм көнбайыш биләмәләргә барымта менән сыға, хатта Венаға тиклем барып етәләр. Ләкин чех короле Вацлав I Беркүҙле һәм Австрия герцогы Фридрих Һуғышсан монголдарҙың барлыҡ һөжүмдәрен дә уңышлы рәүештә кире ҡаға; Кадан үҙ отряды менән, Хорватия һәм Далмацияны үтеп, Адриатик диңгеҙгә тиклем барып етһә лә, монголдар Венгрияла ныҡлап төпләнеп өлгөрмәй. 1241 йылдың декабрендә монгол ҡағаны Үгәҙәй вафат була; монгол йолаһы буйынса, яңы ҡағанды һайлап ҡуйғанға тиклемге осорҙа бөтә хәрби хәрәкәттәр ҙә туҡтатылырға һәм Монголияға ҡоролтайға йыйылырға тейештәр. Тәхеткә Батый ханға дошман Ғәйуҡ ханды һайлау күҙаллана. Ошо шарттарҙы иҫәпкә алып, монголдар Вегриянан китергә ҡарар итә һәм 1242 йылда Сербия һәм Болгария аша көньяҡ урыҫ далаларына сигенә башлайҙар.

Монгол армияһы киткәндән һуң Венгрия емереклектәрҙә ятып ҡала; юлсы ил буйлап 15 көн тирәһе барһа ла бер кешене осратмауы ихтимал була; аслыҡ шул тиклем халыҡты ҡыра, хатта кеше итен һатыусылар ҙа була. Төрлө эпидемиялар тарала, бөтә ерҙә бүре өйөрҙәре сабып йөрөй, уларҙың ауылды ҡамап алған саҡтары ла була. Бела IV ил хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә көсөн һала, бушап ҡалған ерҙәргә (төньяҡта) немецтарҙы һәм көньяҡ-көнсығышҡа влахтарҙы саҡыра, илгә йәһүдтәрҙе индерә, ә ҡыпсаҡтарға (кумандар) Дунай менән Тиса араһында күсмә тормош менән йәшәү өсөн ерҙәр биреп кенә ҡалмай, ә уларҙың урҙаһын венгр армияһының бер өлөшөнә әйләндерә. Венгрия тиҙ арала аяҡҡа баҫа һәм ҡайтанан көслө һәм ҡеүәтле короллеккә әүерелә.

Ҡайтанан аяҡҡа баҫыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монголдар китеп дүрт йыл үткәндән һуң Бела IV хакимлығындағы Венгрия элекке хәленә тиерлек ҡайта. 1242 йылда Бела Австрия герцогы Фридриха Һуғышсандан көнбайыштағы өс комитатты, Эстерг ҡалаһы менән бергә ҡайтанан тартып ала, 1243—1244 йылдарҙа венециандар менән һуғышы бик үк уңышлы булмай, уларға Задарҙы бирергә тура килә. 1245—1250 йылдарҙа ул ҡыҙы Аннаны Чернигов һәм Галич тәхеттәре вариҫы — элекке Новгород кенәзе Ростислав Михайловичҡа кейәүгә бирә, һәм 1245—1250 йылдарҙа тағы ла Галич өсөн династия көрәшендә ҡатнаша. Был юлы Бела Галич кенәзлегенә венгр принцын түгел, ә үҙенең кешеһен — Ростиславты ултыртырға тырыша. Әммә бер-бер артлы еңелеүҙәр арҡаһында король һуғышты туҡтата һәм Даниил Галицкий менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй. Кейәүе Ростислав Михайлович өсөн Бела IV төньяҡ Сербияла (үҙәге Белградта урынлашҡан) айырым наместниклыҡ — яңы банат Мачва ойоштора. Бан Ростислав бик оҙаҡ был өлкәгә хакимлыҡ итә, ҡыҙы Елизаветны (Эржебет) йәш кенә болгар батшаһы Михаил I Асенгә кейәүгә бирә, шунан һуң Болгар эштәренә лә ҡыҫыла башлай.

Австрия герцогы Фридрих Һуғышсан вафатынан һуң Бабенбергтарҙың династияһы тағы ла Австрияла осраша. Бела IV Австрины баҫып алырға теләй; Бабенбергтарҙың мираҫы өсөн көрәш башлана, унда Чехия һәм Венгрия королдәре, Галич-Волынь кенәзе Даниил Романович һәм Рим курияһы ҡатнаша. 1254 йылда Бела IV Штирияла үҙенең власын урынлаштырыуға өлгәшә, ләкин артабанғы йылдарҙа көрәш ҡайтанан башлана. Венгрҙар 1260 йылдың 12 июлендә союздаштары ҡыпсаҡтар менән бергә Кресенбрундағы һуғышта еңелә. Һөҙөмтәлә Бела Штирияны тотоп ҡала алмай, Австриянан һуң ул да чех короле Пржемысл Отакар Икенсенең биләмәһенә әйләнә (1261 йыл).

Бела Дүртенсенең хакимлыҡ итеүенең һуңғы йылдарында өлкән улы Иштван менән низағ килеп тыуа, Иштван тәүҙә уға Трансильванияны биреүен талап итә һәм быға өлгәшә, аҙаҡ Дунай йылғаһы буйлап короллектең бер өлөшөн уға бүлеп биреүен талап итә. Вафаты алдынан Бела короллек менән хакимлыҡ итеүҙе законлы вариҫ Иштванға түгел, ә ҡыҙы, бан Ростиславтың ҡатыны Анна Венгерскаяға тапшыра; әммә уның кейәүе Пржемысл Отакар II Аннаның регентлыҡҡа хоҡуғын яҡлай алмай. Яңы король Иштван V (1270—1272) 1270 йылда Польша короле Болеслав V Стыдливый менән союзға инә, ә 1271 йылдың 21 майында Иштван чех армияһын еңә Пржемыслдың тыныслыҡ килешеүен төҙөүгә ризалашыуына өлгәшә. Ләкин 1272 йылда Иштван V йәш кенә көйө вафат була, ә илдә оҙаҡҡа һуҙылған бола башлана.

Иштван Бишенсенең кесе йәштәге улы Ласло IV (1272—1290) өсөн Иштвандың тол ҡатыны, куман, хан Котяндың ҡыҙы Эржебет ил менән идаралыҡты үҙ ҡулына ала. Йәш принц, бан Ростиславтың улы Беланың тәхетте тартып алыу буйынса тырышлығы тормошҡа ашмай, сөнки Эржебет яҡлылар был хәлдең булмауы өсөн барыһын да эшләй. Артабан илдә феодалдарҙың болалары башлана, бер яҡта Чактар ырыуы (кланы) тора, икенсе яҡта — кланы Кёсеги һәм Гуткеледтарҙың кландары. Күп йылдарға һуҙылғанһәм илде бөлгөнлөккә төшөргән үҙ-ара талаш-тартыш башлана. 1277 йылда магнаттарҙың илгә идара итеү эшенә ҡыҫылыуынан ҡотолорға теләп, Эржебет 15-йәшлек Ласлоны бәлиғ булған тип иғлан итә, феодал анархиянан ҡотолорға теләгән бар кеше был ҡарарҙы хуплай. Ласло IV Австрия герцогы Рудольф I Габсбург менән союз килешеүе төҙөй, һәм улар бергәләп 1278 йылда Сухих Крут янындағы һуғышта чех армияһын еңә, ҡөҙрәтле Пржемысл II һәләк була, Ласло Дүртенсенең абруйы юғарыраҡ күтәрелә. Ләкин венгр магнаттары королдең көсәйеп китеүенән, айырыуса уның кумандарға таяныуынан ҡурҡалар; Венгрияға килгән папа легаты Филипп королде мәжүсилектә ғәйепләй, кумандарҙы суҡындырыуҙы талап итә. Был король һәм әсәһе яғынан туғандары араһында конфликт тыуҙыра: Ласло IV ғәмәлдә папаның талабын үтәүҙән баш тарта, быға яуап итеп легат королде сиркәүҙән айыра һәм бөтә Венгрияға интердикт һала. Королгә кумандарға ҡаршы сығырға тура килә, 1282 йылға ул кумандарҙы еңә һәм уға буйһонорға мәжбүр итә, ләкин кумандар менән һуғыштың король власының көсһөҙләнүенә килтереүенә лә ышана. Шунан йәш король, куман урҙаһы яғына сыға, тирмәлә йәшәп, кумандар кеүек кейенә башлай; венгрҙар Ласло Дүртенсене Кун (йәғни куман, Ҡыпсаҡ) тигән исем менән йөрөтә. Ул хәҙер христиан йолаларын бик еңел боҙа, еңел холоҡло ҡыпсаҡ ҡыҙҙары менән аралаша, законлы ҡатынын монастырға урынлаштыра. 1285 йылда Алтын Урҙанан полководецтар Нуғай һәм Тулабуға командалығындағы армия венгр ерҙәренә баҫып инә; улар Пештаға тиклем барып етә һәм көнсығыш Венгрияны аяуһыҙ талай. 1287 йылда папа Николай IV хатта Ласлоға ҡаршы тәре походын ойоштороу, венгр королен тәхетенән ҡолатып, уның урынына Ласлоның һеңлеһе Марияның һәм Неаполь короле Карл II Сатандың улын Карл Мартелл Анжуйскийҙы тәхеткә ултырыу тураһында һүҙ алып бара башлай. 1290 йылда Ласло Дүртенсене үҙ тирмәһендә ялланған үлтереүселәр - өс куман тарафынан үлтерелә; уның балалары булмай, шулай итеп, Арпадтарҙың династияһы йәшәүҙән туҡтай. Тәхеткә Иштвана Бишенсенең ейәне, венециялы Томазина Морозиниҙың улы Андраш III (1290—1301) ултыра.

Әммә Андраш Өсөнсө лә тыныс ҡына хакимлыҡ итә алмай: уның атаһы Иштван Постум законлы рәүештә тыумаған, ғәмәлдә уның атаһы палатин Денеш (Дионисий) булған, тип баралар. Шул сәбәпле Карл Мартелланан тыш Рудольф I Габсбургтың улы Альбрехт, хатта Ласло Дүртенсенең ҡустыһымын тип ялған Андраш Славонский ҙа тәхеткә дәғүәләшеүен белдерә. Андраш III хакимлыҡ иткән осорон боласылар менән көрәшеп үткәрә, Альбрехты еңә һәм уның ҡыҙы Агнессаға өйләнә, ләкин магнаттарҙың үҙһүҙлеген еңә алмай. 1301 йылда Андраш Өсөнсөнең ҡапыл ғына вафатынан һуң Арпадтар мираҫы өсөн көрәш башлана.

Чех короле Вацлав Икенсенең улы — Чехияның буласаҡ короле Вацлав III (Ласло Чех, 1301—1305 йылдарҙа Венгрия короле, ул Андраш Өсөнсөнөң ҡыҙына йәрәшә); Түбәнге Бавария герцогы Оттон Виттельсбах (Отто, йылдарҙа Венгрия короле), Бела Дүртенсенең ейәне, шулай уҡ 1295 йылда вафат булған Карл Мартелланың улы Карл-Роберт (Карой I), ул 1301 йылда уҡ Эстергомда король тажын кейә, ләкин тәхетте яулап ала алмай. Венгр магнаттарының күбеһе Чехия дәғүәсеһе яҡлы була, әммә германия короле Альбрехт Габсбург папа Бонифаций VIII һәм ҡөҙрәтле хорват магнаты Павел Шубич Карой яҡлы була. 1305 йылда Ласло Чех тәхеттән Отто файҙаһына баш тарта, ул Бела V исеме менн таж кейә. Уға ҡаршы Карой хәрби хәрәкәттәр башлай һәм уңышҡа өлгәшә; абруйлы Трансильвания воеводаһы Ласло Кан 1307 йылда Оттоны әсирлеккә ала һәм илдән сығып китрегә мәжбүр итә. 19 йәшлек Карой I тәхеткә берҙән-бер генә дәғүәсе булып сыға һәм 1308 йылда король була һәм Анжуйский династияһына нигеҙ һала. Әммә эре магнаттар — Ласло Кан һәм Матэ Чак йәш королгә буйһонмай; бөтә Венгрия буйлап феодалдар бойондороҡһоҙ хаким булараҡ идара итә. Карой I (1308—1342) король власын тергеҙеү өсөн бик күп йылдарын сарыф итә. Тик смерть Матэ Чактың үлеме (1321) һәм Младен Шубичты (1322) хакимлыҡтан алып ташлау ғына королгә Венгрияны берләштереү мөмкинлекген бирә; 1323 йылда ул үҙенең резиденцияһын Темешваранан Вишеградҡа күсерә.

Карой I, алтын рудниктарының табышына таянып, ил иҡтисадын тергеҙә, финанс һәм таможя реформаларын уңышлы үткәрә. Әммә иң тәүге сиратта Босния, Сербия һәм Валахияны буйһондороуға ҡоролғануның тышҡы сәйәсәте уңышҡа өлгәшмәй: ул 1330 йылда валаш хакимы Басараб Беренсенән, 1336 йылда серб короле Стефан Душандан еңелә, һөҙөмтәлә Белградты юғалта.

Карой I һәм Эржебеттың (Польша короле Владислав Локотканың ҡыҙы Елизаветаның һәм Казимир III Бөйөктөң) — Лайоштыңулы (Людовик) Беренсе, 1342—1382 йылдарҙа король титулын йөрөтә. Ғәҙәттә ул хакимлыҡ иткән осорҙа Венгрияның хәрби-сәйәси ҡеүәте ныҡ сәскә атҡан осор тип иҫәпләнелә. Лайош I дәүерендә Балҡан ярымутрауындағы күп кенә дәүләттәр венгр королен үҙҙәренең сюзерены тип таный. 1347 йылда Лайош, Джованны Беренсенең приказы буйынса үлтерелгән кесе ҡустыһы Андраштың үлеме өсөн үс алыу ниәтендә, Италияға ҙур поход менән бара. Венгр армияһы прошла через Верона, Романья аша, Рим эргәһенән үтә һәм 1348 йылдың февралендә Неаполгә барып инә. Лайош Неаполитан короллеге ҡалаларына үҙенең наместниктарын тәғәйенләй, ләкин ул ваҡытта Европаны ялмап алған чума эпидемияһы арҡаһында, ул уны армияһын был илдән алып китергә мәжбүр була. 1349 йылда венгрҙар Трансильвания воеводаһы Иштван Лацкфи командалығында тағы ла Көньяҡ Италияға һөжүм итә; короллекте Джованна һәм Лайош яҡлылар араһында барған ҡаты һуғыш ялмап ала. 1350 йылда Лайош үҙе Италия ярҙарына ғәскәре менән барып төшә һәм Неаполгә юллана, ләкин папа Климент Алтынсының ҡурсалауы Джованнаға үҙенә уңайлы тыныслыҡ килешеүе төҙөү мөмкинлеген бирә, шулай итеп, венгрҙар Неаполитан короллеген ташлап китергә мәжбүр була.

Һаман да халҡы аҙ булған илдәр иҫәбенә ҡарағанға, чума эпидемияһы Венгрияны урап үтә: һөҙөмтәлә Көнбайыш Европа илдәре XIV быуаттың икенсе яртыһында бөлә, ә Чехия, Венгрия, Польша һәм Литва күтәрелеш кисерә. Италияға походтар венгрҙар араһында мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итә; Лайош мәғарифты хуплай, мәктәптәр, ә 1367 йылда академия аса. Ул крәҫтиәндәргә һәм ҡалала йәшәүселәргә ярҙам итә, барщинаны оброк менән алмаштыра, Вишеград урынына Буданы баш ҡала итә. Лайош та Галич Русына хәрби походтар менән бара, әммә аҙаҡ килеп был илде әсәһе буйынса бабаһы, Польша короле Казимир Өсөнсөгә бирә. 1353 йылда ул урҙа татарҙарының баҫып инеүен кире ҡаға, уларҙы Молдавиянан ҡыуып сығара. Лайош Балҡанға унлаған поход ойоштора. Венецияға ҡаршы ул Генуя менән союз килешеүе төҙөй, далматин ҡалалары өсөн һуғыш башлай, ләкин Далмацияла ғына туҡталып ҡалмай, ә Төньяҡ Италияға ла сыға. 1358 йыл башына Далмацияның бар ҡалалары ла тип әйтерлек Венгрия власын таный, шул уҡ йылда Босния баны Твртко I Лайош Беренсегә үҙ ирке менән буйһона. Дубровник Венгрия протекторатына күсә, ошо ваҡыттан алып ҡала ныҡлап аяҡҡа баҫа, һәм был 1526 йылға тиклем дауам итә.

Польша короле Казимир Өсөнсөнөң һеңлеһе Эржебеттың улы булараҡ, законлы вариҫы булмаған Лайош 1370 йылда Польша тажын да кейә. Поляк-венгр унияһы (1370—1382) данға ҡарағанда проблемаларҙы күберәк алып килә; поляктар уның, идара эшен үҙ тирәһен венгр аҡһөйәктәре менән уратып алған әсәһе Эржебетҡа (Эльжбет) тапшырып, Польшала әллә ни булмауына ризаһыҙлыҡ белдерә; Польшала анархия хөкөм һөрә, шул замандан шляхтаның көсләнеп китеүе башлана ла инде.

Лайоштың да улдары булмай, шуға күрә Венгрия менән Польшаны ҡыҙҙары — Марияға һәм Ядвигаға ҡалдыра. Мария (1382—1387) өсөн уның әсәһе Эржебет, Босния баны Стефан II Котороманичтың ҡыҙы идара итә. Мария герман императоры Карл IV Люксембургтың улы Сигизмундҡа йәрәшелгән була. Әммә дошманлашҡан партия 1385 йылда Неаполитан короле Карл Өсөнсөнө Карой II (1385—1386) исеме аҫтында венгр тәхетенә ултыртыуға өлгәшә. Карой II ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ике короллекте берләштерә, ләкин 1386 йылдың февралендә заговор һөҙөмтәһендә үлтерелә, үлтереште Эржебет ойоштора. Тол ҡалған королеваға, үҙ сиратында, хорваттар ҡаршы сыға, улар Карой Икенсенең Неаполь короле булған улы Владиславтың венгр тәхетенә дәғүәләшеүен хуплай. 1387 йылда хорваттар Эржебетты һәм Марияны әсир итеп ала, шул ваҡыт Эржебет үлтерелә, ә Марияны Сигизмунд Люксембург ҡотҡара, ул Венгрияға үҙ ғәскәрҙәрен индерә һәм король була (Жигмонд, 1387—1437).

Жигмонд хакимлыҡ иткәндә феодалдар яңынан көсәйә, хорваттар Владислав Неаполитанский һәм Босния короле Твртко I ярҙамы менән ҡатламдарға бүленә. 1395 йылда Жигмонд хорваттарҙы еңә, шунан һуң Венгрияның көньяҡ вассалдары ерҙәренә ваҡыт-ваҡыт барымта менән ингән төрөктәргә ҡаршы тәре походын башлай. Әммә 1396 йылдың 25 сентябрендә төрөктәр Баязит I етәкселегендә Никополь һуғышында тәре йөрөтөүселәрҙе ҡырып ҡала. Шунан һуң Венгрияла феодаль анархия көсәйә, хорваттар тағы ла контролдән сыға, Владислав 1403 йылда Загребта венгр тажын кейә. Һуғыш 1409 йылда тамамлана: Жигмонд тәхетен һаҡлап ҡала, ә 1410 йылда «Изге Рим империяһы» императоры тажын кейеүгә өлгәшә. Артабан ул герман эштәре менән күп шөғөлләнә, шулай уҡ Чехияла гуситарға ҡаршы күп көрәшә. Әммә венгрҙар Жигмондтың император титулы менән ныҡ ғорурлана һәм башҡаса уны тәхетенән төшөрөргә тырышмай. Уның ҡарауы венгрҙарға көньяҡтан Македония, Болгария һәм Албанияны буйһондорған һәм Босния, Валахия, Сербияға бөлдөргөс барымталары менән йыш ҡына ингән төрөктәр янай башлай, улар Венгрияның көньяҡ провинцияларына ла йышыраҡ инә башлай.

Жигмондтың кейәүе һәм вариҫы Альберт әллә ни оҙаҡ хакимлыҡ итмәй (1438—1439), улы Ласло Бишенсене ҡалдырып вафат була. Ләкин һуғышсан партия тәхеткә Польшаның йәш короле Владислав Өсөнсөнө саҡыра һәм 1440 йылда Уласло I исеме аҫтында уға король тажын кейҙерә, улар йәш король Белградты ҡамауға алған төрөктәргә ҡаршы уңышлы һуғыш асыр, тип өмөтләнә. Ике көслө магнат Миклош Уйлаки һәм Валахиянан сыҡҡан кеше улы Янош Хуньяди Уласло Беренсенең төп союздаштары була; Уласло I, уларға таянып, Ласло Габсбург яҡлыларҙы еңә, артабан төрөктәргә ҡаршы яңы тәре походының башына тора (1443—1444). Кампания тәүҙә уңышлы башлана, төрөктәр, Албания һәм Сербияның бойондороҡһоҙлоғон таныуға ризалашып, тыныслыҡ килешеүе төҙөргә мәжбүр була. Ләкин һуғыш яҡлылар Болгарияны азат итеүҙе талап итә, Иерусалимға тиклем барып етергә өмөтләнә. Улар йәш королде, тыныслыҡ килешеүен боҙоп, поход башлауына күндерә. 1444 йылда солтан Морат II Варна янындағы һуғышта тәре йөрөтөүселәрҙе ҡырып һала, Уласло һуғышта һәләк була, төрөктәр ҡайтанан барымта яуҙарын башлай.

Янош Хуньяди

Уласло яҡлылар үҙенең туғаны Ласло Бишенсенең дәғүәләрен хуплаған герман императоры Фридрих III Габсбург менән компромисҡа бара. Ул Венгрия короле (1444—1457), ә Янош Хуньяди — регент (1446—1452) булып таныла. Кесе йәштәге Ласло V 1453 йылға тиклем Австрияла йәшәй, ғәмәлдә Фридрих Өсөнсөнөң тулһынса ҡарамағында була, ә төрөк барымта һуғыштары менән көсһөҙләнә барған Венгрия ике батшалыҡ араһында йәшәүен дауам итә. Ласло V партияһына бөтә Словакияны үҙенә буйһондорған, гусит Чехияһы союздашы,чех полководецы Ян Гишкра ярҙам ҡулы һуҙа. 1453 йылда Ласло V аҙаҡ килеп Венгрия короле була, уның дәүерендә Яноша Хуньядиға ҡаршы булған словен графы Ульрик Циллеи хакимлыҡ итә. Хуньяди, төрөктәрҙең баҫып инеүен кире ҡағып, көньяҡта хакимлыҡ итә. 1456 йылда ул нанёс төрөк солтаны Мәхмәду II Яулап алыусыны в сражении под Белград янындағы һуғышта еңә (был һуғыш Венгр короллегенең түңкәрелеүен 80 йыл алға күсергән тип иҫәпләнелә). Әммә тиҙҙән Янош Хуньяди чума сиренән үлә. Уның өлкән улы Ласло Хуньяди Ульрик Циллеины үлтерә, ә үҙе Ласло V ҡулынан үлә. Хуньядиҙың тол ҡатыны һәм еҙнәһе Михай Силадьи бола күтәрә; Ласло V, Хуньяди ғаиләһенең үс алыуынан ҡурҡып, Яноштың кесе улы, 14 йәшлек Матьяш Хуньядины аманат итеп алып, Прагаға ҡаса. Ләкин 1457 йылдың ноябрендә Ласло V үҙе лә үлеп ҡала (эпидемиянан). Уның династияһы өҙөлә, Венгрия тәхете буш тороп ҡала. Янош Хуньядиның даны ваҡ дворяндарҙы һәм ҡала халҡын "уята", 1458 йылдың ғинуарында Матьяш король итеп иғлан ителә Ул хакимлыҡ иткәндә Венгр короллеге һуңғы тапҡыр сәскә атыу осорон кисерә.

Матьяш I Хуньяди (1458—1490) Корвин (Ворон) ҡушаматын ала, сөнки уның гербын шул ҡош һүрәте биҙәй. Матьяш тынғыһыҙ яугир, яҡшы хаким һәм белемле меценат була. Хакимлыҡ итеүенең тәүге йылдары үҙ-ара ыҙғыш һәм бер-береһе менән дошманлашҡан феодалдар төркөмдәре менән көрәшеп үткәрә, барондар башлығы Михай Силадьи һәм архиепископ Эстергома, мәғрифәтсе һәм гуманист, хорват Янош Витез уға ҡаршы сығыш яһай. Янош Витез еңеп сыға һәм канцлер була; уның союздашы, чех короле-гусит Йиржи Подебрад ҡыҙы Каталинаны Матьяшҡа кейәүгә бирә. Матьяш һәм Витездың берлектәге тырышлығы менән регуляр ғәскәр — «Ҡара армия» булдырыла. Матьяш Корвин төрөктәрҙең һөжүмен уңышлы итеп кире ҡағып тора, ә төрөктәр 1459 йылға Сербияны, ә 1463 йылға Боснияны яулап ала. 1464 йылда Матьяш төрөктәрҙең төп босний ҡәлғәһе — Яйцены тартып ала, ләкин папа Пия Икенсенең үлеме Османдарға ҡаршы дөйөм Европа тәре походын ойоштороуға булған өмөттө шул йылда уҡ юҡҡа сығара.

Матьяш төрөктәр менән көрәштә яңы стартегия — Дунайҙа үҙ эсенә күрше христиан илдәрен дә алған көслө монархия булдырыуҙы тәҡдим итә. Шуға ла Корвин тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлеше итеп көнбайышты билдәләй. Ҡатыны Каталина 1464 йылда вафат булғанға күрә, Чехия һәм Венгрия араһындағы союз бер ни тиклем йомшара. 1466 йылда Матьяш Йиржи Подебрадаға ҡаршы Богем һуғышын (1466—1478) башлай. Һуғыш барышында Моравия һәм Силезия Венгрияға ҡушыла; Подебрадтың вариҫы, Польша короле Казимира Дүртенсенең улы Владислав Ягеллон тик Чехия менән Лужицаны һаҡлап ҡала ала. 1482 йылда Матьяш герман императоры Фридрих Өсөнсөгә ҡаршы һуғыш башлай һәм 1485 йылда Венаны ала, шулай итеп, Габсбургтар быуындан-быуынға күсеп килгән мираҫынан яҙа. Австрия, Штирия һәми Каринтия Корвиндың ҡул аҫтына күсә. Һарай шағиры «Chronica Hungarorum» Яноша Турочи венгрҙарҙы һундарҙың вариҫтары, ә Корвинды «икенсе Аттила» тиа атай.

Венгрия Матьяш I король булғанда бығаса күрелмәгән мәҙәни үҫешкә өлгәшә, ғәйәт ҙур король китапханаһы Европалағы иң ҙур китапханаға әйләнә. 1476 йылда Матьяш неаполитан короле Ферранте Беренсенең ҡыҙы Беатрисаға өйләнә; Беатриса халыҡ араһында бик популяр була, королдең мәғрифәтселек эшмәкәрлеген хуплай. Беатрисаның үтенесе буйынса Матьяш Италияға генерал Балашты ебәрә, ул 1481 йылда күптән түгел генә Мәхмәд II тарафынан баҫып алынған Отранто ҡалаһын яулап ала. Әммә Беатриса менән никахта уларҙың улдары булмай, һөҙөмтәлә Матьяш тәхетте үҙенең закондан тыш тыуған улы Яношу Корвинға ҡалдырырға ҡарар итә. Ләкин магнаттар уға таж кейҙерергә теләмәйенсә Чехия короле Владислав Ягеллон кандидатураһын күрһәтә. 1490 йылда Янош Корвин ғәскәре Чонт тауы янында ҡырыла, шуға ла ул, магнаттарҙың ҡарары менән килешеп, Славония герцогы титулын ала.

Венгрияның түбән тәгәрәүе (1490—1526)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1490 йылда венгр тәхетенә чех короле Владислав II Ягеллон Уласло II исеме аҫтында ултыртыла (1490—1516); Уласло II һәм уның улы Лайош II идара иткәндә Чехия менән Венгрия 36 йыл шәхси унияға берләшә. Уласлоның тәхеткә ултырыуы менән Матьяш Хуньяди яулап алған бөтә уңыштар юҡҡа сығарыла: император Фридрих Өсөнсөнөң улы, Максимилиан Габсбург, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ Австрияны яулап ала, ә Силезия менән Моравия венгр-чех унияһы һөҙөмтәһендә Чехия менән берләшә.

Венгрия короле булғас, Уласло II Будаға күсенә һәм шул мәлдән алып чех эштәре менән бөтөнләй шөғөлләнмәй; ләкин король власы Чехияла ғына түгел, ә Венгрияла ла көсһөҙләнә. Яңы король бер ҡасан да король советы ҡарарҙарына ҡаршы төшмәй, шуға ла венгрҙар араһында ул «Владислав Добже» (или «Владислав Бене») ҡушаматын ала, сөнки һәр тәҡдимгә тик «Яҡшы!» тип яуап бирер була. Дворяндарҙың талабы буйынса Матьяштың тол ҡатыны Беатриса Уласло Икенсегә кейәүгә сыға. Канцлер, карьераһы Матьяш дәүерендә ябай чиновниктан үҫә башлаған Эстергом архиепискобы Тамаш Бакоц абруйлы, ҡарарҙар ҡабул иткәндә йоғонто яһай алырлыҡ кешегә әүерелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Уласло II хакимлығы осоро Жигмонд дәүеренән һуңғы осорҙағы иң тыныс йылдар булғандыр. Матьяш Корвин вафатынан һуң төрөктәр дәртләнеп китә, Венгрияға регуляр рәүештә барымта талауына сыға.

Уласло II бөтә мәсьәләләр буйынса ла дворяндар ихтыярына буйһона, шуға ла ул хакимлыҡ иткәндә бер генә бола ла, заговор ҙа килеп тыумай. Феодалдар күп кенә прогрессив яңы ҡарарҙарҙың ғәмәлдән сығарылыуына өлгәшә. Бөтә Европала үҙәкләштерелгән монархиялар ойошторолған дәүерҙә, венгр дворяндары тап ошо осорҙа хәрби һалымды бөтөрөүгә өлгәшә. Был, әлбиттә, ялланған (йәғни регуляр) армияны бөтөрөүгә килтерә; дворяндар мәнфәғәтен күҙәтеп, король милке булмаған ҡалалар һәм ауылдарға урындағы феодалдарға натураль десятина түләү йөкмәтелеүе тураһында декрет сығарыла. XV быуат аҙағына венгр дворяндары дәүләт советында ғына түгел, ә король судында ла һан буйынса өҫтөнлөктө ала. Аҙаҡ килеп, Уласло II хакимлыҡ иткәндә крәҫтиәнде крепостнойға әйләндереү һәм барщинаны ҡырҡа күтәреүҙе күҙҙә тотҡан байтаҡ закондар ҡабул ителә.

Ул ваҡытта Көнбайыш Европала ауыл хужалығы продукттарына хаҡтарҙың күтәрелеүе венгр иҡтисадының үҫешенә булышлыҡ итә, әммә экспорттың үҫешенән алынған табыш менән тик юғары ҡатлам кешеләре генә файҙалана ала. Был ҡатламдар эсендә лә: эре магнаттар һәм венгр дворянлығының төп массаһы араһында көрәш көсәйә. 1498 йылда дәүләт йыйылышы үҙҙәренең шәхси ғәскәрен тотоу йөкмәтелгән һәм ошо хоҡуҡҡа эйә булған 41 эре ер биләүсенең исемлеген раҫлай. 15031504 йылдарҙа палатин тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә буйынса, ә 1504 йылда мәрхүм булған Янош Корвин мираҫы өсөн дворяндар һәм магнат араһында көрәш көсәйә. Бәхәстә дворяндар еңеп сыға, һәм улар мираҫҡа кандидат итеп Янош Запольяины билдәләй, Янош Запольяи, сығышы буйынса хорват, Трансильвания воеводаһы, тиҙҙән «дворяндар партияһы» лидеры була.

1505 йылда дворяндар, Уласло Икенсенең теләгенә ҡаршы килеп (әсәһе буйынса Габсбург), король тажын теләһә ниндәй сит ил кешеһенә мираҫ итеп тапшырыуҙы тыйыусы законды ҡабул итә, тимәк, Ягеллондарҙың венгр-чех династияһы бөтһә, тәхетте австриялы Габсбургтарға тапшырыу тыйыла. 1506 йылда Уласло II Австрия хакимы Максимилиан I менән ярашлы килешеү төҙөй, быға ҡарата венгр дворяндарының асыуы ҡабара, шул уҡ йылда королдең өсөнсө ҡатыны Анны де Фуаның улы — вариҫтың тыуыуы ғына был хәлде йомшартып ебәрә.

1512 йылда ғосман тәхетенә Сәлим I Яуыз (Грозный) ултыра, ул агрессив сәйәсәтте көсәйтә, төрөктәр Венгрияның көньяҡтағы өлкәләрен даими рәүештә талай. 1513 йылда папа Лев X элекке крепостноой крәҫтиән, Матьяш Корвин хакимлыҡ иткәндә күтәрелеп ҡалған һәм Эстергомда эре ер хужаһына әйләнгән епископ Тамаш Бакоциға төрөктәргә ҡаршы яңы тәре походын ойоштороуҙы йөкмәтә. Тамаш Бакоц ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 40 меңлек куруцтарҙан (тәре йөрөтөүселәр) торған ғәскәр йыя, ғәскәр башына сығышы менән Трансильвания секейҙарынан булған ваҡ дворян Дьёрдь Дожа ҡуйыла. Уғата ҙур креҫтиән армияһының ойошторолоуына борсолған венгр феодалдары, уларҙың контролдән сығыуҙарынан ҡурҡып, 1514 йылдың майында королдең тәре походынан баш тартыуына өлгәшә. Асыуланған куруцтар (баш күтәреүселәр) феодалдарға ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлай, 1514 йылдың йәйендә ихтилал Венгрияның бик ҙур өлөшөнә тарала. 15 июлдә дворян армияһы етәкселәре — Иштван Батори һәм Янош Запольяи баш күтәреүселәрҙе еңә, Дьёрдь Дожа әсир итеп алына, 20 июлдә бығаса күрелмәгән ҡанһыҙлыҡ менән язаға тарттырыла: утта ҡыҙҙырылған тәхеткә ултыртыла һәм башына утта ҡыҙҙырылған таж кейҙерелә. Ихтилал көҙгә тиклем баҫтырыла, феодалдар 50 меңгә тиклем боласыны ҡыра. 1514 йылдың октябрь — ноябрендә венгр крәҫтиәндәренең хәлен тағы ла нығыраҡ насарайтҡан закондар ҡабул ителә: ҡатламдарға бүленеү, крәҫтиәндәрҙе мәңгегә ергә бәйләү, аҙна һайын барщинаға эшләү һәм башҡалар раҫлана. Шулай итеп, венгр милләтенең тамырына балта сабыла.

Уласло Икенсенең улы — 10 йәшлек Лайош II (1516—1526) тәүге йылдарҙа үҙенең бабаһы Польша короле Сигизмунд I Ягеллон ҡарамағында идара итә. 1515 йылда уҡ уны принцесса Мария Австрийскаяға (дочери испан короле Филипп I Красивыйҙың ҡыҙы) өйләндерәләр, ә уның һеңлеһе Анна Австрия тәхете вариҫы Фердинанда Беренсегә кейәүгә сыға. Әммә үҙенең аҡыллы һәм талантлы ҡатынының ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, Лайош II феодаль анархияһы ҡулына ала алмай. 1521 йылда солтан Сөләймән I Кануни Белградты баҫып ала. 1522 йылда Лайош II бәлиғ булды, тип иғлан ителә. Ул, Европа королдәренең Ғосмандарға ҡаршы бергәләп сығыш яһаясаҡтарына иҫәп тотоп, Рим папаһына, Венецияның дожына, Польша, Англия һәм Австрияға мөрәжәғәт итә. Әммә венгр илселәрен бар ерҙә лә һалҡын ҡабул итәләр, Венгрияның үҙендә дворяндарҙың күбеһе Лайошҡа буйһонмай.

Төрөктәрҙең баҫып алыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1683 йылда Венгри.

1526 йылдың 29 авгусында ғосман солтаны Сөләймән Беренсенең башында бөйөк вәзир Ибраһим паша торған 50 меңлек армияһы Мохач янындағы һуғышта 25 меңлек венгр ғәскәрен ҡырып һала: төп сәбәбе — феодаль анархияның барлыҡҡа килеүе, күп кенә венгр дворяндары королдең йыйылырға саҡырыуына иғтибар итмәй, феодалдар һаман да крәҫтиәндәргә ҡорал биреүҙән ҡурҡа. Лайош II ҡасып барған сағында һаҙлыҡта батып үлә, 12 көндән һуң Сөләймән бер ниндәй һуғышһыҙ төрөктәргә бирелгән баш ҡалаға килеп инә. Төрөктәр Пешта һәм Балатонға тиклем ятҡан ерҙәрҙе тулыһынса талай, тәүге йылда ғына 200 кешене әсир итеп алалар. Тол ҡалған королева Мария Пожонға ҡаса; 1526 йылдың сентябрендә Фердинанд I Габсбург чех короле итеп һайлана, ләкин 11 ноябрҙә Секешфехерварҙағы сеймда Янош Запольяи венгр короле тип иғлан ителә. Әммә Фердинанд, күп кенә вельможаларҙы аҡсаға һатып алып, 1526 йылдың 17 декабрендә Венгрия короле итеп һайлана. Әле төрөктәр ҡулына эләкмәгән Венгрия территорияһында Фердинанд һәм Янош Запольяи яҡлылар араһында күп йыллыҡ һуғыш башлана, ә венгр феодалдары, даими рәүештә бер лагерҙан икенсеһенә күсеп, тик үҙ мәнфәғәте өсөн генә яна. 1527—1528 йылдарҙа төрөктәр Дунайҙағы бөтә венгр ҡәлғәләрен дә үҙ ҡулдарына ала, Босния, Хорватия, Славонияны тулыһынса үҙенә буйһондора. Римды талағандан һуң 1527 йылда Габсбургтарҙың ғәскәре Венгрияға күсерелә һәм Янош Запольяины бер нисә тапҡыр еңә. 1528 йылдың ғинуарында Запольяи, Истанбулда төҙөлгән килешеүгә ярашлы, солтан Сөләймәндең ҡул аҫтына инә. 1528 йылдың мартында Габсбургтар ғәскәре Запольяины тағы ла еңә, уға Польшаға ҡасырға тура килә. Быға яуап итеп, Сөләймән I 1529 йылда тағы ла похордҡа сыға, 1529 йылдың авгусында төрөктәр һәм Запольяи яҡлы венгрҙар Буданы баҫып ала һәм Яношты ҡайтанан тәхеткә ултырта. Фердинандҡа ҡаршы Сөләймән артабан Австрияға юллана, 1529 йылдың сентябрь — октябрендә төрөктәр Венаны ҡамай, ҡаланы баҫып ала алмай, ләкин Янош Запольяиға ярҙам итәләр. Австрия һәм Төркиә араһында барған һөйләшеүҙәр уңышҡа өлгәшмәй, 1532—1533 йылдарҙа Венгрия территорияһында төрөктәр һәм австриялылар араһында яңы һуғыш бара; Фердинандтың ҡустыһы, император Карл V Австрияла бик оҫта оборона тота һәм төрөктәрҙе Германияның үҙәгенә үткәрмәй. 1533 йылдың 23 июлендә Истанбулда беренсе австро-төрөк тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Венгрияның ҙур өлөшө Янош Запольяи ҡул аҫтында ҡала, әммә төрөктөргә вассал буйһоноуында була, ә Венгрияның көнбайыштағы һәм төньяҡ-көнбайыштағы ерҙәре солтанға йыл һайын 30 мең дукат түләргә йөкләмә алған Австрияға күсә.

15301534 йылдарҙа ғәмәлдә Ибраһимпашаның дуҫы һәм Сөләймәндең ышаныслы кешеһе, (дож Андреа Гриттиҙың законһыҙ никахта тыуған улы) Альвизе Луиджи Гритти Венгрияың регенты була. Гритти Сөләймән һәм Запольяи араһында аралашсы ролен башҡара, ләкин төрлө авантюраларға бирелә, Запольяи власын ҡаҡшатырға тырышып ҡарай, ә 1534 йылдың июлендә Трансильванияла уның яҡлы булған надьварад епискобы Имре Цибакты үлтерә. Ләкин трансильван магнаттары Молдавия господаре Петр Рареш ярҙамында 1534 йылдың сентябрендә Гриттиның лагерына һөжүм итә, ул әсир итеп алына һәм язалап үлтерелә. Янош Запольяиның позициялары әкренләп йомшара бара, папа уны сиркәүҙән айыра; оҙаҡ ваҡыт Запольяиның вариҫтары булмай, әкренләп ул Фердинанд Габсбургты Венгрияла үҙенең вариҫы итеп танырға йыйына.

1538 йылдың 24 февралендә Надьварадта Фердинанд һәм Запольяи яҡлылар араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Фердинанд тәхеткә дәғүә итеүсе берҙән-бер кеше тип таныла, ә Запольяиның башҡа вариҫтары мул итеп бүләкләнергә тейеш була. Ләкин Янош Запольяи 1539 йылда поляк короле Сигизмунд Беренсенең ҡыҙы Изабеллаға өйләнә, 1540 йылдың 7 июлендә йәш королева ул таба, уға Янош Жигмонд исеме ҡушыла, ә 1540 йылдың 22 июлендә Янош Запольяи, барондарын Надьварад тыныслыҡ килешеүе шарттарын үтәүҙән баш тартасаҡтары хаҡында ант иттереп, үлеп китә. Ҡөҙрәтле кәңәшсе һәм вафат булған король ҡаҙнаһының һуңғы хужаһы Дьёрдь Мартинуцци («брат Дьёрдь», варад епискобы) сабый Янош Жигмондтың Янош II исеме аҫтында король итеп һайланыуына өлгәшә, һәм яңы король Истанбул тарафынан да таныла. Фердинанд I Янош Жигмондтың биләмәләрен баҫып алырға ҡарар итә, Будаға ғәскәр ебәрә; 1540—1547 йылдарҙағы австро-төрөк һуғышы башлана, Сөләймән походҡа Янош Жигмондтың хоҡуҡтарын яҡлау лозунгыһы аҫтында сыға, 1541 йылдың авгусында ҡайтанан Буданы ала, 1543 йылда Эстергом, Секешфехервар, Тату, Печ һәм Шиклошты баҫып ала, артабан Дунай һәм Тиса араһындағы бер нисә ҡәлғә лә уның ҡул аҫтына инә. Шулай итеп, был һуғыш барышында Венгрия өс өлөшкә бүленә: үҙәк һәм көньяҡ райондар төрөк солтаны власы аҫтына эләгә, көнбайыш райондар Габсбургтар биләмәләре составына инә (Австрия контроле аҫтындағы ҡыҫҡартылған Венгр короллеге, баш ҡалаһы Пожон), көнсығыш райондар Янош Жигмондтың биләмәләре, әкренләп Трансильвания кенәзлегенә әүерелгән яңы дәүләт. Буда Венгрия вилайәтенең үҙәге, ул санджактарға бүленә. Буданың Бейлербейе паша титутылын йөрөтә һәм виләйәттең хәрби, административ һәм суд идарасыһы булып таныла. Ул элегерәк төҙөлгән күрше Босния виләйәтенән, шулай уҡ икенсе бер эйялеттән ярҙамға ғәскәр саҡырырға хоҡуҡлы, уның үҙәге Темешварҙа урынлаша.

Венгрҙарҙың бөтәһе лә баҫып алыусыларға ҡаршылыҡ күрһәтте, тип әйтеп булмай: көньяҡ-көнсығыштағы крәҫтиәндәр төрөктәрҙе урындағы феодалдарҙың көс етмәҫлек һалымдар һалып иҙеүенән азат итеүсе тип ҡабул итә. Төрөктәр ҙә венгр крәҫтиәндәре араһынан үҙҙәре яҡлыларҙы булдырырға тырыша һәм улар менән йомшаҡ һөйләшә, бигерәк тә ҡалаларға ярҙам итергә тырыша. Трансильванияның Османдарға түләгән яһағы әллә ни ҙур булмай, солтан ерҙәрендәге венгр крәҫтиәндәре лә әллә ни ҙур һалымдарҙан йонсомай. Венгр ерҙәрендә османдар христиан динен тотҡан кешеләрҙе эҙәрлекләмәй, әммә мосолманлыҡҡа күсеү һәр саҡ дәртләндерелә. Дини һуғыштар менән ялманған Европа уртаһында Трансильвания дөйөм алғанда дин иреген таныу хөкөм һөргән уникаль бер утрауға әйләнә. Бында католик, православие, протестантизм һәм униат сиркәүе үҙ-ара тыныс йәшәй, 1571 йылда Тырга-Мурешта үткән Трансильвания сеймында ла был раҫлана. Осман протектораты осоро Трансильвания өсөн мәҙәни үҫеш, сәскә атыу осорона әйләнә, ул Мохач янындағы һуғыштан һуң уҡ башлана; шул мәлдә король Матьяш культы ла барлыҡҡа килә, уның авторитарлығы хәҙер инде фатиха биреү кеүек ҡабул ителә.

1566 йылда Венгрия ҡайтанан Османдар һәм Габсбургтар араһында һуғыш яланына әйләнә. Һөҙөмтәлә ҡартайған солтан Сөләймән Кануни Венгрияға поход менән килә. Сигетвар ҡәлғәһе яулана, ләкин төрөктәрҙең был еңеүе солтан Сөләймәндең үлеме менән төҫһөҙләнеп ҡала. 1570 йылда Янош Жигмонд һәм Максимилиан II Шпейерҙа килешеүгә ҡул ҡуя, уның буйынса Янош Жигмонд венгр тажынан баш тарта, бындай аҙымы өсөн уны Габсбургтар Трансильванияның (Венгрия составындағы вассал кенәзлеге булараҡ) кенәзе тип таный һәм princeps Transsylvaniae et partium regni Hungariae dominus («Трансильвания кенәзе һәм Венгрияның бер өлөшөнөң хакимы») титулын бирә. Был структура Янош Жигмонд үлгәндән һуң да һаҡлана, ә бит уның менән Запольяи династияһы тамамланған була. Янош Икенсе кенәзлекте үҙенең ҡаҙна хужаһы Каспар Бекешҡа ҡалдырырға теләй, ләкин Трансильванияның юғары ҡатламы Иштван Баториҙы кенәз тип иғлан итә (1571—1576), шунан һуң Трансильвания кенәздәрен һайлап ҡуйыу практикаһы ҡулланыла башлай, бик һирәк осраҡта ғына тәхет атаһынан улына күсә.

Габсбургтар власы аҫтында артта ҡалған Король Венгрияһы Австрия дәүләтенең состав өлөшө булараҡ көн итә, баш ҡалаһы Пресбургта (Пожонда) урынлаша. Венгр короле итеп һайланыу менән Фердинанд I үҙенең хөкүмәтен (губерниум) булдыра, палатин уның башлығы була; әгәр был пост буш торһа, идара итеү эше архиепископтарҙың йәки епископтарҙың береһенә йөкмәтелә. Баттяни, Батори, Эрдеди, Надашди, Зриньи ғаиләләре һәм башҡа венгр ырыуҙары Пожонда юғары вазифалар биләй йәки, комитатҡа етәкселек итеп, урта дворяндарҙың күп һанлы төркөмдәрен үҙ командаһында тота. Улар ҙур ғына шәхси армия армии һәм гүзәл һарайҙарҙы тота. Король Венгрияһының ҡатламдары Габсбургтар алдынан үҙҙәренең хоҡуҡтарын бик тырышып яҡлай, һәм венгрҙарҙың Австрия составында автономияһы ысын мәғәнәһендә автономия булыуға өлгәшә.

XVI быуатта Венгрияла, бигеррәк тә Трансильванияла, кальвинизм бик тиҙ тарала, Реформация тулыһынса тантана итмәһә лә, ул католик сиркәүен бер ни тиклем ҡыҫырыҡлай. Венгр йөмғиәтен тулҡынландырған һорауҙарға ыңғай яуаптар бирә алғанға күрә протестанизм халыҡ араһында уғата ҙур популярлыҡ яулай. Католик сиркәүе аңлатыуынса, гонаһтары өсөн венгрҙарға төрөктәр күктән ебәрелгән яза; протестант концепцияһы буйынса, венгрҙар аллаһ тарафынан һайланған халыҡ булараҡ ҡаты һынауҙарға дусар була: үҙҙәренең динен һаҡлап, венгрҙар сит ил кешеләре власынан ҡотоласаҡ. Протестант дине тәғлимәте төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениелары системаһына айырыуса иғтибар бүлә; хаттаиң бәләкәй трансильван ауылындағы иң ярлы приход мәктәптәрендә бына тигән мәктәп уҡытыусыларын осратырға була; Матьяш осоронда һүрәтле ҡулдан яҙылған дәреслек ғәҙәти китап тип иҫәпләнә, ул бик ҡиммәт тора, ә йөҙ йыл үтеү менән Гомерҙың нәшер ителгән китабын бер килограмм ит хаҡына һатып алырға була.

Эгерҙы ҡамауҙа тотоу (1552 йыл)

Тағы ла өс австро-төрөк һуғыштары (1551—1562, 1566—1568, 1592—1606) Венгрияла осман биләмәләренең бер ни тиклем артыуына килтерҙе. Австрияның 1590-сы йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәренең уңышын, католик фанаттарының төрөктәрҙән яулап алынған ерҙәрҙә йәшәгән халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы арҡаһында, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә юҡҡа сығара. Император Рудольф II 1604 йылда еретиктарға ҡаршы йүнәлтелгән элекке закондарҙы тергеҙә; яуап урынына Трансильванияла магнат-кальвинист Иштван Бочкаи етәкселегендә ҡеүәтле ихтилал башлана, элек османдарға ҡаршы һуғышҡан гайдуктар уның яҡлы булып сығыш яһай. 1605 йылда Бочкаи Венгр короллегенә бәреп инә, уның отрядтары Штирияға тиклем барып етә. Рудольф Икенсенең ҡустыһы императорҙың Венгриялағы наместнигы Маттиас ғәмәлдә императорға ҡаршы сығыш яһай, Венгрияла власты үҙ ҡулына ала һәм венгр протестантары менән ярашырға ашыға. 1606 йылдың 23 июнендә Венала Маттиас килешеү буйынса венгр дворяндары һәм ҡалаларының дин тотоуҙа ирекле булыуҙарын таный һәм Бочкаиға Венгрияның таулы ерҙә урынлашҡан ете комитатын бирә.

Австрия менән Төркиә араһындағы Ситваторок (Живаторок) тыныслыҡ килешеүе буйынса бер тапҡыр бирелә торған 200 мең форинтлыҡ компенсация өсөн император яһаҡ түләүҙән азат ителә. Шул ваҡыт Иштван Бочкаи вафат була, Трансильванияла власты Жигмонд Ракоци баҫып ала. Маттиас асыҡтан-асыҡ Рудольфҡа ҡаршы сығыш яһай, 1608 йылда Матьяш II (1608—1618) исеме аҫтында Венгрия короле тип таныла, ә 1612 йылда ҡустыһын Австрия тәхетенән төшөрөп, Габсбург биләмәләрен ҡайтанан берләштерә. Маттиасҡа венгр тажы өсөн бик ҡиммәт түләргә тура килә — венгрҙарҙың Ягеллондар заманынан алып булған өҫтөнлөктәре ҡайтанан тергеҙелә: монарх булмаған саҡта палатин уның вазифаларын үтәргә тейеш, сеймдарҙан ризалыҡ алмай тороп королдең һуғыш иғлан итергә хоҡуғы юҡ, крепостной гарнизондарҙан ул венгрҙарҙан башҡа бөтә офицерҙарҙы алырға тейеш. Шул уҡ йылда Трансильванияла власты күңел асырға яратҡан һәм хөр фекерле Габор Батори баҫып ала, ул 1610—1611 йылдарҙа ваҡытлыса булһа ла Валахияны яулап ала. 1613 йылда шәхесе һәм ҡаҙаныштары йыш ҡына Матьяш Хуньяди образы менән йәнәш ҡуйылған Габор Бетлен (1613—1629) кенәз була.

Габор Бетлен, «венгр Макиавеллиһы», ихлас кальвинист, Османдар яҡлы, регуляр армия булдыра, магнаттарҙың баш-баштаҡлығын аяуһыҙ рәүештә баҫа, анархияны бөтөрә; яһаҡ йыйыуҙа бер кемде лә йәлләп тормай, кенәз ҡаҙнаһын тулыландыра. Ул дин тотоуҙа иректе сикләмәй, иезуит Дьёрдем Кальдиҙың Библияны тәржемә итеүен хуплай, был маҡсатҡа аҡса бүлә, православие динендәге румындарға үҙҙәренең епискобын булдырыуҙарына рөхсәт бирә һәм анабаптистарҙы йәшерә. Утыҙ йыллыҡ һуғышҡа ҡушылып, ул 1619 йылда Словакияны, шунан һуң Пожонды баҫып ала, 1619 йылдың ноябрь — декабрендә, баш күтәргән чехтар менән союздаш булып, хатта Венаны ҡамауҙа тота. 1620 йылдың ғинуарында Габор Бетлен Пожондағы дәүләт йыйылышында Венгрия кенәзе итеп һайлана (1620—1622); шул уҡ йыйылыш лютерандар, кальвинистар һәм католиктарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләү, иезуиттарҙы ҡыуыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Әммә Бетлен христиан Венгрияһының ике өлөшөндә лә власты ҡулында тота алмай: Габсбургтарҙың еңеүҙәре сәбәпле, ул 1622 йылдың 6 ғинуарында почётлы Микулов (Никольсбург) тыныслыҡ килешеүе төҙөргә мәжбүр була. Был килешеү буйынса Бетлен, венгр тажынан баш тартҡан осраҡта, ете бәхәсле комитатты һәм Герман империяһы герцогы титулын ала; ошо уҡ документта Габсбургтарҙың Трансильвания өсөн дәғүәләшеүе тураһында бер һүҙ ҙә булмай. Бетлен тағы ла бер нисә тапҡыр Австрияға һуғыш аса, ләкин элекке уңышын ул ҡабатлай алмай. Әммә сәйәси даирәлә ул ҙур урын биләй, Трансильванияның мәҙәни йәһәттән сәскә атыуына бөтә Европа ғәжәпләнә. Көнбайыш илдәрҙең беренең илсеһе, 1621 йылда Дьюлафехерварҙағы кенәз һарайында булғандан һуң, үҙенең ғәжәпләнеүен йәшерә алмайынса: "Бында наҙанлыҡтың эҙе лә юҡ таһа!" — тип ҡысҡырып ебәрә. Кенәз һарайын итальян архитекторҙары һәм скульпторҙары мөһабәт алым ҡулланып эшләй; улар уны фрескалар, ҡалҡыу биҙәкле түшәм, фламанд һәм итальян гобелендары менән биҙәй. Бүлмәләрендәге экзотик йыһаздар, унда үткәрелеп килгән бал кисәләре, театр спектаклдәре, музыкаль концерттар менән бер рәттән һарайҙа эшләгәндәрҙең һәр кемгә иғтибарлы була белеүе ул замандағы нәзәкәтлелек тураһындағы иң юғары талаптарға яуап бирә.

1629 йылда Габор Бетлен вафат була, уның тол ҡатыны Каталина Бранденбургская власты ҡулында тота алмай. Бетлен үлгәндән һуң ете комитат та ҡайтанан Габсбургтарға ҡайтарып бирелә. 1630 йылда трансильван феодалдары кенәз итеп Дьёрдя Ракоци Беренсене һайлай (1630—1648), ул идара иткән йылдар Трансильванияның «алтын быуатының» һуңғы этабы тип иҫәпләнелә, унда элеккесә венгрҙар хакимлыҡ итә. Дьёрдь Ракоци I лә бойондороҡһоҙ тышҡы сәйәсәт алып бара, Молдавия һәм Валахиялағы бәхәстәргә ҡыҫыла, ә 1643 йылда Швеция менән союздаш килешеүе төҙөй һәм Австрияға ҡаршы һуғышты ҡайтанан башлай, урындағы халыҡ ярҙамы менән тағы ла бөтә Словакияны яулап ала, 1645 йылда трансильвандар шведтар менән берлектә Брноны ҡамауҙа тота. Әммә Дьёрдь Ракоци I Истанбул баҫымы аҫтында шул йылда уҡ Фердинандом III менән сепаратив Линцск тыныслыҡ килешеүе (декабрь, 1645 йыл) төҙөй, уға ете комитат беркетелә һәм империя кенәзе титулы бирелә.

Дьёрдя Ракоци Беренсенең улы һәм вариҫы Дьёрдь Ракоци II (1648—1660) антигабсбург сәйәсәтен дауам итә, төрөктөрҙең власынан да ҡотолорға теләй, Валахияны һәм Молдованы үҙенә буйһондора; был кенәзлектәргә йоғонто яһау өсөн көрәштә уға тәүҙә Богдан Хмельницкий менән бәрелешергә тура килә, 1653 йылдың майында үҙенең союздашы Матей Басарабҡа уның улы Тимоша Хмельницкийҙы Финта янындағы һуғышта еңергә ярҙам итә. Тиҙҙән Дьёрдь Ракоци II шведтарҙың Речь Посполитийға баҫып инеүенән файҙаланып ҡалырға ҡарар итә һәм, Стефан Батория кеүек, үҙенә Польша тәхетен тартып алырға теләй. Трансильвандар Польшаға шведтар һәм запорожецтар менән бергә баҫып инә, ләкин поляктар уларға ҡаршы татарҙарҙы ебәрә, ә солтан Мәхмәд IV Дьёрдь Ракоци Икенсенән кенәз власын тартып ала; 16581662 йылдарҙа төрөктәр һәм татарҙар Трансильванияны талап сыға. Кенәзлектең иҡтисади сәскә атыуы тамамлана, 1660 йылдың июнендә Дьёрдь Ракоци II төрөктәр менән һуғышта үлемесле яралана, уның арҡалашы Янош Кемени власты ҡулында тота алмай, 1661 йылда төрөктәр Трансильванияла үҙҙәрен тыңлап ҡына торған Михая Апафины кенәз итеп ҡуя (1661—1690).

1663 йылда яңы австро-төрөк һуғышы башлана. 1664 йылдың 10 авгусында Австрия һәм Төркиә араһында төҙөлгән Вашвар килешеүе буйынса осман ғәскәрҙәре Трансильваниянан сығарыла, ләкин ул солтандың юғары власы аҫтында ҡала, Трансильванияның бер нисә ҡәлғәһендә — Нове-Замки (Эршекуйвар), Орадя (Надьварад), Зеринвар (Уйзриньивар) — төрөк гарнизондары урынлаша, әИстанбулға ебәрелә торған яһаҡтың ҙурлығы ҡырҡа арта. Ғосман империяһындағы көрсөк венгр провинцияларының хәлен насарайта. Шуға ҡарамаҫтан төньяҡ Венгрияла 1670-се йылдарҙа куруцтарҙың яңы ихтилалдары Австрияға ҡаршы башлана. Боласыларға Людовик XIV ярҙам итә. Тәүге ихтилал 1672 йылда башлана, әммә куруцтарҙы тиҙ арала ҡыйратып ташлайҙар; 1678 йылда баш күтәреүселәргә дворянин Имре Тёкёли етәкселек итә, улар Корлоль Венгрияһының ҙур ғына өлөшөн биләүгә өлгәшә. Бер ни тиклем ваҡыт ул Истанбул һәм Вена араһында йөрөй, ләкин 1682 йылда Мехмедом IV менән союз килешеүе төҙөй, шул сәбәпле төрөктәр Венаға поход менән йүнәлә, һөҙөмтәлә Венгрияла ғосмандарҙың хакимлыҡ итеүе тамамлана.

Венгр Халыҡ Республикаһы (19491989)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Власҡа коммунистарҙың килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылдың 31 авгусындағы парламент һайлауында Венгрия Коммунистар партияһы (КПВ) күпселек тауыш йыя. 1948 йылда Венгрия Социаль-демократик партияһында етәкслек алмашына, партияның рәсми идеологияһы итеп ленинизм иғлан ителә, коммунистик булмаған ағымдар вәкилдәренең СДПВ-ла етәксе вазифалар биләүселәре уның сафынан сығарыла. 13 июндә СДПВ менән Коммунистар партияһы Венгрия хеҙмәтсәндәр партияһына (ВПТ-ға) берләшә (Magyar Dolgozók Pártja, MDP, ВПТ). Дәүләт йыйылышындағы урындарҙың яртыһынан күберәге яңы партияныҡы булып сыға, ВПТ-ның генераль секретары итеп КПВ лидеры Матьяш Ракоши һайлана.

Советлашыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1949 йылда конституция ҡабул ителә һәм Венгр Халыҡ Республикаһы иғлан ителә. Дәүләт йыйылышы формаль рәүештә закон сығарыу органы булып ҡала, ул күп мандатлы, ә 1966 йылдан — бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Хөкүмәт Министрҙар советы итеп үҙгәртелә, президент вазифаһы бөтөрөлә, уның функциялары Дәүләт йыйылышы тарафынан һайланған Президент советына (Elnöki Tanács) күсә. Тиҙҙән Венгрия хеҙмәтсәндәр партияһынан башҡалары тыйыла. Демократия ВПТ диктатураһы менән алмаштырыла.

Венгр ихтилалы һәм советлашыуҙан ҡотолоуға ынтылыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1956 йылдың 21 июлендә Матьяш Ракоши оставкаға ебәрелә, уның урынын Эрнё Герё ала. 23 октябрҙә Будапешта күмәк кеше ҡатнашлығындағы коммунистарға ҡаршы демонстрация башлана. Йыйылыусылар баш ҡаланың үҙәк майҙанындағы Сталин һәйкәлен һүтә һәм уны киҫәктәргә вата, яҡындағы биналарҙы баҫып алырға ынтыла. Был халыҡ сыуалышы шул уҡ көндә ихилалға үҫешә. 24 октябрҙә Имре Надь Венгрия Министрҙар советы рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Хөкүмәттең яңы составы утты туҡтатыу, Венгр Халыҡ Армияһын һәм Дәүләт именлеге идаралығын таратыу, гонвед ойоштороу, ВПТ эшмәкәрлеген бөтөрөү, шулай уҡ совет ғәскәрҙәрен Венгриянан сығарыу тураһында Советтар Союзы менән һөйләшеүҙәр башланыуы хаҡында иғлан итә. 30 октябрҙә күп партиялы система тергеҙелә, 31 октябрҙә коммунистарға ҡаршы кәйефтә булған демонстранттарҙың хәрби өлөшөнән Милли гвардия (Nemzetőrség) ойошторола. 3 ноябрҙә ВПТ, ПНСХ, НКП и СДПВ вәкилдәренән яңы хөкүмәт төҙөлә. ВПТ-ның йәмәғәт биналарын, министрлыҡтарҙы һәм район комитеттарын һаҡлаған әүҙем ағзаларына үҙҙәрендәге ҡоралды һис киҫекмәҫтән тапшырыу хаҡында венгр хөкүмәтенең фарманы бирелә. 4 ноябрҙә Будапештҡа Совет Армияһы индерелә һәм 7 ноябргә милли гвардияның ҡаршылығы баҫтырыла, венгр хөкүмәте ҡулға алына.[4] Премьер-министр Имре Надь үлем язаһына хөкүм ителә. 7 ноябрҙә совет ҡарашлы Революцион эшсе-крәҫтиән хөкүмәте (Forradalmi Munkás-Paraszt Kormány) төҙөлә, элекке хөкүмәттең бөтө ҡараҙары ла юҡҡа сығарыла. Был ихтилал һөҙөмтәһендә Венгрия хеҙмәтсәндәр партияһы (ВПТ) бөтөрөлә, һәм уның ағзаларынан икенсе берҙән-бер законға нигеҙләнгән ойошма — Венгрия социалистик эшселәр партияһы (урыҫса Венгерская социалистическая рабочая партия, Magyar Szocialista Munkáspárt, MSZMP, ВСРП) ойошторола. Уның генераль секретары итеп Янош Кадар һайлана. Ул был вазифала 1988 йылға, үны Карой Гросс алмаштырғансы була.

Өсөнсө Венгр Республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда ВСРП-ла етәкселек алмашына, партия идеологияһы итеп социал-демократия иғлан ителә, уның атамаһы Венгр социалистик партияһы итеп үҙгәртелә (Венгерская социалистическая партия, Magyar Szocialista Párt, MSZP, ВСП). Бер партиялы система бөтөрөлә: либераль партия - Ирекле депутаттар альянсы (Альянс свободных демократов, АСД), консерватив партиялар - Венгр демократик форумы (Венгерский демократический форум, ВДФ), Бойондороҡһоҙ ваҡ милекселәр партияһы (Партия независимых мелких хозяев, ПНМХ), Христиан-демократик халыҡ партияһы (Христианско-демократическая народная партия, ХДНП), Венгр граждандар союзы (Венгерский гражданский союз, ВГС, венгр телендәге аббревиатураһы «Фидес» менән нығыраҡ билдәле). Венгрия яңынан «Венгр Республикаһы» итеп иғлан ителә - был ил тарихындағы өсөнсө демократик дәүләт. Тышҡы сәйәсәт үҙгәртелә — Европаға ҡайтыуға йүнәлеш алына, ил биләмәләренән Совет Армияһы частарын сығарыу башлана, ул 1991 йылда тамамлана. 1999 йылдан Венгрия — НАТО, ә 2004 йылдың 1 майынан  — Европа берләшмәһе (Европейский союз, ЕС) ағзаһы.

1990 йылдың мартында 1947 йылдан һуң тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ шарттарында Дәүләт йыйылышына һайлау үткәрелә. Уның һөҙөмтәһе буйынса беренсе урынды консерватив партия - Венгр демократик форумы ала, һәм хөкүмәтте уның вәкиле Йожеф Антал етәкләй. Был кабинеттың һәм уның яҡлылар эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре итеп баҙар иҡтисады һәм хосуси милекселек иғлан ителә, хосусилаштырыу (приватизация — дәүләт һәм муниципаль милекте һатып йәки бушлай хосуси милеккә биреү) үткәрелә.

Әммә үҙгәртеп ҡороуҙар иҡтисади ауырлыҡтарға алып килә: эшһеҙлек арта, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйә, илдең төп аҡса берәмеге форинт девальвацияға дусар була, Халыҡ-ара валюта фонды менән проблемалар тыуа. 1994 йылғы парламент һайлауында Венгр социалистик партияһы (ВСП) беренсе урынды ала, һәм ул Ирекле депутаттар альянсы менән берлектә Дьюла Хорн етәкселегендә хөкүмәт төҙөй. 1995-1996 йылдарҙа Венгрияла иҡтисад программаһы тормошҡа ашырыла. Авторы — финанстар министры Лайош (Ласло) Бокрош исеме менән ул «Бокрош планы» булараҡ билдәлелек ала һәм форинттың девальвацияһын, социаль түләүҙәрҙе ҡыҫҡартыуҙы, сит илдәрҙән тауар индереүгә (импортҡа) һалым кертеүҙе күҙ уңында тота.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Седов В. В. Древнерусская народность. Историко-археологическое исследование (Миграция славян из Дунайского региона). М., 1999.
  2. Barford P. M. (2001). The Early Slavs: Culture and Society in Early Medieval Eastern Europe. Cornell University Press. ISBN 0-8014-3977-9.
  3. Valentin Vasiljevič Sedov. Sloveni u ranom srednjem veku, Novi Sad, 2013, pages 419-421.
  4. Джоанна Гранвилл (Johanna Granville), Первый Домино The First Domino: International Decision Making During the Hungarian Crisis of 1956, Texas A & M University Press, 2004. ISBN 1585442984.

Һылтанмалар һәм әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]