Эстәлеккә күсергә

Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 19 июль 1860({{padleft:1860|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Көҙән, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Вәлидова Өммөлхаят Мөхәмәтҡафи ҡыҙы
Балалары Әхмәтзәки Вәлиди Туған һәм Вәлидов Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы
Һөнәр төрө Имам

Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы (19 июль 1860 йыл — 20 июль 1937 йыл) — имам-хатиб, мөҙәрис. Милләте — башҡорт. Төркиәтсе-ғалим, Стамбул университеты профессоры, Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың атаһы.

Әхмәтшаһ һәм Өммөлхаят Вәлидовтар улдары Ғәбдерәүеф менән

Әхмәтша(һ) Әхмәтйән улы Вәлидов 1860 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән ауылында «Оҙон Әхмәтйән» ҡушаматлы Әхмәтйән Вәлидов ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Улар бик фәҡир йәшәгән, һәм ғаилә башлығы ҡырҡ йәшендә генә береһенән-береһе бәләкәй өс баланы етем ҡалдырып, вафат булған. Әхмәтшаға бары ете йәш кенә була.

Ике йәшкә генә оло Шәйәхмәт ағаһы менән күрше байға ялланып, төрлө эштәрен башҡарғандар. Оҫта итеп сабата үреп тә һатҡан ул.

Егерме биш йәшенә тиклем батша армияһында хеҙмәт итә. Шунда уҡырға-яҙырға өйрәнә, ныҡышмал рәүештә урыҫ телен өйрәнә. Тырыш егетте командиры күреп ҡалып, үҙенә ординарец итеп ала.

Хеҙмәттән ҡайтҡас, йәше байтаҡ булһа ла, хәҙерге Ғафури районы Үтәк ауылы мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Тырыш шәкертен Мөхәммәткафи хәҙрәт бик оҡшата, уның белемен үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә. Ҡыҙы Өммөлхаятты уға кейәүгә бирә һәм кейәүен Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә[1]..

Мәҙрәсәне тамамлап, Әхмәтша муллалыҡ указы ала һәм Көҙәнгә икенсе имам-хатиб булып ҡайта, ауылда 1890-сы йылдар башында мәҙрәсә асып ебәрә. Бында 200-ҙән ашыу бала белем ала. Мәҙрәсә өсөн 4 бина файҙаланыла[2]. ХХ быуат башында мәҙрәсәлә донъяуи фәндәр уҡытыла башлай, йәдитселек ысулдары индерелә.

Мөғәллим үҙе иһә даими белемен камиллаштыра, бик күп уҡый, китаптар алдыра. Ҡатыны Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы Вәлидова (1873—1946) иһә Әхмәтшаһ мәҙрәсәһенең ҡыҙҙар синыфтарында мөғәллимә вазифаһын үтәй.

1909 йылда Әхмәтшаһ Вәлидов Мәккәгә хажға барып ҡайта, ярты йыл йөрөй ул изге сәфәрҙә. Ҡайтҡас, «Хаж сәфәре» тигән китап яҙып, баҫтырып сығара, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар[3].

1921 йылда бер ғәйепһеҙҙән ҡулға алып, Стәрлетамаҡ төрмәһенә ултырталар, ике айҙан һуң, ғәйеп тапмай, сығаралар. Суд уның бар мал-мөлкәтен тартып алып Башҡортостандан ситкә өс йылға һөргөнгә ебәрергә тип ҡарар сығара. Әхмәтшаһ Вәлидов Верхнеуральскийға өс йылға һөргөнгә китә, ҡатыны ла уның менән бара. Уларҙы һөргәндән иртәрәк ҡайтаралар. Ҡайтҡас, ер иҙәнле бәләкәй генә йорт һатып алалар.

1937 йылдың 15 июлендә ҡулға алына, РСФСР Енәйәт кодексының 58-10 һәм 58-11 статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырап, 1937 йылдың 20 июлендә Өфөлә аталар. 1960 йылдың 8 ғинуарында аҡлана[4].

Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидовтың шәжәрәһе

Хәләл ефете Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы Вәлидова, ул хәҙерге Ғафури районы Үтәк ауылында мәҙрәсә мөҙәрисе Мөхәмәткафи Ҡотлозаман улы Һатлыҡов (Ҡотлозаманов) ҡыҙы, дин әһеле Х. М. Һатлыҡовтың һеңлеһе була.

Балалары: Әхмәтзәки, Ғәбдерәүеф, Ғәбделбарый, Ғәбделхәй, Сара, Зәкиә.

  • Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов (1890—1970) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалған шәхес. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт ғалимы, фәлсәфә докторы (1935), Стамбул университеты профессоры, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
  • Вәлидов Ғәбдерәүеф Әхмәтшаһ улы (Әхмәтшин, Рәүеф Әхмәт улы Вәлидов) 1896 йылда Көҙәндә тыуған. Атаһының мәҙрәсәһендә башланғыс белем ала. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, ағаһы Әхмәтзәки кәңәше менән, уҡырға бик һәләтле егет Ҡазанға «Ҡасимия» мәҙрәсәһенә уҡырға китә. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия техникумында тамамлай, Көҙәнгә ҡайтып, «Заготскот» контораһына бухгалтер булып эшкә урынлаша. Өйләнә, уның Нажия, Роза, Зәйтунә, Айһылыу, Арыҫлан исемле балалары була. 1931 йылда Ғәбдрәүефте ағаһы өсөн эҙәрлекләп эшенән ҡыуалар, малын тартып алалар. Әхмәтшиндар төрлө ерҙәргә күсенеп йөрөргә мәжбүр була, Петровский ауылында, Өфөлә, һуңғараҡ Борайҙа йәшәйҙәр. Бик ныҡ мохтажлыҡ кисерәләр. 1937 йылдың 29 июлендә Ғәбдрәүеф Әхмәтша улын ҡулға алалар. Билдәһеҙ Борай кешеһе ғаиләһенә яңы бәлә янауын иҫкәртә, үҙен дә ҡулға алмаһындар өсөн, Мәстүрә Әхмәтшинаға балаларын алып, ҡайтып китергә кәңәш итә[5].
  • Ғәбделбарый Әхмәтшаһ улы Вәлидов 1918 йылда тыуған. Көҙәндә атаһының мәҙрәсәһендә алғас, Ҡаҙанға уҡырға китә. Беренсе донъя һығышынан яраланып ҡайта. Хәләл ефете Менәүәрә Стәрлетамаҡта уҡып ҡайтҡан була, мәҙрәсәлә ҡыҙҙарҙы уҡыта башлай. Ғәбделбарый ауылдағы мәктәптә рус теле уҡыта. 35 йәштә саҡта Ҡазан университетына уҡырға инә һәм ауырып китеп, больницала үлеп ҡала.
  • Ғәбделхәй Әхмәтшаһ улы Вәлидов(Әхмәтшин) 1903 йылда Маҡар районы Көҙән ауылында тыуа. Үҙ ауылында мәҙрәсәлә, артабан Ырымбур ҡалаһында уҡый. 1934 йылда ул ситтән тороп Өфөләге пединститутҡа уҡырға инә.

Ҡатыны Фатима Хажи ҡыҙы — Ишембай районы Маҡар ауылынан. Маҡар ауылында, һуңғараҡ Белорет районы Сермән ауылында, Учалы районының Туңғатар ауылында, Мулдаҡайҙа (1933) уҡыта. Ғәбделхәй Әхмәтша улы математика, туған тел, музыканан уҡыта, завуч булып эшләй. Музыкаға һәләтле була — скрипкала бик матур уйнай. Тәүге балалары Фәүзиә- 1926 йылда, улдары Шәүкәт — 1928 йылда, Салауат 1931 йылда, төпсөктәре Флүрә 1936 йылда тыуған.

  • Сара Әхмәтшаһ ҡыҙы Вәлидова (Вәлиева)
  • Зәкиә Әхмәтшаһ ҡыҙы Вәлидова — Әхмәтшаһ Вәлидовтың кесе ҡыҙы.

Билдәле вариҫтары һәм туғандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Иҫәнбикә Вәлиди Туған (1940 йылғы, Төркиә) — тарихсы. Фәлсәфә докторы (1973), профессор (1995), Төркиә фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы;
  • Сүбиҙәй Туған (1943 йылғы) — тарихсы, фәлсәфә докторы (1972), профессор (1986);
  • Камил Абдрахман улы Вәлиев (1934—2000) — физик. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989); Сара Әхмәтшаһ ҡыҙы Вәлидованың улы;
  • Роза Ғәбдрәүеф ҡыҙы Маннанова (Әхмәтшина—Вәлидова) (1923—2012) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966).
  • Әхмәтшина Флүрә Ғәбделхәй ҡыҙы — медицина фәндәре кандидаты.
  • Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы — Әхмәтша Вәлидовтың бер туған ағаһы Шәйәхмәт Вәлидовтың ейәнсәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор
  • Вәлидовтар рухы һүнмәҫ. Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите, 2014, 3 сентябрь[6].
  1. Нурия Килмөхәмәтова. Минең ҡәҙерлеләрем. — Өфө, Китап, 2017. — 116-сы бит
  2. Биография А.-З. Валиди.//Виртуальный музей А.-З. Валиди. Национальная библиотека Республики Башкортостан имени Ахмет-Заки Валиди 2014 йыл 16 октябрь архивланған.
  3. Нурия Килмөхәмәтова. Минең ҡәҙерлеләрем. — Өфө, Китап, 2017. — 17-се бит
  4. Книга памяти Республики Башкортостан
  5. В Книге памяти Республики Башкортостан о нём есть следующие сведения: Родился в 1896 году. По национальности — башкир. Образование — незаконченное среднее. Место работы — Бураевская контора «Заготскот», бухгалтер. 27 июля 1937 года был арестован, а 28 января 1938 года — расстрелян. Реабилитирован 6 марта 1959 года.
  6. Вәлидовтар рухы һүнмәҫ. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 3 сентябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2018)
  • Ахмедзаки Валиди Тоган. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман-тюрков за национальное бытие и сохранение культуры: в 2 кн. Книга 1. — Уфа, 1994.
  • Башкирские шежере /Сост., авторы вступ. статей М. Х. Надергулов, А. Г. Салихов; отв. ред. Ф. Г. Хисамитдинова. — Анкара: Анкамат, 2009. — 186 с.
  • Калимуллина Г. Т. Генеалогия рода Валидовых // А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1. / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 364—368. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тарихи-биографик китап. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте, 2000. — 384 с. — ISBN 5-88185-014-9.
  • Нурия Килмөхәмәтова. Минең ҡәҙерлеләрем. — Өфө, Китап, 2017. — 116-сы бит</ref>..