Глобаль йылыныу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
НАСА мәғлүмәте буйынса температура графигы

Глобаль йылыныу — уртаса йыллыҡ Ер атмосфераһы температураһының даими үҫе барыуы. БМО климат үҙгәреүен тикшереүсе белгестәр мғлүмәтенсе, XVIII быуат уртаһынан Ерҙә уртаса температура 0,7 °C-ҡа күтәрлгән. Йылыныуҙыҡ шаҡтай өлөшө һуңғы 50 йылға тура килә, һәм был йылыныу кеше эшмәкерлеге менән бәйле.

Климат үҙгәреүен тикшерүсе белгестәр билдәләгәнсә, XXII быуатта Ер температураһы 1,8 до 3,4 °С-ҡа тиклем күтәрелергә мөмкин[1]. Ҡайһы бер урындарҙа ауа температураһы түбәнәйеүе мөмкин.

Глобаль йылыныу күренеше[үҙгәртергә]

2010 йылда һауа шарттарының ҡырҡа боҙолоуы — Ер шарында климат үҙгәреүҙең туранан-тура эҙемтәһе, ул туранан-тура кеше эшмәкәрлегенә бәйле. 1880 йылдан һуң тәү тапҡыр 2010 йылдың ғинуар — апрелдә һауа температураһы Ер шарында иң юғарыһы ине. Ҡыш Цельсий буйынса — 1,89, яҙ 1,37С градусҡа йылыраҡ теркәлгән. 2010 йылдың нюнь — июлендә Көнсығыш Европаны бығаса күрелмәгән эҫелек солғап, урыны менән һауа 40С градусҡаса йылынды. Май айында ғәҙәти булмаған эҫелек Рәсәйҙең көнсығыш һәм үҙәк райондарына ла үтеп инде. Көньяҡ Америкала иһә был яҡтар өсөн бөтөнләй ят һалҡын һауа хөкөм һөрҙө. Көслө ел ҡар алып килде, һепертмә буран сыҡты. Июлдә Аргентинала һәм Чилиҙа ысын һалҡындар урынлашып, температура — 18—22 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Көньяҡ Африкала ла күпләп ҡар яуып, урыны менән уның ҡалынлығы 25 сантиметрға етте.

Ғәҙәттә, көҙ күҙәтелә торған муссон ямғырҙары Һиндостан, Пакстан һәм Бангладештта көслө һыу баҫыуға килтерҙе. 500-ҙән ашыу кеше һәләк булды, 10 миллионы тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булды. Бик күп сәсеүлек зыян күрҙе, мал-тыуар, башҡа мөлкәтте һыу йыуып алып китте. Көньяҡ Ҡытайҙа һыу баҫыуҙан 120 кеше ҡорбан булды, 13 миллионы төрлө ҡаза күрҙе. Хатта Ғәрәп диңгеҙендә бер ҡасан да булмаған тропик циклон күҙәтелде. Англия менән Уэльста көслө ямғырҙар яуҙы, Кипрҙа эҫелек 45 градусҡа етеп, үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды. Кувейтта дүрт көн рәттән 50 градустан юғары эҫелек күҙәтелде.

Франция ла быйыл тәбиғәт аномалияһын йышыраҡ күҙәтте.

Глобаль йылыныу сәбәптәре[үҙгәртергә]

Тикшереүселәр атмосфераның йылыныуына заводтар һәм автомобилдәр сығарған углекислый газ ғәйепле икәнен күптән әйтә килә. Әммә был күренеште Ҡояш активлығы менән бәйләүселәр ҙә бар. Ысынлап та, Ҡояштың активлығы үҙгәреп тора, Йыһандан ергә күп кенә туҙан да килеп эләгә, ти улар. Һауа шарттары ҡырҡа боҙолоуҙа кеше ғәйебе ни дәрәжәлә? «Известия-наука» ҡушымтаһы ошо һорау өҫтөндә уйланып, интернетта ҙур мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Глобаль йылыныу арҡаһында БМО белгестәре яҡын киләсәктә төрлө һәләкәттәр фараз итә, тип яҙа гәзит. Кешенең техноген эшмәкәрлеге, атмосфераға углекислый газ күпләп бүленеү – төп хәүеф сығанағы. Һуңғы 40 йылда Мәскәүҙә уртаса температура 5 градусҡа күтәрелде. Хатта ғинуарҙа ла ул ни бары – 9,3 градус тәшкил иткән. Тимәк, ҡышҡы һалҡындарҙан һуң эҫе йәй киләсәк[2]..

Парник эффекты[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер теориялар буйынса, был күренеш Ерҙең йылы бүлеп сығарыу һәләтен тотҡарлай һәм парник эффекты тыуҙыра. Сәнәғәттең 200 йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә углекислый газдың атмосфералағы күләме өстән бер өлөшкә артып, һуңғы быуатта уртаса температура 0,6 градусҡа күтәрелгән. 90-сы йылдар уҙған быуаттың иң эҫе дәүере һанала. Һуңғы 100 йылда Төньяҡ ярымшарҙа температура уға тиклемге мең йылдан да күберәк артҡан. Әгәр ҙә сәнәғәт етештереүе күләме әлеге кимәлдә һаҡланһа, XXI быуат аҙағына климаттың 2 – 6 градусҡа йылыныуы көтөлә. Донъя океаны иһә бер метрға күтәреләсәк.

Парник эффекты, йәғни Ер шарында климаттың йылына башлауына беренсе тапҡыр 1824 йылда француз физигы Жозеф Фурье иғтибар итә. Ләкин кеше леккә уның асылын аңлау өсөн быуат ярымдан ашыу ваҡыт кәрәк була. Синоптиктар атмосфераның йылыныуына заводтар һәм автомобилдәр сығар ған углекислый газ булышлыҡ иткәнен күптән әйтә килә. Мәҫәлән, 1 литр бензин янғанда 2,5 килограмм кислород юҡҡа сыға. Глобаль йылыныу менән иң ныҡ ҡыҙыҡһынғандарҙың Бөйөк Британиянан булыуы ғәжәп түгел, сөнки донъя океаны күтәрелә ҡалһа, был утрау һыу аҫтында ҡаласаҡ. 2006 йылда Бөтә донъя банкының баш экономисы, хәҙер Лондондың иҡтисад мәктәбе профессоры Николас Стерн әҙерләгән доклад буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәгәндә, XXI быуатта ахрызаман етеүе ихтимал. «Температура 100 – 200 йылда 5 градусҡа артһа, – ти Стерн, – донъя океаны күтәрелеп, 1 миллиард кеше эсәр һыуһыҙ ҡаласаҡ, йоғошло ауырыуҙар миллиондарса кешене юҡ итәсәк». Миграцияның ниндәй дәрәжәгә етәсәген күҙаллау ҙа мөмкин түгел.

Ҡояш активлығы[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер ғалимдәр фекренсә, һауа температураһының йылыныуы ҡояш активлығы менән бәйләй. Ерҙә йылыныу процессы Ҡояш активлығы менән бәйле тигән гипотеза менән сығыш яһайҙар. Ҡояш ни тиклем активыраҡ булһа, йәғни уның өҫтөндә таптар булһа, тирә-яҡҡа шул тиклем күберәк энергия тарата. Был фараз буйынса, боҙлоҡ осоронда Ҡояш активлығы кәмегән, йәғни таптар балмаған. Ҡояш активлығы циклик күренеш, 12 йыллыҡ циклы бар, 76 йыллыҡ циклы бар. Шуға күрә глобаль йылыныуҙан һуң, боҙлоҡ осоро башланырға ла мөмкин икән.

Башҡа ғалидәр бының менән килешмәй. Тәбиғәткә кеше тәъҫире барыбер көслөрәк, сәнәғәт объекттары, транспорт ҡот осҡос зыян килтерә, тип иҫәпләй улар.

Буласаҡ эҙемтәләре тураһында фараздар[үҙгәртергә]

«Известиянаука»ның күҙаллауы буйынса хәҙерге цивилизацияны алда түбәндә еләр көтә:

  • Глобаль йылыныу арҡаһында боҙлоҡтар иреүҙең туфан ҡал ҡыуына килтереүе ихтимал. Ғалимдар фекеренсә, Ерҙең өстән бер өлөшө һыу аҫ тында ҡалыу кешелеккә етди хәүеф тыуҙырасаҡ;
  • Озон ҡатламы йоҡарыу ҙа Ерҙең көслө радиацияға дусар ителеү ихтималлығын көсәйтә. Ундай шарттарҙа кешенең үҙен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге юҡҡа сыға;
  • Ергә бынан 65 миллион йыл элекке кеүек метеорит килеп бәрелеү ихтималлығы. Тәүге вариант бу йынса, кешеләргә тәүтормош община ҡоролошонан башларға тура килһә, икенсеһе буйынса, Ерҙең тарҡалып, Йыһан туҙанына әүерелеү хәүефе бар;
  • Ҡояштың йылытыуҙан туҡтауы. Тик был күренеште 10 миллиард йыл көтөргә кәрәк;
  • Ер шарының сит планета вәкилдәре тарафынан баҫып алыныуы. Әлегә был фаразды бер кем дә дөрөҫләй йәки кире ҡаға алмай;
  • Кешелектең үҙенүҙе юҡ итеүе.

Глобаль йылыныуҙың бөтә донъяға йоғонтоһо сүллектәр киңәйеү, дауыл һәм һыу баҫыу¬ҙар йышыраҡ күҙәтелеү, малярия һәм биҙгәк ауырыуҙары көсәйеүҙә сағылыш табасаҡ. Африка менән Азияның күпселек өлөшөндә ерҙән уңыш алыу кәмеп, көньяҡ-көнсығыш Азияла артыуы ихтимал. Европа һыу баҫыуҙан интегәсәк, Венеция менән Голландия иһә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Австралия менән Яңы Зеландия — ҡоролоҡтан, ә АҠШ-тың көнсығыш яры емергес дауылдарҙан яфа сигеүе ихтимал. Төньяҡ ярымшарҙа боҙ ике аҙнаға элегерәк әрселәсәк. Арктиканың боҙ ҡатламы 15 процентҡа йоҡарыуы, Антарктидала боҙлоҡтоң 7—9 процентҡа эскәрәк шылыуы ихтимал. Көньяҡ Америка, Тибет һәм Африка тауҙарында боҙ ҡатламы иреп бөтәсәк. Европала үҫемлекселек менән шөғөлләнеү осоро ике аҙнаға оҙоная. Глобаль йылыныу арҡаһында XXI быуат аҙағына Гренландияла боҙлоҡтар иреп бөтөүе фаразлана. Был турала АҠШ-тың НАСА-һы (милли аэрокосмик тикшеренеүҙәр агентлығы) хәбәр итә.

Глобаль йылыныуға кире ҡараш[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер ғалимдар йылыныу процессын циклик рәүештә ҡабатлынып килгән процесс тип һанай. Улар Ерҙәге йылы дәүерҙәр боҙлоҡ осоро менән алышыныуына һылтай. Улар, киләсәктә климат һыуына барасаҡ, тип иҫбатлай[3]. Яҡынса мең йыл самаһыф элек шундай йылыныу күҙәтелгән. Ошо осорҙа норвегиялылар Гренландияны үҙләштерә башлай. Ә 200 йылдан һуң утрауҙағы колония һәләк булған, сөнки һыуытып диңгеҙ туңа башлаған.[4].

Шулай итеп, ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, климат һалҡыная. Ер шарының һыуыныу циклына инеүе тураһындағы фараз меңдәрсә йылдар буйы алынған геологик мәғлүмәттәргә таяна. Глобаль һыуыныуҙың туранан-тура дәлилдәре юҡ. Улар шартлы. Мәҫәлән, 10 мең йыл элек сираттағы боҙланыу тамамланып, Ер йылына башлаған. 5,5 мең йыл әүәл ул да үҙенең юғары нөктәһенә етеп, кире процесс күҙәтелгән. Был дәлил ғалимдарҙың «Хәҙер глобаль һыуыныу башлана» тигән фаразына нигеҙ булып тора. Рәсәй Фәндәр академияһының Баш (Пулково) об серваторияһы хеҙмәткәре Х. Абдусаматов та ошо фекерҙе яҡлай. «Температура ның глобаль төшөүе 1645—1705 йылдарҙа бөтә Европала, Төньяҡ Америкала һәм Гренландияла күҙәтелгән, – ти ул. – Был күренеш фәндә Ҡояш әүҙемлегенең «Маундер минимумы» тип йөрөтөлә. Голландияла бөтә каналдарҙа ла һыу туңа, кешеләр Гренландияның бер өлөшөн ташлап китергә мәжбүр була. Иван Грозный батшалыҡ иткән дәүерҙә Ҡырымға сана юлы булыуы билдәле. Ҡояш нурҙарының ун бер йыллыҡ һәм бер быуатлыҡ вариацияларының бер юлы һәм оҙайлы үҙгәреүе арҡаһында климат шарттары ла үҙгәрә, – ти Абду саматов. – Анализдарҙан күренеүенсә, әле Ер глобаль йылыныуҙың иң юғары нөк тәһендә. Артабан Ҡояш нурҙарының һүрәнәйеүе арҡаһында температура аҡрынлап төшәсәк. XX быуатта Ҡояштың активлығы көсәйеүе Ерҙә климаттың ҡырҡа үҙгәреүенә ғәжәпләнергә түгел, сөнки ундай хәлдәр элек тә күҙәтелгән. 2012—2013 йылдарҙа уҡ һалҡынайта башлаясаҡ, ә 2035—2045 йылдарҙа иһә беҙҙе глобаль һыуыныу көтә».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Халыҡ-ара килешеүләр[үҙгәртергә]

Башҡа[үҙгәртергә]