Оло Араҡай мәмерйәһе

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Араҡай мәмерйәһе
урыҫ Аракаевская пещера
Мәмерйәгә инеү юлы
Мәмерйәгә инеү юлы
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионСвердловск өлкәһе
Тәрәнлеге20 м
Оҙонлоғо345 м
Асылған йылы1961 
Типкарст  
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Мәмерйәгә инеү юлы
Яҡтыртыунет 

Оло Араҡай мәмерйәһеСвердловск өлкәһенең төньяғында урынлашҡан иң оҙон мәмерйә.Түбәнге Серге районында Араҡай ауылы эргәһендә урынлашҡан.

Араҡай мәмерйәһе Свердловск өлкәһенең геоморфологик, ботаника һәм зоологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Араҡай мәмерйәләре(Оло һәм Кесе Араҡай) Свердловск өлкәһенә ҡарай. Атамалары Араҡай ауылы янында (Свердловск өлкәһе) урынлашҡандан бирелгән.

Араҡай мәмерйәләре Болан шишмәһе (рус. Оленьи Ручьи) тәбиғәт паркы биләмәһендә урынлашҡан. Уларҙың береһе Серге (Ҡариҙел ҡушылдығы) йылғаһы буйында урынлашҡан иң оҙон мәмерй. Шуға Оло Араҡай тип йөрөтөлә.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло Араҡай мәмерйәһе Серге йылғаһының (Ҡариҙел йылғаһы бассейны) һул ярында, уның ҡушылдығы Ҡоро лог ( Сухой Лог) йылғаһы тамағынан 200 метр өҫтәрәк урынлашҡан. Көнбайыш-Урал тимер юлының Араҡай станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 2,5 км алыҫлыҡта ята.

Оло Араҡай мәмерйәһе биш ҙур мәғәрәнән тора. Оҙонлоғо 345 м, тәрәнлеге 20 м. Өфө амфитеатры, Серге районы спелеорайонына ҡарай.

Бер-береһенән 45 метр алыҫлыҡта ятҡан ике инеү урыны бар.

Координатлары: N 56° 27.698' E 59° 15.236'

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмерйә тәүге тапҡыр 1961 йылдың ноябрендә Свердловск спелеологтары тарафынан башлап тикшерелгән һәм ил эсендә билдәлелек алған.

Араҡай мәмерйәһе йылға кимәленән 25 метр бейеклектә яр битләүенең өҫкө өлөшөндә урынлашҡан.

Рельефтың үҙенсәлектәренән һәм ағастарҙың ышығынан мәмерйәне аҫтан да, өҫтән дә күреп булмай. Мәмерйәнең ауыҙы ҙур ғына булһа ла, алдына сығып торған эйәргә оҡшаған майҙансыҡ йәшереп тора.

Мәмерйә ауыҙы төньяҡҡа ҡарап тора. Тура дүртмөйөш формаһында, ҙурлығы 12х6 метр. Ингән ерҙән мәмерйәнең иҙәне түбәнәйә бара һәм мәмерйәнең тәүге мәғәрәһенә алып килә. Ул иң ҙуры. Уның оҙонлоғо 30 метрға тиклем, киңлеге 15 метр, төпкә ҡарай бейеклеге 5-тән 1,5 метрға тиклем кәмей.

Мәғәрәнең аҫҡы өлөшөндә ҙҡр булмаған туң күл бар. Иҙәне өҫтән емерелеп төшкән таш киҫәктәре менән ҡапланған. Емерек таш өйөмдәренең яңыраҡ барлыҡҡа килгәндәре лә бар.

Бер нисә йыл элек мәғәрәнең уң өлөшөндә, инеү урыны янында, тағы бер мәғәрәнең табылған. Хатта йәй көнө лә был урында боҙлоҡ ята.

Беренсе мәғәрәнең бейеклеге аҡрынлап кәмей, бер аҙҙан икенсе мәғәрә башлана. Уныһы Ярғанаттар мәғәрәһе тип атала. 1980-се йылдарҙа бында ҡышлаусы ярғанаттарҙы туристар борсомаһын өсөн тимер ишек ҡуялар. Ләкин ишек оҙаҡ тора алмай. Уны әле лә күрергә мөмкин (хәҙер ул ябылмай). Мәмерйәгә ингәндә ярғанаттарҙы борсомарға ярамай — был уларҙы һәләк итергә мөмкин.

Иңкеү галерея ярайһы уҡ тигеҙ горизонталь майҙансыҡҡа килтерә. Ҙурлығы буйынса икенсе мәғәрәнән күпкә бәләкәйерәк: киңлеге 6 метрға тиклем, бейеклеге 2-2,5 метрға тиклем.

Беренсе мәғәрәгә ҡайтып, мәмерйәнең башҡа өлөшөнә барып етергә мөмкин. Уның иң оҙон өлөшө тап шунда урынлашҡан. Тар ғына мәғәрә юлы уү яҡта ята. Һуңғы йылдарҙа мәмерйәлә барған микроклимат үҙгәрештәре арҡаһында ул элеккегә ҡарағанда ныҡ туңа.

Өсөнсө мәғәрә иҙәне эзбизташ менән тулған оҙон зал булып тора. Төптәге диуарҙағы тар ғына тишек Рубель залына килтерә. 1961 йылда мәмерйәгә тәүге тапҡыр спелеологтар килгәндә ҡайтҡанда унда инеү юлы таш менән бикле булған.

Тар тишек аша бары сталактиттарҙың нигеҙе генә күренеп торған була. Спелеологтар юлдағы таштарын алып ташлап 25 метр самаһы оҙонлоҡтағы һарҡымдар менән биҙәлгән залға барып сыға.

Мәғәрә уртаһында төбөндә ҡоҙоҡҡа булған соҡор ауыҙы өңшәйеп тора. Ул элекке һыу йотоусы тишектән хасил булған. Тәүҙә соҡорға таштар тулып, күренмәгән. Мәмерйә башлап өйрәнелгәндән һуң өс йыл үткәс, Г.В. Васильева етәкселегендә Свердловск Пионерҙар һарайының спелеосекцияһы отряды тығындарҙы таҙартып, соҡорҙо таҙартҡан. Шуның һөҙөмтәһендә Араҡай мәмерйәһенең түбәнге ҡаты бар икәнлеге асыҡлана.

Аҫта мәмерйәнең бишенсе мәғәрәһе. Унан бер нисә балсыҡлы юлдар ситкә китә. Бында Серге йылғаһы менән бәйле ҙур булмаған күлдәр ҙә бар. Мәмерйәнең Түбәнге ҡаты йылғаға параллель рәүештә үҫешкән. Бында һәр ваҡыт бысраҡ һәм дымлы, балсығы күп. Яҙын аҫҡы ҡаты тулыһынса һыу аҫтына китә. Мәмерйәнең иң төпкөл өлөшөндә температура һәр ваҡыт даими (+4 +5 °C).

Спелеологтарҙың яңы мәғлүмәттәре буйынса, мәмерйә юлдарының дөйөм оҙонлоғо 750 метрға етә (элек 345 метр ине). Шулай итеп, Араҡай мәмерйәһе - Серге йылғаһында иң оҙон мәмерйә. Бынан алда Свердловск өлкәһенең төньяғында яңы мәмерйәләр асылғанға тиклем Дуҫлыҡ мәмерйәһе (2000 йылда ) был төбәктә иң оҙоно һаналған.

Мәмерйәнең амплитудаһы 28 метр, тәрәнлеге 21 метр. Мәмерйәнең иң матур сағы ҡышҡыһын була. Инеү урынында боҙло кристалдар сәсәге барлыҡҡа килә.

Ун йыл элек кенә Араҡай мәмерйәһендә йылы була. Мәмерйә ярғанаттарҙың Сергеләге иң ҙур ҡышлау урыны (уларҙың һаны бер нисә йөҙ баш осона еткән). Әлеге ваҡытта мәмерйәлә етди үҙгәрештәр бар. Беренсе мәғәрәлә боҙлоҡ хасил булған, емерелеү процестары көсәйгән. Урындағы халыҡ араһында мәмерйәгә Михайловский заводы станцияһы эргәһендәге эзбизташ карьерындағы шартлау йоғонто яһай тигән фекер бар. Тура барғанда карьерға тиклем ни бары 4 саҡрым тирәһе генә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]