Исмәғилев, Заһир Ғарип улы

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Исмәғилев Заһир Ғарип улы

Исмәғилев, Заһир Ғарип улы , композитор, 1916 йылда 21 ғинуарында Ырымбур губернаһы, Верхне-Урал өйәҙе, Үрге Сәрмән ауылында тыуған. 2003 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында үлгән.

БАССРҙың, СССРҙың халыҡ артисы (1982), РСФСРҙың атҡаҙанған артисы (1955), Глинко исемендәге дәүләт, Салауат Юлаев исемендәге республика премиялары лауреаты, Ленин ордены, ХеҙмәтҠыҙыл Байраҡ ордены, Халыҡтар Дуҫлығы, Почет билдәһе ордены кавалеры.

[үҙгәртергә] Тормош юлы

Атаһы уның урмансы булыуын теләй.Заһир бала саҡтан урман эшендә үҫә. Буш ваҡытында ҡурайҙа уйнай. 20 йәш тулғанда Өфөнән артистәр килгәнде ишетеп, 30 саҡрым алыҫлыҡҡа Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып ҡурайсы итеп ҡатнаштырыуын һорай. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. - Һин музыкант булырға тейешһең! – тип Булат Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү консеваторияһының башҡорт группаһына уҡырға инә.

[үҙгәртергә] Әҫәрҙәре

  1. «Салауат Юлаев» - беренсе Милли опера
  2. «Шәүрә»
  3. «Ағиҙел тулҡындары»
  4. «Урал илселәре»
  5. «Ҡаһым-түрә»
  6. «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы
  7. «Алмаҡай»
  8. «Сыңраү торна» балеты
  9. 300 яҡын йырҙар һәм романстар

[үҙгәртергә] Сығанаҡтар

  1. Новая иллюстрированная энциклопедия. Кн.7.Жа - Ит. –М.: Большая Российская энциклопедия, 2001. -255с.:ил. ISBN 5-85270-199-8 (кн.7) ISBN 5-85270-218-8
  2. Башҡорт матбуғатынан.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Башҡа телдәрҙә