Эстәлеккә күсергә

Ерошин Анатолий Емельянович

Был мәҡәлә сифатлы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анатолий Ерошин
Исеме:

Анатолий Емельянович Ерошин

Тыуған көнө:

11 август 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы

Вафат булған көнө:

28 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (52 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, журналист

Ижад йылдары:

1957—1970

Йүнәлеше:

журналистика, проза

Жанр:

очерк, хикәйә, повесть

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Дебют:

«Второе рождение» (очерктар), 1963  (рус.)

Наградалары:
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1944 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1956 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1943 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1940
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1951 «Батырлыҡ өсөн» миҙалы — 1941
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Ерошин Анатолий Емельянович (11 август 1917 йыл — 28 июль 1970 йыл) — Башҡортостанда тыуған һәм русса ижад иткән журналист һәм яҙыусы, 1962 йылдан СССР-ҙың журналистар һәм 1969 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, хәрби ордендар һәм миҙалдар кавалеры. Полковник[1].

Анатолий Емельянович Ерошин 1917 йылдың 11 авгусында Өфө ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1936 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Киев артиллерия училищеһына уҡырға инә. Шул ваҡыттан башлап, 1957 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы, Ҡораллы Көстәр сафында хәрби хеҙмәттә була. 1939—1940 йылдарҙа совет-финлянд[ru] һуғышында ҡатнаша, күрһәткән батырлығы өсөн 1940 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тағы ла хәрәкәт итеүсе фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. Хәрби хеҙмәттә разведка дивизионы начальнигынан алып армияның артиллерия штабы начальнигына тиклемге яуаплы вазифаларҙы биләй.

1948 йылда Мәскәүҙәге Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһын тамамлағас, шунда уҡытыу эшенә ҡалдырыла. 1954 йылда хәрби хеҙмәтен Ленинградтағы Хәрби артиллерия командирҙар академияһында факультет начальнигы урынбаҫары вазифаһында дауам итә. 1957 йылда сәләмәтлегенә бәйле хәрби хеҙмәттән «полковник» дәрәжәһендә запасҡа сығарыла.

Артабан бер ни тиклем ваҡыт Ленинградтың матбуғат баҫмаларында эшләп ала һәм, Өфөгә ҡайтып, журналистика өлкәһендә эшмәкәрлеген дауам итә.

Анатолий Ерошин 1970 йылдың 28 июлендә Өфөлә вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Журналистикала Анатолий Ерошиндың үҙ темаһы бар: ул хәрби темаға яҙылған очерктар, айырым һалдат һәм офицерҙар хаҡында йәнле һүрәтләмәләр. Уның рус телендә нәшер ителгән «Второе рождение» (1963), «Крутые виражи» (1965) һәм «Солдатская слава»: очерки о полных кавалерах ордена Славы (1967) очерктар йыйынтыҡтары нәҡ ошоноң сағылышы.

Етерлек ижад тәжрибәһе туплағас, әҙип ҙурыраҡ күләмле әҫәрҙәргә тотона. Уның 1970 йылда Башҡортостан китап нәшриәте донъяға сығарған «В тот огневой июль» исемле ярайһы уҡ күләмле китабында инде повестар һәм хикәйәләр урын алған. Был китап 1989 йылда ҡабаттан нәшер ителде. Унда Бөйөк Ватан һуғышының ҡанлы ваҡиғалары һүрәтләнә, ил азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡан батыр совет һалдатының яҡты образы тыуҙырыла.

Һуғыш ветераны Анатолий Ерошин республикабыҙҙың Советтар Союзы Геройҙарына арналған «Славные сыны Башкирии» исемле биш томлыҡ китапты әҙерләүҙә һәм нәшер итеүҙә туранан-тура ҡатнаша.

Яҙыусы һәм журналистың хәрби темаға яҙылған очерк һәм хикәйәләре Өфөлә һәм Мәскәүҙә сыҡҡан төрлө йыйынтыҡтарҙа донъя күрә, гәзит-журналдарҙа[1] баҫыла.

Әҙип, үҙ әҫәрҙәре өсөн яңы темалар һәм геройҙар эҙләп, ҡәләмдәштәре менән берлектә республиканың ҡала һәм райондары буйлап ижади командировкаларға йыш сыға[2].

Анатолий Ерошиндың ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана[3].

  • Второе рождение: Очерки. — Уфа: Башкнигоиздат, 1963. — 132 с. (рус.)
  • Крутые виражи: Очерки. — Уфа: Башкнигоиздат, 1965. — 132 с. (рус.)
  • Солдатская слава: Очерки о полных кавалерах ордена Славы. — Уфа: Башкнигоиздат, 1967. — 198 с. (рус.)
  • Крутые виражи: Очерки о спортсменах. — М.: Издательство ДОСААФ, 1968. — 61 с.:ил.  (рус.)
  • Не ради славы: Очерки о полных кавалерах ордена Славы. — М.: Издательство ДОСААФ, 1969. — 128 с. (рус.)
  • В тот огневой июль: Повести и рассказы. — Уфа: Башкнигоиздат, 1970. — 160 с. (рус.)
  • В тот огневой июль: Повести и рассказы. — Уфа: Башкнигоиздат, 1998. — 160 с. (рус.)
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (12.04.1944[4]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (29.03.1943)[5]
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1940, 1951)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙал (20.12.1941)[6]
  • «Сталинград оборонаһы өсөн» миҙал (06.09.1943)[7]
  • «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941—1945 йй.» миҙал (22.06.1945)[8]
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)