Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы
| Басир Мәһәҙиев | ||
| Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы | ||
| Тыуған: | ||
|---|---|---|
| Тыуған урыны: |
Башҡортостан Ейәнсура районы Абҙан ауылы |
|
| Ил: | ||
| Фәнни даирә: | ||
| Ғимли дәрәжәһе: |
Геология һәм минералогия фәндәре кандидаты |
|
| Ғимли исеме: |
Академик |
|
| Альма-матер: |
Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институты |
|
| Наградалары һәм премиялары |
|
|
Басир Дәүләтбай улы Мәһәҙиев — билдәле геолог.
Ул 1933 йылдың 15 февралендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Абҙан ауылында тыуған. 1956 йылда Мәскәүҙә М.И. Калинин исемендәге төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлай. 1956 — 1978 йылдарҙа Силәбе һәм Свердловск өлкәkәрендә, Әбйәлил районында геология-разведка партияларында, Өфөлә тематик партия геологы, өлкән геологы, партия начальнигы, 1978 — 1992 йылдарҙа "Башкиргеология" берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, баш геологы булып эшләй. 1992 — 1997 йылдарҙа Башҡортостандың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе була.
Басир Мәһәҙиев Башҡортостан Республикаһының геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу елкәһендәге закондар системаһын әҙерләү, дәүләт сәйәсәтен булдырыу һәм камиллаштырыу эшенә тос өлөш индерә.
100-гә якын ғилми хеҙмәт авторы. Тынғыһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға "Башҡортостандың аткаҙанған геологы" тигән маҡтаулы исем бирелә. 1980 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты була, 1986 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән наградлана.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге "КИТАП" нәшриәте, 2011 йыл.