Википедия:Бөгөн/9 сентябрь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Милли[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1776 — «Америка Берләшкән Колониялары» атамаһын «Америка Ҡушма Штаттары» итеп үҙгәртеү рәсми раҫлана.
  • 1886 — Швейцария баш ҡалаһы Бернда Әҙәби һәм нәфис әҫәрҙәрҙе һаҡлау тураһында Конвенцияға ҡул ҡуйыла, был автор хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тәүге халыҡ-ара килешеү була.
  • 1892 — Америка астрономы Э. Барнард Юпитерҙың бишенсе юлдашы — Амальтеюны аса.
  • 1893 — Германияла «Штутгарт» футбол клубы ойошторола.
  • 1911 — Англияла авиапочта эшләй башлай.
  • 1913 — Урыҫ хәрби осоусыһы Пётр Нестеров тәү тапҡыр ҡатмарлы юғары пилотаж фигураһы «мёртвая петля» яһай.
  • 1933 — Мәскәү «ДЕТГИЗ» (1963 йылдан «Детская литература» китап нәшриәте ойошторола.
  • 1970 — «ВАЗ-2101» — «Жигули» еңел автомобилен сығарыу башлана.