Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы
рус. Ахтям Рахматуллович Кинзикеев
татар. Әхтәм Кинҗәкәев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Бүздәк, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 18 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (95 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Гомельский государственный университет имени Франциска Скорины[d]
Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы (1 ғинуар 1922 йыл18 ғинуар 2017 йыл) — ғалим-нефтсе-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1965), профессор (1969), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхтәм Рәхмәтулла улы Кинйәкәев[1]  1922 йылдың 1 ғинуарында  Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Бүздәк ауылында  (Башҡортостан Республикаһының Бүздәк ауылы) тыуа.

1951 йылда  И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай.

Эш урындары: Өфө нефть институтының өлкән уҡытыусыһы  (1951—1956); Татар нефть ғилми-тикшеренеү институтының лабораториялары мөдире  (Бөгөлмә ҡалаһы, 1956—1967); И. М. Губкин исемендәге нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтының Татар киске факультетының декан урынбаҫары, деканы  (Әлмәт ҡалаһы, 1967—1969); Гомель дәүләт университетының деканы,  кафедра мөдире  (1969—1973); Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире (1973—1989), профессоры (1989 йылдан).

Кинйәкәевтең ғилми эшмәкәрлек йүнәлештәре: геология, геофизика. Ул Урал һәм Волга буйының нефтле, газлы, карбонатлы ултырмаларын тикшереү ысулдарын эшләй. Был палеозойҙың  стратиграфияһын аныҡлаштырырға, яңы нефтле ҡатламдарҙы табырға мөмкинлек бирә.  

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы —  220-ләп фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы.

Методы комплексного исследования нефтеносности карбонатных отложений. М.: Недра, 1972.

Эффекты переменного гравитационного поля в капиллярах. Уфа: Гилем, 1997.

Литостратиграфическая характеристика палеозоя платформенного Башкортостана в связи с перспективами открытия залежей углеводородов карбонатных разрезах бездействующих скважин. Уфа: РИО БашГУ, 2005.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. КИНЗИКЕЕВ Ахтям. Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2013 йыл 13 февраль архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]