Бөгөлмә (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Бөгөлмә, Татарстан Республикаһында ҡала. Бөгөлмә районы үҙәге.

Тарих[үҙгәртергә]

Бөгөлмә өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920).

1736 йылда Бөгөлмә биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына.

1795 й. Бөгөлмә 397 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. дворяндарға 3 йорт, хәрбиҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 91, сауҙагәрҙәргә — 2, руханиҙарға — 3, крәҫтиәндәргә — 162 йорт ҡараған. 1811 й. 1000 кеше йәшәгән, 1897 — 7577 кеше (баш'ҡ'орттар — 25, уры'ҫ'тар — 6879, татар'ҙ'ар — 421 һ.б.). 19 б. аҙ. халҡы сауҙа, кәсепселек, юлаусылар йорто тотоу, ылаусылыҡ, игенселек, умартасылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 13 кирбес, 12 көршәк яһау, 6 май һығыу, 3 араҡы, күн, һарыҡ тиреһен эшкәртеү һәм һыра з‑ды эшләгән. Йыл һайын й'ә'рминк'ә'л'ә'р үткәрелгән, Воздвиженка йәрминкәһе Урал янында иң ҙуры һаналған. Ҡазан ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры, сиркәү, ҡарттар йорто, 3 класлы ҡала, 2 класлы ҡыҙ балалар, башланғыс һәм м'ә'х'ә'лл'ә' училищелары, земство китапханаһы, 2 дауахана булған. 19 б. 70‑се йй. аҙ. шәхси башҡ.‑урыҫ уч‑щеһы асылған. 1920 й. алып ТАССР составында.