Эстәлеккә күсергә

Мурзин Даян Баян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Даян Баян улы Мурзин
Даян Фәтҡелбаян улы Мурзин
Файл:Dayan Murzin.jpg
Ҡушаматы

«Ҡара генерал»

Тыуған ваҡыты

20 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Иҫке Балыҡлы ауылы, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы

Үлгән ваҡыты

9 февраль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (91 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй

Хеҙмәт иткән урыны

{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} РККА

Хәрби звание

майор

Часть

1-се Украина партизандар дивизияһы

Командалыҡ итеү

В. М. Молотов исемендәге "Ватан өсөн" партизандар отряды,
Ян Жижка исемендәге бригада

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Медаль «Партизану Отечественной войны» I степени
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
Жуков миҙалы
Жуков миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«Почёт Билдәһе» ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
За безупречную службу 2 степени
За безупречную службу 2 степени
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
Чехословацкий Военный крест 1939 «Азатлыҡ өсөн» Чехословакия хәрби орденының Алтын йондоҙо Чехословацкий орден Красного Знамени
Золотой Похвальный крест Министра обороны Чешской Республики
Отставкала

БАССР прокуратураһы
БАССР эске эштәр министры урынбаҫары

Мурзин Даян Баян улы (20 ғинуар 1921 йыл, Иҫке Балыҡлы, Баҡалы районы, Өфө губернаһы — 9 февраль 2012 йыл, Өфө) — Икенсе донъя һуғышында һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.

Һуғышҡа тиклемге йылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылдың 20 ғинуарында Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа. Мәктәпте отличие менән тамамлай[1]. Милләте буйынса татар[2][3]. Һуғышҡа тиклем Кушнаренко педагогия училищеһын тамамлай. Иҫке Балыҡлы ауылында уҡытыусы булып эшләй. Туҡтағол тулы булмаған урта мәктәбе директоры була.

Хәрби әҙерлек. Һуғыш башланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың майында Рига хәрби училищеһын тамамлай, Балтика буйы хәрби округының 10-сы уҡсылар дивизияһының взыод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 22 июненән фронтта. 10-сы уҡсылар дивизияһы составында взвод командиры; С. А. Ковпак партизандар берләшмәһенә ингән «Тыуған ил өсөн» Ямполь партизандар отрядының разведка взводы командиры һәм разведка ротаһы командиры була.

СС берләшмәһендә агентура эше һ.б.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем Төркөстан легионының 1-се штаб ротаһында агент булып йөрөй. 1943 йылда Донбасстың Сталино ҡалаһында подполье эшендә. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Төркөстан легионы һәм «Иҙел-Урал» легионының бер нисә подразделениеһы Ҡыҙыл Армия яғына сыға.

1943 йылдың декабрендә разведчиктар төркөмө менән Молдавияла В. М. Молотов исемендәге партизандар отряды төҙөй; 1944 йылдың апреленә тиклем Украинаның Винница һәм Одесса өлкәләре территорияһында, Молдавияла һуғыша. 1944 йылда Украина партизан хәрәкәтенең Махсус разведка мәктәбендә уҡый. 1944 йылдың авгусында бер төркөм словак-чех разведчиктары составында Словакияға, партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн ташлана. Бында партизан отряды штабы начальнигы, һуңынан Ян Жижка исемендәге интернациональ партизан бригадаһы командиры (ҡушаматы — «Ҡара генерал») була. Моравия һәм Чехия территорияһында 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғыша.

Һуғыштан һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тормош иптәше менән партизандар отрядына таныша. Ул радистка була, ғүмер ахырынаса бергә йәшәйҙәр. Һуғыштан һуң БАССР-ҙың Баҡалы районы халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй. Ҡаҙан юридик мәктәбен һәм Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтын тамамлағандан һуң, Әбйәлил районы прокуроры ярҙамсыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы була. 19551960 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 19611962 йылдарҙа — эске эштәр министрының кадрҙар буйынса урынбаҫары. Был 19621969 йылдарҙа — ҡабат БАССР прокуратураһының иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 19691986 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының адвокаттар коллегияһы рәйесе, 1987-1990 йылдарҙа — Интернациональ дуҫлыҡ музейы директоры. 1989 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һуғыш, хеҙмәт ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы президиумы ағзаһы.

2012 йылдың 10 февралендә Өфөлә вафат була.

Ерләү һәм хушлашыу 2012 йылдың 13 февралендә ойошторола.

  • Дөйөм алғанда 86 орден һәм миҙалға лайыҡ
  • 2 Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1969)
  • 2 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1954)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1955)
  • 1-се дәрәжә «Бөйөк Ватан һуғышы партизанына» миҙалы (1945)
  • 1-се дәрәжә «Хәрби тәре» ордены (Чехословакия) (1945)
  • ЧССР азатлығы өсөн Алтын йондоҙ (1968)
  • 1-се һәм 2-се дәрәжә Партизан һуғышы ордены һәм миҙалы (Чехословакия) (1944)
  • СССР-ҙың 12 миҙалы, башҡа илдәрҙең 13 миҙалы
  • Злин ҡалаһы муниципалитетынан көмөш ҡылыс һәм исемле ҡорал (Чехословакия) (1945)
  • 90-сы йылдарға тиклем Злин ҡалаһында майор Мурзин урамы[4].
  • Готвальдов ҡалаһында Д. Б. Мурзинға (үҙе тере саҡта) бронза һәйкәл ҡуйыла
  • Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы
  • Чехословакияның милли геройы

СССР Геройының һәм Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙо ғына юҡ фронтовиктың. Уның парад кителе 6 килограмм тирәһе тарта[5]. Ул Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең миҙалдарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Әммә шулай ҙа Даян Баян улының ил наградаларына ҡарағанда, сит ил наградалары күберәк.

Чехословакия геройы, ошо илдең барлыҡ юғары ордендары кавалеры, Чехия, Словакия һәм Моравияның 16 ҡалаһының почетлы гражданы Даян Мурзиндың ҡаһарманлыҡтары тураһында уның тыуған иленә ҡарағанда, ситтә күберәк беләләр. Элек Злин ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтһә[6], хәҙер был урамда «Dlouhá ulice» тип атала. Бөйөк Британияла Джон Хауландтың, король армияһы капитанының улының, совет офицерының яуҙашының Мурзин тураһында китабы сыға. Ул чех һәм словак телдәренә тәржемә ителгән, рус телендәге баҫма юҡ әле. Инглиз Даян Баян улын Джеймс Бонд менән сағыштыра. Авторҙың фекеренсә, «Ҡара генералдың» фронттағы аныҡ батырлығы күп осраҡта Ян Флемингтың хыялында тыуған әҙәби геройҙың мажарадарынан өҫтөнөрәк тора. Совет офицерын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар. Уның ҡарауы, Мурзиндың бригадаһы арҡаһында лккупацияланған Чехословакияла ғына дошмандың тере көсөн 4000 кешегә кәмей, немец техникаһы һәм боеприпастары тейәлгән 60 эшелон шартлатыла. Әммә иң тәүәккәл аҙым — Мурзин һәм уның иптәштәре Гитлерҙың эргәһенән тиерлек Германияның танк ғәскәрҙәре генералы Мюллерҙы урлау була[7].

«Рәсәй» телеканалы «ҡара генерал» тураһында документаль таҫма күрһәтә. Уның тураһында Англияла, Германияла, Чехияла һәм беҙҙең илдә фильмдар төшөрөлә. Герой тураһында «Штази» тышҡы разведка шефы Маркус Вольф[8], вермахттың элекке Төркөстан легионы легионеры Морат Тачмурат; элекке чех партизаны, чех йәшерен разведкаһы шефы Ян Ондровчак кеүек легендар шәхестәр бәйән итә, һәм, әлбиттә, Даян Мурзин үҙе һөйләй. Ниһайәт, Рәсәй халҡы Даян Баян улының фронт биографияһын белде.

  1. Даян Мурзин читает википедию
  2. Из автобиографии: «…девятнадцать лет отроду, по национальности татарин, младший политрук, бился с врагом честно и в свой последний час очень жалею, что позволил проткнуть себя во время штыковой атаки.» Мурзин Д. Г. Фронт в тылу врага. — Уфа: Китап, 2005.
  3. В Башкирии чествуют Героя войны, советского разведчика Даяна Мурзина
  4. Даян Мурзин на сайте Бакалинец(недоступная ссылка)
  5. Даяну Мурзину — 90 лет
  6. Энциклопедия Башкортостана(недоступная ссылка)
  7. Даян Мурзин: Биографическая справка 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  8. Черный генерал " Cineplexx.ru — Документальные фильмы онлайн! 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  • Гофман, Г.Б. Черный генерал. — М.: Воениздат, 1970.
  • Мурзин Д.Г. Фронт в тылу врага. — Уфа: Китап, 2005.