Мәһәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Мәһәр— (ғәрәпсә: :مهر) исламда кейәү тарафынан ҡыҙ яғына бирелә торған мал аҡса. Был төшөнсә төрки халыҡтарҙағы бирнә-ҡалымға тура килә. Мәһәрҙең күләме теүәл билдәләнмәгән, ләкин ҡайһы бер мосолман илдәренедә уның иң ҙур күләме билдәләнгән. Мәһәр ғәҙәттә ике өлөшкә бүленә: хәҙер ҡулға бирелә торған мәһер — нәҡид һәм кисектерелгән мәһер— насиә. Беренсеһе— кейәү тарафынан кәләшкә никахлашҡанда бирелә торған билдәле бер сумма йәки мөлкәт, икенсеһе —ире үлгән осраҡта йәки уның теләге менән никах тарҡалғанда хатынға бирелә торған аҡса йәки мөлкәт.