Тимерханов Илдус Хәмит улы
Илдус Тимерханов | |
Исеме: |
Тимерханов Илдус Хәмит улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналист, яҙыусы |
Ижад йылдары: |
1980 |
Йүнәлеше: |
балалар әҙәбиәте |
Премиялары: | |
Тимерханов Илдус Хәмит улы (25 апрель 1956 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1990 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2012) һәм Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге (2003) премиялары лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдус Хәмит улы Тимерханов 1956 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Илеш районы Түбәнге Сереккүл ауылында тыуған. Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң күрше Этәй ауылында урта белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында слесарь-төҙәтеүсе булып башлай, артабан скважиналар операторы һәм геология партияһында белгес булып эшләй.
1974—1976 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң нефтсе эшен дауам итә һәм 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғандан һуң Дүртөйлө районының «Юлдаш» гәзитендә эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда Илдус Тимерхановтың «Тал-тирәктәр ҡуйынында» (русса «Среди ив и тополей») йыйынтығы Пётр Ершов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды[1] һәм автор «иң яҡшы балалар яҙыусыларының береһе» тип билдәләнде[2].
2017 йылда Дүртөйлө районының Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге тарафынан яҙыусының «Ут күҙ» (әкиәттәр. — Өфө, Китап, 2002. – 192 бит), «Тал-тирәктәр ҡуйынында» (әкиәт. — Өфө, Китап, 2006. – 172 бит) һәм «Юлбарыҫлан» (әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2011. – 168 бит) китаптары Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[3][4].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хомяк. Паук. Испорченный хлеб: Рассказы / Кн. «Бельские просторы».- Уфа: Китап, 1993.
- Ворчливая печная труба: Сказки. — Уфа: Китап, 1995.
- Спичка на солнцепеке: Сказки. — Дюртюли: РИК «Юлдаш», 1998.
- Жар-пожар: Сказки — Уфа: Китап, 2002.
- Среди ив и тополей / — Уфа: Китап, 2006.
- Юлбарыслан. Сказки. Рассказы. — Уфа: Китап, 2011.
- Склонились ивы над Базы: Публицистические статьи. Чекмагуш2012.
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лапти: Рассказ / Ильдус Тимерханов // Бельские просторы. — 2006. — № 4. — С. 204—208. (рус.)
- Русское поле // Содружество литературных проектов. Тимерханов И. Х., 2003, выпуск 4 (рус.)
Әҙип тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Романов В. Ильдус Тимерханов — сказочник из Дюртюлей (К 60-летию писателя). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 апрель. (рус.)[5].
- Абубакирова Л. Наши духовные истоки — в сказках. // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2008.
- Сказочник из Дюртюлей. Ильдус Тимерханов признан одним из лучших детских писателей. Тамара Пересыпкина — «Российская газета» — «Неделя» — Башкортостан, № 4647, 2008, 24 апрель, с. 17] (рус.)[2]
- Ильдус Тимерханов из Башкортостана назван лучшим сказочником России. — Альфия Аглиуллина. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2008, 21 февраль] (рус.)[1]
- Ситдиков Р. Сказ о сказочнике // Истоки. 2006, № 16.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022)
- «Башҡортостанға 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)
- Әкиәтселәрҙең Бөтә Рәсәй П. Ершов исемендәге конкурсы лауреаты (2008)
- В. Песков тарафынан ойошторолған «Заповедное эхо» Бөтә Рәсәй экологик конкурс дипломанты (2010)
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2012)
- Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты (2003)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2008, 21 февраль (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 «Российская газета» — «Неделя» — Башкортостан, № 4647, 2008, 24 апрель, с. 17 (рус.)
- ↑ Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде. , 2017, 17 февраль (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
- ↑ (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Премияға кем лайыҡ булыр? , 2017, 21 февраль(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2017)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2016)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 25 апрелдә тыуғандар
- 1956 йылда тыуғандар
- Илеш районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Алфавит буйынса журналистар
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Башҡорт балалар яҙыусылары
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары