Эстәлеккә күсергә

Йәшел тумыртҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәшел тумыртҡа
Ата ҡош
Ата ҡош
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Picus viridis Linnaeus, 1758

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 141791

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  554121
NCBI  100825
EOL  1177650

Йәшел тумыртҡа'[1], йәшел туҡран (лат. Picus viridis, рус. Зелёный дятел) — тумыртҡалар ғаиләһендәге ҡош.

Буҙ тумыртҡанан ҙурыраҡ. Оҙонлоғо 33—36 см, ҡанаттарының ҡоласы 40—44 см, ауырлығы 150—250 г[2]. Һырты-көрәнһыу һарғылт йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы йәшкелт аҡ. Ҡанаттарының һәм ҡойроғоноң осо аҡ төртөклө ҡара. Ҡорһағында арҡыры һорғолт йәшел һыҙыҡтар бар. Буҙ тумыртҡанан йәшел төҫө һәм түбәһе тоташ ҡыҙыл булыуы менән айырыла. Суҡышы аҫтында «мыйыҡ» һымаҡ йөн һыҙаты бар, ата ҡоштоң ул ҡара ҡайма менән ҡыҙыл төҫтә, ә инә ҡоштоң ҡара. Суҡышы ҡарағусҡыл. Енси диморфизм һиҙелерлек түгел, ата һәм инә ҡоштар башлыса «мыйыҡтарының» төҫө менән айырыла. Енси өлгөрмәгән йәш ҡоштарҙың ҡауырһындары йыш ҡара сыбар таптар менән, «мыйыҡтары» үҫешмәгән[3].

Тауышы көслө: «киәй-киәй-киәй».

Урманда йәшәй. Ағас бөжәктәре, ҡырмыҫҡалар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—9 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерһә, ҡырмыҫҡаны, уның күкәйҙәрен ашап, зыян итә.

Нигеҙҙә киң япраҡлы урмандарҙа, баҡсаларҙы, парктарҙа тереклек итә. Ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарҙа һирәк осрай. Ярым асыҡ ландашафтарға өҫтөнлөк бирә. Урман йырындарында, шулай уҡ һыубаҫар имәнлектәрҙә һәм ереклектәрҙә урынлаша. Йыш ҡына урман ситендә, һирәк ағаслыҡта, асыҡ киңлек менән аралашҡан урман утраусыҡтарында осрай. Оя ҡороу өсөн ҙур ҡырмыҫҡа иләүенең булыуы шарт, сөнки унда төйәкләнеүселәр ҡоштарҙың яратҡан аҙығы булып тора. Бик һаҡ, бигерәк тә оя ҡорған мәлдә.

Март урталарынан апрелдең 20-ләренә тиклем күрергә була, был осорҙа ҡарығыу осоштары һәм көслө тауыштары хас. Кавказ тауҙарында диңгеҙ кимәленән 3000 м бейеклектә, 1500 м тиклем көнсығыш Альптарҙа, 2100 м тиклем көнбайыш Альптарҙа осрай. Ҡалын ҡар япмаһы булған райондарҙа тиҙ бирешә.

Муйынында ҡарағусҡыл сыбарлыҡтар менән йәш ҡош

Евразияның көнбайыш, Төркиәнең урта диңгеҙ ярҙары буйына тиклем Скандинавияның көньяҡ өлөшөндә, Кавказ арты илдәрендә, Төньяҡ Иранда һәм Төркмәнстандың көньяғында таралған. Рәсәй территорияһында ареалы төньяҡта Фин ҡултығының көньяҡ яр буйҙары, Ладога күле, Кама йылғаһы тамағы, көнсығышта Волга үҙәне менән сикләнә. Европала ҡитға сиктәрендә Ирландияның төньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә, Макаронези утрауҙарында һәм Урта диңгеҙҙең ҡайһы бер утрауҙарында был ҡоштар юҡ[4].

  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 202. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — С. 341—342.
  3. Mullarney, Killian; Lars Svensson; Dan Zetterström & Peter J. Grant. Птицы Европы = Birds of Europe. — United States: Princeton University Press, 2000. — С. 224.
  4. Tucker, G. M., Heath, M. F. Birds in Europe: their conservation status. — Cambridge, UK: BirdLife International, 1994. — С. 346-347.