Кискебаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кискебаш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Уйылға районы һәм Троицк районы (Силәбе өлкәһе)
Карта

Кискебаш - рус. Кичкибас, Кичкибаз - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Троицк районындағы һәм Силәбе өлкәһенең Уйылға районынындағы һыу ятҡылығы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кискебаш күле Силәбе өлкәһенең бер юлы ике - Троицк һәм Уйылға райондары биләмәһендә ята.

Троицкиға тиклем аралығы – 18 км, Силәбегә – 125 км, Екатеринбургҡа – 320 км.

Координаттары: 54°20′0″N 61°40′29″E.

Ярында кеше йәшәгән пункттар: Уйылға районының Бараново утары, Родионово ауылы, 13 км-ҙа Рождественка ауылы.

Иң яҡын күлдәр: Долгое, Горькое, Голубое, Оло Шоғай, Кубышка, Ботыльково, Федоренково, Дунаево, Моховое, Собачье, Кислоям һәм Дробинино[2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уртаса тәрәнлеге: 2,5-3м
  • Максималь тәрәнлеге: 5м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 3,41*2,1 км
  • Һыуйыйғыс майҙаны: 53,4км2
  • Күлдән ағып сыға: Уй, Мейәс йылғалары.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 205м
  • Һыу көҙгөһө майҙаны: 5,47км2

Һыуы таҙа тип һанала.

Кәмә төшөрөү өсөн юлдары бар[2].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яр буйҙарында ҡуйы ҡамыш һәм екән үҫә.

Балыҡ тотоу сәнәғәт кимәлендә бара. Бының өсөн күлгә селбәрә ебәрелә һәм ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта тәрбиәләү бара[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Кичкибас, озеро, Троицкий район. Искаженный вариант прежнего топонима.В источниках ХVIII в. — Кочебас, от распространенного в прошлом у башкир и татар древнего тюркского мужеского имени Кичебас, Кочебаш, составленного словами: кич — «вечер» и баш — «начало». Имя дано родившемуся в начале вечера. Отражено время суток появления ребенка [3][4].

Атаманың килеп сығышын исемгә бәйләһәк, башҡа фараздар ҙа килеп сығыуы ихтимал, сөнки Н.И. Шувалов башҡорт ир-ат исеме тип килтергән Кочебас миҫалын раҫларлыҡ бөгөнгө рәсми сығанаҡтар юҡ. Һәр хәлдә, "Башҡорт исемдәре" китабында шуға оҡшаш Күсем, Күсәбай тигән исемдәр бар [5].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Кичкибаз (Кичкибас)
  3. Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  5. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 61-62 се биттәр

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Озеро Кичкибас