Рамаҙан (мәсет, Екатеринбург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рамаҙан
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Архитектура стиле Мосолман архитектураһы
Карта
 Рамаҙан Викимилектә

Рамаҙан (рус. Рамазан) — Екатеринбург ҡалаһының Чкалов районы Химмаш микрорайонында урынлашҡан ислам ғибәҙәтханаһы (мәсет). Үҙәк Диниә назаратына ингән Свердловск өлкәһе мосолмандарының төбәк Диниә назараты (Урал мөфтиәте) ҡарамағында.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Екатеринбургтың Химмаш биҫтәһендә мосолман йәмғиәте 1994 йылда ойошторола. Имам итеп Илһам Сафиуллин билдәләнә. Чкалов районы администрацияһы башлығы Е. В. Сарапульцев мәсет төҙөү өсөн Димитров урамында сүплеккә әйләнгән буш ятҡан майҙанды бирә. Район мосолмандары, хакимиәт ярҙамы менән, 104 үҙбушатҡыс машина сүп-сарҙы йыйып, түгә, төҙөлөш башлау өсөн ерҙең өҫкө ҡатламын ҡырып ала.

Ваҡытлыса мәсет төҙөү өсөн яңы ағас бура, шулай уҡ боронғо сауҙагәр йорто һатып алынған, уны бура менән бергә нигеҙгә күтәреп ҡуялар. Ваҡытлы мәсеткә йома намаҙҙарына 60 кеше йөрөй[1].

2001 йылда Үҙәк Диниә назараты баш мөфтөйө Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин һәм Свердловск өлкәһеһенең 1995—2009 йылдарҙағы губернаторы Россель Эдуард Эргартович ҡатнашлығында таш мәсет нигеҙенә беренсе кирбес һалына.

Таш мәсет төҙөлөшө 12 йылға яҡын дауам итә. Мәсеттең диуарҙары һалынған һәм түбәһе ябылғандан һуң көн һайын намаҙҙар уҡыла, ислам нигеҙҙәре һәм инглиз теле буйынса дәрестәр үткәрелә башлай. Мәсет төҙөлөшө буйынса төп эштәр 2009 йылда тамамлана, тағы өс йыл дауамында йортто биҙәү эштәре алып барыла. Йәнәшәләге ваҡытлы ағас мәсет һүтелә. Уның урынында хәләл кафе төҙөлгән. Мәсетте асыу тантанаһы 2013 йылдың 27 сентябрендә уҙа. Тантанала Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һәм Свердловск өлкәһе вице-губернаторы Яков Силин ҡатнаша[2]. Мәсет төҙөлөшөнә тиҫтәләгән эшҡыуар һәм йөҙҙәрсә диндар үҙ өлөшөн индергән.

2014 йылдың августында мәсет бинаһына хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре рейд яһаған. Унда улар экстремистик әҙәбиәт исемлегенә индерелгән дини китаптар, брошюралар, дискылар тапҡан, янғын һүндереү хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәүен асыҡлаған. Суд мәсетте 50 мең һум штрафҡа, имам ярҙамсыһы Альберт Баязитовты 360 сәғәтлек мотлаҡ хеҙмәткә хөкөм иткән[3] [4].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсет ике ҡатлы. Беренсе ҡатта ир-аттар өсөн ҙур ғибәҙәт залы урынлашҡан, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн урын балконда билдәләнгән. Аҫҡы ҡатта уҡыу синыфы һәм кухня урынлашҡан. Мәсет проект буйынса 300 кеше һыйҙыра, әммә йома намаҙҙарына һәм дини байрамдарға мосолмандар күберәк килә. Мәсеттә даими рәүештә инглиз теле һәм Ислам нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәрелә, мосолман кибете эшләй. Рамаҙан айы дауамында «Рамаҙан сатыры» эшләй, унда ҡалала тороусы ир-ат төрки халыҡтар йәмғиәттәре тарафынан, үҙ милли аш-һыуын әҙерләп, һәр кисте ураҙа тотоусылар өсөн ауыҙ асыу (ифтар) ойошторола[5].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Валиуллин Р. Хозяин родной земли. // Уралтау, № 1 (16), май 2012.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Местная мусульманская религиозная организация МАХАЛЛЯ п. Химмаш г. Екатеринбург. РДУМ Свердловской области. Дата обращения: 14 сентябрь 2014.
  2. Старостин, Алексей. В Екатеринбурге открыли первую настоящую мечеть, Ислам News (27 сентябрь 2013). 14 сентябрь 2014 тикшерелгән.
  3. Сюжет: Имам-экстремист. Четвертый канал
  4. Прокуратура указала муфтию на завалявшиеся в мечети “экстремистские” книги, Ислам News (13 сентябрь 2014). 14 сентябрь 2014 тикшерелгән.
  5. В Екатеринбурге начинает работу Шатер Рамадана. islamisemya.livejournal.com, 16.07.2013 (рус.)