Нацистик Германияның концентрацион лагерҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Европаның ҙур концентрацион һәм үлем лагерҙары

Нацистик Германияның концентрацион лагерҙары (нем. Konzentrationslager йәки KZ) — Адольф Гитлер идара иткән йылдарҙа нацистик Германияла сәйәси йәки раса ҡарашы буйынса граждандарҙы күпләп ябып ҡуйыу, тотоу һәм юҡ итеү урындары.

Германия рейхында һәм уның оккупациялаған территорияларында Немец национал-социалистик эшселәр партияһы (НСДАП) власҡа килгәс, был партия бүлексәләре концентрация лагерҙар булдыра. Барлығы мең самаһы концлагерь һәм ете үлем лагеры була. Уларҙы кешеләрҙе үлтереү, сәйәси оппоненттарҙы юҡ итеү, мәжбүри хеҙмәт, кешеләрҙә медицина тәжрибәләре үткәреү һәм хәрби әсирҙәрҙе тотҡонлоҡта тотоу аша эксплуатациялау өсөн файҙаланалар. Лагерь системаһынан немец сәнәғәтенең эре предприятиелары туранан-тура йәки ситләтелгән файҙа ала[1].

Концлагерҙар тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе концлагерҙар XIX быуатта уҡ барлыҡҡа килә. Тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, иң беренсеһе АҠШ-тағы Граждандар һуғышы ваҡытында Андерсонвилль була. Көньяҡтыҡылар унда төньяҡ хәрби әсирҙәрен тотҡан. Уларға эйәреп төньяҡтар көньяҡ әсирҙәре өсөн үҙҙәренең лагерь-төрмәһен — Кэмп-Дуглас төҙөгән[2][3].

Национал-социализм осоронан «концентрацион лагерь» термины хеҙмәт лагерҙарын һәм үлем лагерҙарын аңлатҡан. Әммә беренсе тапҡыр был һүҙбәйләнеште иртәрәк Британия фельдмаршалы Герберт Китченер ҡуллана. Ул Африкалағы Икенсе инглиз-бур колонистары һуғышы ваҡытында, 1901 йылда урындағы халыҡты лагерҙарға ябырға бойора[2][3].

Африкала артабанғы тәжрибәләрҙе немецтар 1905—1907 йылдарҙа үткәрә. Унда Намибияның гереро халҡы ҡорбан була. Немец колонистары уларҙы концентрацион лагерҙарға оҙата һәм ҡол хеҙмәтен башҡарырға мәжбүр итә. Был Германияның бер урынға төрлө йәштәге кешеләрҙе ябып ҡуйыуҙың тәүге тәжрибәһе була. Намибиялағы тәжрибәләр һөҙөмтәһендә, төрлө баһалар буйынса, гереро ҡәбиләһенең дүрттән өс өлөшө юҡ ителә[4].

1920 йылдарҙа СССР-ҙа илдең хөкөм ителгән граждандары өсөн лагерҙар селтәре эшләй башлай[5][6][7].

Германияла концлагерҙар системаһы 1933—1934 йылдарҙа нацистик режимға ҡаршы булған меңдәрсә кеше менән көрәшеү юлы булараҡ барлыҡҡа килә[8].

Өсөнсө рейх концлагерҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүселәр нацистик концлагерҙарҙы ҡулланыуҙы бер нисә этапҡа бүлә. Яд Вашем Мемориаль комплексына ярашлы, бындай этаптар өс: 1933—1936, 1936—1942 и 1942—1945 йылдар[9].

Беренсе осорҙа, власҡа А. Гитлер килгәс, нацистик власть нығына. Тәүҙә концлагерҙарға бары тик режимдың сәйәси дошмандарын ғына ябалар. Әммә лагерҙар даими рәүештә арта, Пруссияла ул йылдарҙа улар егерменән артыҡ була. 1933 йылдың көҙөнән граждандарҙың башҡа категориялары ла ҡулға алына, шул иҫәптән, нацистар «асоциаль элементтар» тип аталған категория: ярлылар, асарбаҡтар һ. б. инә. Был осорҙа концлагерҙарҙың төп маҡсаты оппозицияны юҡ итеү була[9]. Концлагерҙар ҡанундан тыш урын булып ҡала һәм тышҡы донъянан айырыла[10].

Икенсе осорҙа, беренсе осор дауамында нигеҙләнгән барлыҡ лагерҙар ҙа тиерлек ябыла (Дахауҙан башҡа) һәм, әсирҙәрҙең артыуына иҫәп тотоп, яңылары төҙөлә. Улар: Заксенхаузен, Бухенвальд, Маутхаузен, Флоссенбург, Равенсбрюк, Освенцим, Майданек, Нацвайлер-Штрутгоф, Нойнгамме, Штуттгоф һ. б. Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң, нацистар хеҙмәт, ауыр хеҙмәт лагерҙарын төҙөй, һуңынан улар бер-береһенән бер нимә менән дә айырылмай тиерлек. 1937 йылдан, шул иҫәптән оккупацияланған территорияларҙа, күп немец компаниялары әсирҙәрҙе мәжбүри хеҙмәткә йәлеп итә. 1938 йылдың йәйенән Германияла йәһүдтәрҙе күпләп ҡулға алыу башлана. Һуғыш башында, 1939 йылда, лагерҙарҙа 25 мең самаһы кеше иҫәпләнә. Уларҙың һаны 1941 йылдың июнендә, Германия Советтар Союзына һөжүм иткәндән һуң, ҡапыл арта. Фашист лагерҙарына тиҫтәләрсә мең совет хәрби әсирҙәре эләгә, һуңынан улар үлтерелә[9].

1941 йыл һуңында — 1942 йыл башында Хелмнола, Собиборҙа, Треблинкала һәм Белжецта «йәһүд мәсьәләһен ахырынаса хәл итеү» өсөн лагерҙар төҙөлә. Майданек һәм Освенцим юҡ итеү үҙәктәре итеп киңәйтелә. Биркенау (Аушвиц II) шундай уҡ үҙәк була, уның бүлексәләре иһә мәжбүри хеҙмәт лагерҙары булараҡ эшләй[9].

Өсөнсө осорҙа СС концлагерҙар тотҡондарын дәүләт һәм шәхси компанияларҙа эшсе көсө итеп файҙаланыу маҡсатында Үҙәк иҡтисади-админитсратив бүлек (нем. Wirtschafts-Verwaltungshauptamt) булдыра. Был осорҙа бик күп бәләкәй лагерҙар барлыҡҡа килә[9].

Икенсе донъя һуғышы алдынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ораниенбург концлагерына инеү урыны, 1933 йыл

1933 йылда власҡа нацистар килгәндән һуң, яңы власҡа ҡаршы булыусыларҙы изоляциялау өсөн лагерҙар асыла башлай. 1933 йылдың 28 февралендә рейхспрезидент «Халыҡты һәм дәүләтте һаҡлау тураһында» указ сығара. Уға ярашлы, режимға ҡаршы булғандар билдәһеҙ ваҡытҡа тотҡонлоҡҡа дусар ителә. Беренсе тотҡондар ГПК (коммунистар) һәм СДПГ (социал-демократтар) ағзалары була. 1933 йыылдың йәйендә «иҫкәртеү» рәүешендә 26 789 кеше ҡулға алына, һуңынан уларҙың күбеһе азат ителә[11]. 1937 йыл һуңында тотҡонлоҡта 8 кеше ҡала, артабан уларҙың сафын енәйәтселәр һәм асоциаль элементтар — берәҙәктәр, фәхишәләр, гомосексуалистар, наркомандар һ. б. тулыландыра. Шунда уҡ милләте йәһүд булғандар ҡулға алына[12].

Икенсе донъя һуғышы алдынан йәһүдтәр, әгәр эмиграция документтарын алған осраҡта, азат ителгән. Был концлагерҙарға ябылған йәһүдтәрҙең һанын һиҙелерлек кәметкән. Һуғыш алдынан концентрацион лагерҙарҙа тотҡондарҙың дөйөм һаны 25 мең кеше булған[12].

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СС ғәскәрҙәре офицеры Фриц Кляйн Берген-Бельзен концлагерында мәйеттәр соҡоронда, апрель 1945

Икенсе донъя һуғышы башланғас, лагерҙар һаны артҡан, уларҙан тотҡондар бөтөнләй азат ителмәгән. Алда ябылғандарға оккупацияланған территорияларҙа, шул иҫәптән СССР-ҙа ҡулға алынғандар һәм хәрби әсирҙәр, шулай уҡ гомосексуалистар, сиғандар, Йәһәвә шаһиттары өҫтәлә[13].

1940 йылдарҙа кешеләрҙе юҡ итеү өсөн «үлем лагерҙары» булдырыла[14]. 1941 йылдың яҙында тотҡондар беренсе тапҡыр күпләп үлтерелә (нацистик Т-4 программаһының дауамы булған хеҙмәткә яраҡһыҙ тотҡондарҙы юҡ итеү операцияһы). 1941 йылдың көҙөнән улар даими тормошҡа ашырыла башлай. Төрлө баһалар буйынса, кәмендә 34 мең кеше үлтерелә[15][16].

1943 йылға шулай уҡ йәһүд геттолары, гестапоның ҡайһы бер төрмәләре һәм оккупацияланған территорияларҙа йәһүдтәр өсөн ойошторолған хеҙмәт лагерҙары концлагер тип һанала[13].

1945 йылдың ғинуар уртаһына тиклем концентрацион лагерҙарҙа 37 мең һаҡсы ир-ат менән бер рәттән 3500 ҡатын-ҡыҙ ҙа хеҙмәт итә. Улар СС Свитаһына ҡарай. Ҡатын-ҡыҙ күҙәтеүселәргә мохтажлыҡ беренсе тапҡыр Лихтенбург концлагерын 1937 йылдың декабрендә ҡатын-ҡыҙҙар концлагеры итеп үҙгәрткәс тыуа. Равенсбрюк (1939), Аушвитц-Биркенау (1942), Маутхаузен (1943) һәм Берген-Бельзен (1944) кеүек концлагерҙар һаны күбәйеү менән был ихтыяж да арта[17]. Освенцим концлагерында 1940 йылдың майынан 1945 йылдың ғинуарына тиклем 8 мең эсэсовсы ир-ат менән бергә 200 ҡатын-ҡыҙ күҙәтеүсе лә эшләй. СС-тың ир-аттарҙан торған личный составына ҡатын-ҡыҙҙар лагерҙарына инеү тыйыла, улар бары тик тышҡы яҡтан ғына һаҡлай. Ҡағиҙә булараҡ, лагерь коменданты, табиптар, шулай уҡ һаҡ командирҙары һәм эшселәр хеҙмәте лагерға бары тик ҡатын-ҡыҙ күҙәтеүселәр оҙатыуында ғына керә алған[17].

Концлагереҙарҙы бөтөрөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берген-Бельзен концлагерын 1945 йылдың 19 апрелендә Британия ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң күҙәтеүселәрҙе вафат булған әсирҙәрҙе ерләшергә алып баралар

1944 йылдың йәйендә, Гитлерға ҡаршы коалиция ғәскәрҙәренең Гитлер Германияһы оккупациялаған территорияларҙы азат итеүенә бәйле концлагерҙарҙы бөтөрөү һөҙөмтәһендә, ни бары 15 төп лагерь ғына ҡала. 1945 йылдың ғинуарына концлагерҙарҙа тотолған 700 мең кешенең, шарттарҙың ҡос осмалы насарайыуы сәбәпле, һуғыштың һуңғы айҙарында өстән бер өлөшөнән алып яртыһына тиклем вафат була. Тотҡондарҙың бер өлөшө лагерь һаҡсылары тарафынан күпләп атыла йәиһә һуғыштың һуңғы айҙарында «үлем марштарында» үлтерелә[13]. 1945 йылдың март-апрелендә Швеция Ҡыҙыл Тәреһенең ул ваҡыттағы вице-президенты Фольке Бернадот етәкселегендә Швецияға концлагерҙарҙың 15 мең тотҡоно ебәрелә, уларҙың 8 меңе Норвегия һәм Дания, ҡалғандары 20 ил, шулай ҙа күберәге Франция һәм Польша гражданы була[18].

1939—1945 йылдарҙа концентрацион лагерҙарға 2,5 млн самаһы кеше ябыла, немецтар уларҙың яҡынса 15 процентын ғына тере ҡалдыра. Концлагерҙарҙа, Освенцим (Аушвиц-Биркенау) һәм Майданектан тыш, төрлө баһалар буйынса, 836 меңдән 995 меңгәсә кеше һәләк була. Освенцим һәм Майданекта тағы ла 1,1 млн самаһы кеше һәләк була, уларҙың күпселеген йәһүдтәр тәшкил итә[19].

АҠШ ғәскәрҙәре азат иткән Дахау әсирҙәре

Считается, что около двух третей примерно из шести миллионов евреев, ставших жертвами Холокост ҡорбаны булған алты миллион йәһүдтең өстән ике өлөшө самаһы үлем лагерҙарында һәм концентрацион лагерҙарҙа үлтерелә йәиһә уларҙа аслыҡ, вәхшилек һәм ауырыуҙар һөҙөмтәһендә вафат була. Ҡалған бер өлөшө геттоларҙа, хәүефһеҙлек полицияһы һәм хәүефһеҙлек хеҙмәте күпләп атыу һөҙөмтәһендә һәм үлем марштарында юҡ ителә[20].

Шулай уҡ концентрацион лагерҙарҙа коммунистар, руханиҙар, гомосексуалистар, физик һәм психик етешһеҙлеге булған граждандар күпләп үлтерелә. Уларҙың аныҡ һаны билдәле түгел, сөнки палачтар һәр ҡорбанды теркәп бармай, ә Икенсе донъя һуғышы аҙағында бөтөнләй теркәлмәй, булған документтарҙәң күбеһе хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә юғала. Концентрацион лагерҙар тотҡондарының күп өлөшө уларҙы азат итеү барышында үлтерелә[20].

Үлем марштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йыл һуңынан Германия етәкселеге концлагерҙарҙың оккупацияланған территориялар әсирҙәрен дәүләт эсендәге лагерҙарға күсерә башлай. Тәүҙә тотҡондарҙы поездарҙа, һуңынан йәйәү күсерәләр. Күсенеү барышында күптәр аслыҡтан, һыуыҡтан, сирҙәрҙән, мөсһөҙлөктән һәм һаҡтың көс ҡулланыуынан һәләк була. Йәйәүләп күсенгәндә әсирҙәрҙең күпләп һәләк булыуы арҡаһында «үлем маршы» тигән билдәләмә барлыҡҡа килә[21][22].

Всего на 15 января 1945 йылдың 15 ғинуарына барлығы немец концлагерҙарында 714 211 тотҡон иҫәпләнә (511 537 ир-ат һәм 202 647 ҡатын-ҡыҙ). Мартин Бросцат иҫәпләүе буйынса, тотҡондарҙың өстән бер өлөшө ошо «марштарҙа» һәләк була[23]. Иегуда Бауэр был һан эсенә иҫәптә булмаған бик күп ҡорбандың инмәүен белдерә[24].

Чехословакия автороҙары Ирена Мала менән Людмила Кубатованың «Марши смерти» китабында 52 «марштың» исемлеге бирелә. Улар һуғыштан һуң шунда уҡ Берләшкән Милләттәрҙең ярҙам һәм тергеҙеү хакимиәте йыйған материалдарға нигеҙләнә[25].

Төп лагерҙар исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эске тәртип[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Концлагерҙарҙа тотҡондарҙың эске йәшәү тәртибе уларҙың шәхесен юҡҡа сығарыу буйынса ентекле уйланылған системанан тора.

  • Тотҡондарға маҡсатлы рәүештә балалар психологияһы һеңдерелә: туймау һәр саҡ ризыҡ тураһында уйларға мәжбүо итә, ҡамсы менән һуҡтырыуҡулланыла.
  • Коллектив яуаплылыҡ: бер кешенең ғәйебе өсөн тотош төркөм яза алах.
  • Дөйөм массанан ниндәйҙер яғы менән айырылып тороусылар тәү сиратта яза ала һәм юҡ ителә.
  • Тотҡондарға сәғәт тағыу һәм ситтән мәғлүмәт алыу тыйыла.
  • Тотҡондар даими рәүештә боҙһон һәм ғәйеп тойғоһо кисерһен өсөн урын-ер аныҡ геометрик ҡағиҙәләр буйынса йыйыштырыла.
  • Тотҡондар мөхитендә асыу һәм күрә алмаусылыҡ тыуҙырыу өсөн иртән бәҙрәфкә махсус рәүештә сират булдырыла.
  • Тотҡондарға бик йыш мәғәнәһеҙ эш ҡушыла: таштарҙы бер урындан икенсе урынға ташыу һәм ҡомдо вагондарға услап тултыры.
  • Концлагерҙар тормошо менән тотҡондар араһынан һайланған «элита» идара итә[27][28].

Көн тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

4:00/5:00 иртән тороу
5:15 барлау
6:00—12:00 эш
12:00—13:00 төшкө аш (инеү һәм сығыу ваҡытын да индереп)
13:00—18:30 эш
19:00 барлау (бер сәғәткә һуҙыла)
20:45 «Барыһы ла казармаларға»
21:00 йоҡо[22]

Мәжбүри хеҙмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Концлагерҙарҙа тотҡондарҙың хеҙмәтен эксплуатациялау тәү сиратта уларҙы хеҙмәт менән юҡ итеү булып тора. Йәшәү шарттарын Концлагерҙар инспекцияһы билдәләй һәм ул лагерҙың комендантына бәйле була. Эшләй алмағандарҙың, әммә лагерь персоналының баш-баштаҡлығы ҡорбаны булмағандарҙың барыһын да үлтерәләр. Медперсонал уларға фенол йәки ибашҡа ағыулы препарат ҡаҙай; шулай уҡ бик йыш көсһөҙләнгән тотҡондарҙы үлем лагерҙарына оҙаталар. Концентрацион лагерҙарҙа күптәр мәжбүри хеҙмәт шарттарында ни бары бер нисә аҙнаға ғына сыҙай[29].

Һуғыш барышында мәжбүри хеҙмәт булған концентрацион лагерҙар мөһим ролгә эйә була бара, был, ниндәйҙер кимәлдә, кешеләрҙе ҡырыу маҡсатына ҡаршы килә. Бик йыш тотҡондар эшсе итеп ҡуртымға бирелә. Иң билдәле осраҡ — Освенцимда, концлагерҙан йыраҡ түгел үҙ филиалын төҙөгән IG Farben химия компанияһы. Барлыҡ эре немец предприятиелары ла тиерлаек һуғыш барғанда концлагерҙар тотҡондарының хеҙмәтен киң ҡуллана[29].

Медицина тәжрибәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Концентрацион лагерҙар кешеләр менән төрлө ҡанһыҙ медицина тәжрибәләре үткәреү өсөн медицина лабораториялары булараҡ киң ҡулланыла:

  • игеҙәктәр менән
  • гомосексуаль ирҙәр менән
  • стерилләштереү буйынса
  • гипотермия буйынса
  • тапма буйынса
  • гәрсис газы менән
  • сульфаниламид менән
  • диңгеҙ һыуы менән
  • ағыуҙар менән
  • яндырыусы ҡатнашмалар менән
  • ҡан баҫымы үҙгәреүгә йоғонто яһау буйынса[29].

Вермахт, Аненербе немец институты, Немец тикшеренеү фонды, төрлө университеттар һәм фармацевтика индустрияһы кешеләр өҫтөндә үткәрелгән тәжрибәләргә финанс, персонал һәм йыһаз йәһәтенән ярҙам күрһәткән. Вермахт медперсоналы (шәфҡәт туташы әҙерлеге әҙ булған йәки медицина әҙерлеге булмаған көсләп эшкә алынған төрмәлә ултырыусылар ярҙамында) концлагерь тотҡондарында медицина тәжрибәләре үткәргән, һынау ваҡытында әсирҙәр ғазапланып үлгән. тере ҡалғандарҙы һәм эшкә алынған персоналды ҡайһы ваҡыт, Булленхаузер Дамма мәктәбендәге кеүек, эҙ йәшерер өсөн үлтергәндәр. Биҙгәк, тапма һәм туберкулез менән зарарлау, шулай уҡ һынау барышында тотҡондарға атып, шартлатып йәрәхәтләү кеүек тәжрибәләр яһалған. Дахауҙа — диңгеҙ һыуы, Нацвайлер-Штрутгофтың газ камераһында ағыулы матдәләр менән менән тәжрибә үткәрелгән[29].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО ҡарамағындағы Америка миссияһының тәҡдиме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылдың декабрендә БМО ҡарамағындағы Америка миссияһы БМО-ның Генераль секретарына 2005 йылдың 24 ғинуарында Генераль Ассамблеяның Махсус сессияһын үткәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Был сара «Фашистик концлагерҙар тотҡондарын азат итеүҙең 60 йыллығына» бағышлана[30].

БМО Генераль Ассамблеяһының «Холокост тураһында хәтер» резолюцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Резолюцияла, «нацистик режимды ҡыйратҡандан һуң 60 йыл үткәс Генераль Ассамблеяның 60-сы сессияһы үтә», шулай уҡ «нацистик концентрацион лагерҙарҙы азат итеүҙең 60 йыллығына бағышлап үткәрелгән уникаль сара — Генераль Ассамблеяның 28-се махсус сессияһы тураһында» тип билдәләнә. Генассамблеятүбәндәге ҡарраҙы ҡабул итә:

1. постановляет, что Организация Объединённых Наций объявит 27 января Международным днем памяти жертв Холокоста, который будет отмечаться ежегодно; 3. отвергает любое отрицание Холокоста — будь то полное или частичное — как исторического события.

— «Холокост тураһында хәтер» резолюцияһынан

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР-ҙың концентрацион лагерҙары
  • Ораниенбург
  • Ле Верне

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Wolfgang Benz. Die 101 wichtigsten Fragen. Das Dritte Reich. — 2.. — München: Beck, 2007. — С. 56–57. — ISBN 978-3-406-56849-7.
  2. 2,0 2,1 Marco Platania L'historiographie du fait colonial : enjeux et transformations (фр.) // Revue d'Histoire des Sciences Humaines. — 2011. — № 1. — С. 189.
  3. 3,0 3,1 Алексей Сочнев. Рождение ужаса. Как появились концлагеря и почему это может произойти вновь. Lenta.ru (14 май 2016). Дата обращения: 15 ғинуар 2024.
  4. Николай Большаков. От Андерсонвилля до Освенцима (18+). Дилетант (21 август 2016). Дата обращения: 15 ғинуар 2024.
  5. Луценко Н. Р. Концентрационные лагеря на территории Германии и СССР: сравнительный анализ // Научная палитра. — 2019. — № 4(26). — ISSN 2413-4325.
  6. Попов А. В. Публикации эмигрантских авторов о концентрационных лагерях в СССР // Берега : информационно-аналитический сборник о русском зарубежье. — СПб.: Информационно-культурный центр "Русская эмиграция", 2007. — Т. 7.
  7. Баталов К. А. Особенности переписки в лагерях СССР в 1920-30-е годы // Церковный историк. — 2019. — № 1(1). — С. 262—269. — ISSN 2658-4476.
  8. Megargee, 2009
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Концентрационные лагеря. Яд Вашем. Мемориальный комплекс истории Холокоста. Дата обращения: 15 ғинуар 2024.
  10. Zdenek Zofka. Die Entstehung des NS-Repressionssystems (нем.). blz.bayern.de. Дата обращения: 15 ғинуар 2024. Архивировано из оригинала 5 ғинуар 2007 года.
  11. Buggeln, 2015, p. 334
  12. 12,0 12,1 Концентрационные лагеря — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  13. 13,0 13,1 13,2 Haftstättenverzeichnis der Stiftung EVZ (нем.). Bundesarchiv. Дата обращения: 15 ғинуар 2024. Архивировано 23 февраль 2018 года.
  14. Михман, 2001, с. 104
  15. Аристов, 2017
  16. Шнеер А. И. Плен 2017 йыл 28 ноябрь архивланған.
  17. 17,0 17,1 vgl. Jan Stetter: Преступники и преступницы 2008 йыл 27 март архивланған., реферат на историческом семинаре в Ганноверском университете
  18. Agneta Greayer; Sonja Sjöstrand.: Martin Wikberg: The White Buses. The Swedish Red Cross rescue action in Germany during the Second World War (ингл.) (PDF). harbour of hope (ғинуар 2000). Дата обращения: 15 ғинуар 2024. Архивировано 15 декабрь 2017 года.
  19. Ulrich Herbert. The Army of Millions of the Modern Slave State: Deported, used, forgotten: Who were the forced workers of the Third Reich, and what fate awaited them? (ингл.). Frankfurter Allgemeine Zeitung (16 март 1999). Дата обращения: 15 ғинуар 2024. Архивировано из оригинала 4 июнь 2011 года.This is an extract from Herbert’s Hitler’s Foreign Workers: Enforced Foreign Labour in Germany under the Third Reich, Cambridge University Press 1997. Compiled by Dr S.D. Stein.
  20. 20,0 20,1 Zur Geschichte des historischen Ortes (нем.). Landesportal Sachsen-Anhalt. Дата обращения: 15 ғинуар 2024.
  21. Death marches (ингл.). Американский мемориальный музей Холокоста. Дата обращения: 15 ғинуар 2024. Архивировано 26 февраль 2013 года.
  22. 22,0 22,1 Benz W. Enzyklopädie des Nationalsozialismus. 1997, ISBN 3-608-91805-1, S. 759.
  23. Bauer, 1983, p. 2
  24. Bauer, 1983, p. 2—3
  25. Bauer, 1983, p. 4
  26. Лагеря. Непокоренные. Дата обращения: 15 ғинуар 2024.
  27. Бруно Беттельгейм Просвещённое сердце // Человек, 1992, № 2—6
  28. Максимов М. На грани — и за ней // Знание — сила, 1988, № 3
  29. 29,0 29,1 29,2 29,3 Der Gesamttatbestand des Verbrechens gegen die Menschlichkeit. Herleitungen, Ausprägungen, Entwicklungen / Bernhard Kuschnik. — Berlin: Duncker & Humblot, 2009. — 503 с. — ISBN 3428130383.
  30. США предлагают провести спецсессию Генеральной Ассамблеи, посвященную 60-летию освобождения узников фашистских концлагерей. Официальный сайт ООН (13 декабрь 2004). Дата обращения: 15 ғинуар 2024.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус телендә
  • Аристов С. В. Нацистский женский концентрационный лагерь Равенсбрюк (1939-1945 гг.): стратегии выживания узниц. — Курск, 2010. — 220 с.
  • Аристов С. В. Повседневная жизнь нацистских концентрационных лагерей. — М.: Молодая гвардия, 2017. — 320 с. — (Живая история: Повседневная жизнь человечества). — ISBN 978-5-235-03936-0.
  • Михман Д. Катастрофа европейского еврейства. — 1. — Тель-Авив: Открытый университет Израиля, 2001. — Т. 3. — ISBN 965-06-0233-X.
  • Отто Р., Келлер Р. Советские военнопленные в системе концлагерей Германии / пер. с нем. Л. В. Ланника и Н. А. Власова ; под науч. ред. Е. Л. Киселевой. — М.: Аспект Пресс, 2020. — 399 с. — (Труды Мемориала концлагеря Маутхаузен; т. 14). — ISBN 978-5-7567-1104-2.;Башҡа телдәрҙә
  • Bauer Y. The Death-Marches, January-May, 1945 (инг.) // Modern Judaism. — Oxford University Press, 1983. — В. 1. — Т. 3. — С. 1—21.
  • Richard J. Evans. 4.III // The Coming Of The Third Reich (билдәһеҙ). — London & New York: Penguin Books, 2003. — ISBN 978-0-141-00975-9.
  • Richard J. Evans. 1:Instruments of Terror // The Third Reich In Power (билдәһеҙ). — London & New York: Penguin Books, 2005. — ISBN 978-0-141-00976-6.
  • Hans Beimler. Im Mörderlager Dachau. Vier Wochen in den Händen der braunen Banditen, Moskau 1933. — Der erste authentische Bericht über die Zustände in einem faschistischen KZ.
  • Wolfgang Benz, Barbara Distel (Hrsg.). Der Ort des Terrors. Geschichte der nationalsozialistischen Konzentrationslager. 9 Bände, C. H. Beck, München 2005—2009, ISBN 3-406-52960-7.
  • The United States Holocaust Memorial Museum. Encyclopedia of Camps and Ghettos, 1933–1945 / Editor Geoffrey P. Megargee. Early Camps, Youth Camps, and Concentration Camps and Subcamps under the SS-Business Administration Main Office (WVHA). — USA: Indiana University Press, United States Holocaust Memorial Museum, 2009. — Vol. 1. — ISBN 978-0-253-35328-3.
  • The United States Holocaust Memorial Museum. Encyclopedia of Camps and Ghettos, 1933–1945 / Editor Geoffrey P. Megargee. Ghettos in German-Occupied Eastern Europe. — USA: Indiana University Press, United States Holocaust Memorial Museum, 2012. — Vol. 2. — ISBN 978-0-253-00202-0.
  • The United States Holocaust Memorial Museum. Encyclopedia of Camps and Ghettos, 1933–1945 / Editor Geoffrey P. Megargee. Camps and Ghettos under European Regimes Aligned with Nazi Germany. — USA: Indiana University Press, United States Holocaust Memorial Museum, 2018. — Vol. 3. — ISBN 978-0-253-02386-5.
  • Wachsmann, Nikolaus. «The dynamics of destruction: The development of the concentration camps, 1933—1945». In Caplan, Jane; Wachsmann, Nikolaus (eds.). Concentration Camps in Nazi Germany: The New Histories. Routledge. pp. 17-43. ISBN 978-1-135-26322-5. — 2009.
  • Buggeln, Marc. «Forced Labour in Nazi Concentration Camps». In De Vito, Christian Giuseppe; Lichtenstein, Alex (eds.). Global Convict Labour. BRILL. pp. 333—360. doi:10.1163/9789004285026_014. ISBN 978-90-04-28501-9. — 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Пометка заключённых в концентрационных лагерях Ҡалып:Шоа