Высоцк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Высоцк
Флаг[d]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Кузьма Демидович Высоцкий[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Городское поселение Высоцкое[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение Высоцкое[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 1115 кеше (1 ғинуар 2018)[2][3],
1089 кеше (2020)[4]
Майҙан 39,81 км²[5]
Почта индексы 188909
Рәсми сайт vysotsk.vbglenobl.ru
Урынлашыу картаһы
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1532
Урындағы телефон коды 81378
Карта
 Высоцк Викимилектә


Высоцк 1917 йылға тиклем Тронгзунд (швед. Trångsund), 1917 — 1948 йылдан Уурас (фин. Uuras) — порт ҡалаһы. Рәсәйҙең Ленинград өлкәһе Выборг районы ҡалаһы. Октябрь тимер юлының Высоцк тимер юл станцияһы. Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса иң бәләкәй ҡалаларҙың береһе, уның халҡы — 1115 кеше (2018 йыл мәғлүмәттәре буйынса)[6].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуң, йыл барышында 1710 йылда Төньяҡ һуғышы барышында Выборг шведтарҙан яулап алынғас, Выборг ҡултығының иң тар урынында (исеме шунан: швед. trång — «тар», sund — «боғаҙ») батша Петр I әмере Тронгзунд нығытмалары төҙөлә[7].

1721 йылда Ништадт тыныслыҡ тураһындағы килешеүе буйынса бөтә Выборг яны Рәсәй империяһына күсә.

Бөйөк Финляндия кенәзлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19-сы быуатта Тронгзунд Бөйөк Финляндия кенәзлеге составында тора.


Тронгзунд административ рәүештәСтрандаский өйәҙе (швед. Ranta härad, фин. Rannan kihlakunta) Выборг губернаһына ҡарай.

ХХ быуат башында Тронгзунд Фин ҡултығындағы Бөйөк Петр исемендәге нығытмалар системаһына инә.

Финляндия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙ Финляндияла (1917—1940 йылдар буйына) Уурас (фин. Uuras — «тырыш») тип аталған.

СССР[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет-фин һуғышынан һуң Мәскәү килешеүе буйынса Выборг губернаһы СССР-ға тапшырыла. Шунда уҡ СССР алған территория бүленә, 1940 йылдың яҙында уның бер өлөшө— уның төньяҡ өлөшө Карел Автономиялы ССР-ына күсә, шул уҡ ваҡытта ул Карел-Фин ССР-ы тип үҙгәртелә. Июндә уның административ райондары ойошторола. Уурас Выборг районына ҡарай.

1944 йылдың ноябендә Карел-Фин ССР-ының Выборг районы Ленинград өлкәһенә күсә.

1940-сы йылдар аҙағында совет власы урыҫлаштырыу кампанияһы алып бара, был кампания барышында Карел муйындағы тораҡ пункттары биләмәләренә урыҫ исемдәрен ҡуша. 1948 йылдың ҡышында Уурас ҡасабаһында яңы исем ала — «Петроостров» тип атала, бының мотивы: «буйынса тарихи ваҡиғалар буйынса — Петр I Карел муйынын, шул иҫәптән Трангсундты шведтарҙан баҫып алғанлыҡтан» тип аңлатыла. Әммә 1948 йылдың июлендә был тораҡ пунктының атамаһы Тронсгунда районында геройҙарса һәләк булған Советтар Союзы Геройы Кузьма Демидович Высоцкий хөрмәтенә «Высоцк» тип атала[8][9][10]). 1948 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән 1 октябрендә был үҙгәртеү раҫлана.

Рәсәй Федерацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Высоцк — Рәсәйҙәге ҡала статуслы иң бәләкәй тораҡ пункттарының береһе (1115 кеше 2018 йылда)[6], унан Чекалин[11] һәм Иннополис[12]ҡалалары ғына ҡалыша. Хәҙерге заманда ҡалала яңы спорткомплекс төҙөү тураһында план 2012 йылға ҡаралған[13].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Высоцкий утрауының төньяҡ өлөшөндә, Фин ҡултығында урынлашҡан.

Район үҙәге булған Выборг ҡалаһына тиклем Высоцк ҡалаһы араһында — 30 км алыҫлыҡ ята[14].

Высоцк порты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

баш: Порт Высоцкий (фин.)баш.

Бөтөн тарихы дауамында Тронгзунд — Уурас — Высоцк портлы ҡала, ул сауҙа һәм хәрби флот өсөн уңайлы һәм ышаныслы гавань .

Белем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С. И. Ростоцкий исемендәге урта мәктәп

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Совет режиссеры Станислав Ростоцкий Высоцкиҙа 15 йыл йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. https://web.archive.org/web/20180619083123/http://petrostat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/petrostat/resources/329b7080452ceba9a8b7fec4d78fa45b/%D0%9B%D0%9E_%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB+%D0%9C%D0%9E+%D0%BD%D0%B0+01.01.2018+%D1%87%D0%B5%D0%BB.pdf
  3. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  4. http://web.archive.org/web/20200424113056/https://www.gks.ru/storage/mediabank/Численность%20по%20МО_Site.xlsx
  5. https://web.archive.org/web/20131017184641/http://reglib.ru/Files/file/administrativno-territorialnoe%20delenie%20leningradskoi%20oblasti_%202007%20g_8.pdf
  6. 6,0 6,1 Численность населения Ленинградской области в разрезе муниципальных образований по состоянию на 1 января 2018 года 2018 йыл 19 июнь архивланған.
  7. Кожевников В. Г. Административно-территориальное деление Ленинградской области. — СПб, 1997. — С. 19.
  8. Высоцкий Кузьма Дмитриевич. «Герои страны» сайты.
  9. Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382. ссылка
  10. Надгробный памятник на могиле Высоцкого К. Д.
  11. Том 1. Численность и размещение населения. 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов — районных центров и сельских населенных пунктов с населением 3 тысячи человек и более 2013 йыл 2 июль архивланған. // Итоги Всероссийской переписи населения 2012 йыл 23 ноябрь архивланған.. — 2012.
  12. http://tatstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/tatstat/resources/4f3274804c0d84f9ab87abc621b350d8/МОчисл2016.pdf 2016 йыл 15 апрель архивланған.
  13. По стадиону — на район. Выборгские Ведомости (30 декабрь 2012). Дата обращения: 3 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года.
  14. Административно-территориальное деление Ленинградской области. — СПб., 2007, с. 30 2013 йыл 17 октябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]