Мөхәмәтша

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мөхәмәтша — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ғәрәп, фарсы сығышлы ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтша — «мөхәмәт» һәм «шаһ» һүҙҙәрен ҡушып яһалған ҡушма ир-ат исеме. «Мөхәмәткә ҡараған мосолман» тигән мәғәнәне аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтша Ҡаръяуҙин — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов (15 декабрь 1888 йыл — 9 март 1966 йыл) — Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944). Фольклорсы, драматург. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтшин Фәрит Хәйрулла улы (татар. Фәрит Хәйрулла улы Мөхәммәтшин; 22 май 1947 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 1998 йылдың 27 майынан алып Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе.

Мөхәмәтшин Ғәлимйән (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны отделениеһы командиры.

Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы (15 август 1963 йыл) — вице-адмирал, һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе. 2019 йылдың 1 мартынан — Рәсәй Федерацияһы Хәрби-Диңгеҙ флоты Баш командующийының ҡоралдар буйынса урынбаҫары.

Мөхәмәтшина Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы (15 июнь 1953 йыл) — башҡорт журналисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016).

Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (28 июнь 1955 йыл) — ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2017 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. 2010 йылдан «Рәсәй юристар ассоцияцияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Полиция генерал-майоры (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ