Мәмәтәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәмәтәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°20′36″ с. ш. 55°42′37″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 820 005

ОКТМО коды

80 650 420 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мәмәтәй (Рәсәй)
Мәмәтәй
Мәмәтәй
Мәмәтәй (Башҡортостан Республикаһы)
Мәмәтәй

Мәмәтәй (рус. Маматаево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 313 кеше[1]. Почта индексы — 452839, ОКАТО коды — 80250820005.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 313 155 158 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (93 %) йәшәй[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 15 км
  • ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бүл-Ҡайпан): 7 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмәтәй ауылы 1831 йылда Ирәкте улусының аҫаба ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Өс йылдан һуң ауылда 14 йорт булған, 67 башҡорт һәм типтәр йәшәгән. 1834 йылғы 7 ревизия буйынса типтәрҙәрҙең исемдәрен билдәле: Байсаҡ Киндәш улы Аҡбашев 46 йәш (уның улдары Вәлиәхмәт, Хәйҙәрша, ағаһв Кинйәбай). Мырҙаҡай Аҡбашев (1779-1842), Мөхәмәтйәндең улы. Әхмәтйән Ғәлиев, Сиразитдин Солтанов (улдары Хәбибулла, Әхмәҙулла). Артабан Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе 10-сы башҡорт кантоны Мәмәтәй ауылында йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеге бирелә.[3]

2002 йылға торошло Мәмәтәй ауылында башҡорттар йәшәй. Ауылда башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]