Күндерәү (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күндерәү
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Күндерәү — (рус. Кундравинское озеро) - Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл, Сыбаркүл ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ йәһәттән Күндерәү ауыл биләмәһенә инә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атама башҡорттарҙың Күндерәс тигән ирҙәр исеменән килеп сыҡҡан тип һанайҙар. Күл буйында Күндерәс исемле ғәйрәтле бер ир уҙаманы йәшәгән тигән риүәйәт бар. XVIII быуат уртаһында Кундравинская тигән слободаһы, һуңғараҡ — казак станицаһы һәм Кундравы ауылы барлыҡҡа килә [1].

Тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл төбө тигеҙһеҙ, ҡалын ләм ҡатламы менән ҡапланған. 2010 йылға тиклем бында балыҡ тотоу тыйылған булған, хәҙер балыҡ тотоу түләүле. Бында бик күп төр балыҡтар үрсей [2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  2. Кундравинское (Кундравы). Reki-ozera.ru. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.