Ибн Баттута

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ибн Баттута.

Ибн Батту́та (ғәр. أبو عبد الله محمد ابن بطوطة‎, тулы исеме Ибн Баттута Әбү Абдаллаһ Мәхәммәд ибн Абдаллаһ әл-Лавати әт-Танджи; 25 февраль, 1304, Тәнжәр — 1377, Фәс) — данлыҡлы ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм илгиҙәр сауҙагәре. Ислам донъяһының барлыҡ илдәрен — Булғарҙан Момбасаға, Тимбуктунан Ҡытайға тиклем тотош урап сыҡҡан. Мальдив утрауҙарында 9 ай булғанда шундағы солтан ҡыҙына өйләнгән. «Подарок созерцающим о диковинках городов и чудесах странствий» тигән китап авторы.


Сәйәхәттәре[үҙгәртергә]

1325 йылдың14 июнендә Ибн Баттута Тәнжәрҙән Мәккәгә хажға юллана. Сәхәрә (Сахара) сүллегенән үткәндә сәйхәтен артабан дауам итеү теләге уяна. Ул Африкала, Урта һәм Алыҫ Шәреҡтә булып ҡайта.

Ибн Баттута Мысыр аша үтеп, Джиддәгә барырға йыйынғанда ырыу-ара һуғыштарға юлығып, Ҡәһирәгә кире ҡайта. АртабанИерусалим, Дамаск(Шам), Мәккә, Басра, Бағдад тарафтарына юл ала.

1330 йылдаИбн Баттута Ҡыҙыл диңгеҙ аша Аденға килә (Йемен). Артабан Сомалиға юл тота. Африка ярҙарында урынлашҡан омбаса һәм Килва ҡалаларында ҡара кешеләрҙе күреп, шаҡ ҡата. Мәккәгә кире ҡайтыр өсөн ему пришлось совершить Фарсы ҡултығы һәм Ғәрәп ярымутрауын урап сығырғатура килә.

Кесе Азияға (Румға) сәйәхәте 1332 йылда башлана. Генуя карабында ул Алайаға, Антальяға, Лаодикеяға, Икониумға (Конья), Кайсериға, Себастияға килеп сыға.1333 йыл аҙағында Синоп портына бара.

Ул яңынан-яңы сәйәхәттәргә ашҡынып тора. Кафа (хәҙер Феодосия ) аша Солхат, Азов, шунан Кавказға юл тота. 1334 йылдың 6 майында сәйәхәтсеАлтын Урҙа ханы Узбек-хандың һарайына барып эләгә. Хан уны бик ҙурлап ҡабул итә. Яҡынса Биштау (Пятигорск) тирәһендә була был. Болғарға барыуы бәхәстәр уята. Нисек кенә булмаһын, Хажи-Тарханда (хәҙерге Әстрхан) булыуы билдәле. Ул хандың бер ҡатыны Баялун-хатунды (византия императорыАндроник III ҡыҙы), Константинополгә (хәҙер Истамбул) атаһы янына оҙатып барырға алына.Византияла ғәрәп сәйәхәтсеһе бер ай ҙа алты көн була. Бынан һуң Оло Иҙелгә(Волга) кире әйләнә, ноябрь уртаһында Һарай-Беркегә килә. 1334 йылдың 10 декабрендә Ибн Баттута Алтын Урҙа баш ҡалаһынан хорезм каруанына ҡушылып юлға сыға. Сарай-Джук аша Урта Азияға юллана.

Урта Азиянан Һиндостанға барып етә, унда 8 йыл йәшәй, ҡаҙый, факиһ булып эшләй. Күп мажаралар кисереп, Баттута йәнәһе Кантон портына етә, шунан Малайзия, Бенгалия , һиндостан аша Мароккоға барып сыға (1349). Ҡытайҙа булыуы шикле, сөнки яҙмаларҙа хата күп. 13501351йылдарҙа Ибн Баттута дипломатик миссия менән Гранадаға ебәрелә.

1352 Ибн Баттута Африкаға сәйәхәткә сыға. Ҙур ауырлыҡтар менән ул Сахараны үтеп, Малиға етә, Нигер йылғаһына барып сыға[1].

Ибн Баттутаның иҫтәлектәре — урта быуаттағы Мали тураһында төп сығанаҡ булып тора.

Тарихи әһәмиәте[үҙгәртергә]

Ибн Баттута барлығы 120 700 км юл үткән, быны хатта бөгөнгө транспорт мөмкинлектәре менән дә башҡарыу бик ауыр.Ҡайҙа булғанын Ибн Баттута бик тулы яҙып ҡалдырған.Тәүге тапҡыр Европала (латин)теленә тәржемә ителгән (1818) - «De Mohammede Ebn-Batuto Arabe Tingitano ejusque itineribus», шунан 1829 инглиз теленә - «The Travels of Ibn Batuta, translated from the abridged Arabic MS. Copies by Lec».

Рәсәй тарихы өсөн Алтын Урҙаның Үзбәк хан осоро ҡыҙыҡһыныу уята. 1874 йылда Петербургта ғәрәп текслы һәм француз теленә тәржемә менән сыға - (Voyages d'Ibn Batoutah. Texte arabe, accompagné d'une tradition par C. Defrémery et B.R. Sanuinetti)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Милославский Г. В. Ибн-Баттута. — М.: Мысль, 1974. — 80 с. (Замечательные географы и путешественники).
  • Тимофеев И. В. Ибн Баттута. — М.: Молодая гвардия, 1983. — 270 с.
  • Ибрагимов Н. Ибн Баттута и его путешествия по Средней Азии. — М.: Наука, 1988.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]