Мәхмүд Ҡашғари

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Kasgarlimahmut.jpg

Мәхмүд ибн ал-Хөсәйен ибн Мөхәммәт ал-Ҡашғари, Мәхмүд Ҡашғари (Ҡалып:Lang-ug3, Ҡалып:Lang-ug2; 10291101) — Ҡашғар ҡалаһынан төрөк ғалимы. Сығышы буйынса —Ҡараһанлылар хакимлыҡ иткән дәүерҙә тыуған юғары ҡатлам кешеһе.

Уның атаһы Баласуган ҡалаһында хакимлыҡ иткән. Ҡашғари Багдад ҡалаһында эшләгән, һәм ул үҙенең «Төрки һүҙҙәренә аңлатма» (Kitâbü divân-i lûgat it-Türk) тигән хеҙмәте менән билдәле. Ҡашғари үҙенең һүҙлеге өсөн төрки илдәргә фәнни экспедицияға сығып китә. Күп йылдар төрки телле халыҡтар йәшәгән ҡалалар, ҡышлауҙар, йәйләүҙер буйлап сәйәхәт итә. Ул төрки халыҡтарҙың фольклор, йола, героик эпостарҙан өҙөктәр, тарихи риүәриәттәр, 400 яҡын мәҡәл һәм әйтемдәрен яҙып ҡалдыра. Хеҙмәтен 1074 йылда тамамлай.

«Төрки һүҙҙәренә аңлатма» — фонетика, морфология һәм тел үҙенсәлектәренә бағышланған ҡомартҡы. Һүҙлек Урта Азия, Төркөстан, Волга һәм Урал буйы халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын туплаған. Мәхмүд Ҡашғари бөгөндә тел, фольклор, әҙәбиәт өйрәнеүселәргә ҡиммәтле сығанаҡ.

Мәхмүд Ҡашғари, шулай уҡ, башҡорттар тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт ҡалдырған шәхес булараҡ билдәле.

[үҙгәртергә] Әҫәрҙәре

  • «Диван лугат ат-тюрк» ("Словарь тюркских наречий"), первый перевод на русский язык Зифа-Алуа Ауэзова-Эрмерс, Алматы, «Дайк-Пресс», 2006, 1300 стр. [1], [2],

[3].

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә