Тәкфирселек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәкфирселек
ғәр. تكفيري
Йоғонто яһаусы кутбизм[d][1]
Сәйет Ҡотобтың (илл.) әҫәрҙәрен радикаль интерпретациялау тәкфирселектең барлыҡҡа килеүенә килтерә

Тәкфирселек(ғәр. تكفير‎ — тәкфир + [1], рус. Такфиризм;) Мысырҙан килгән радикаль ислам идеологияһы, уның нигеҙе булып мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа ислам ағымдарынан төп айырмаһы булып тора ла инде. Террорсы мосолмандарҙың күбеһе тәкфирселек яҡлы, ләкин тәкфирселәр араһында көс ҡулланыуҙан ситләшеүселәр ҙә бар. Урыҫ телле әҙәбиәттә тәкфирселек яҡлыларҙы такфиристы, такфириты йәки такфировцы тип атайҙар.

Идеологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәкфирселектең нигеҙе булып тотош мосолман йәмәғәттәрен иманһыҙлыҡта (көфөрлөк) ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа исламсы ағымдарҙан төп айырмаһы булып тора. Әммә сәләфилек, йыһатсылар менән билдәле бер буталсыҡ булыуға ҡарамаҫан, тәкфирселәр үрҙә телгә алынған ағымдарҙан ярайһы уҡ айырыла[2]. Сәләфиҙәр тәкфирселек кеүек шул уҡ ультраконсерватив мосолмандар, әммә уларҙан көс ҡулланыуҙы ҡабул итмәү менән айырыла[3]. Роберт Бэр билдәләмәһе буйынса ,

Роберт Бэр билдәләмәһе буйынса, «тәкфирсе» һүҙе ғәҙәттә «донъяны аҡлы-ҡаралы ғына итеп күргән» сөнни-мосолмандарға ҡағыла: уларҙа "хаҡ мосолмандар менән кафырҙар ғына бар, аралаш төҫ юҡ, һәм уларҙың маҡсаты — Ҡөрьәнгә һүҙмә-һүҙ ярашлы Хәлифәлекте тергеҙеү[4].

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тәкфирселек» исламда бидғәт тип һанала. 2005 йылда Иордания короле Ғабдулла II инициативаһы буйынса биш йөҙҙән ашыу дин белгесе һәм мосолман сәйәси лидерҙары тәкфирселекте «законһыҙ» тип иғлан иткән "Амман мөрәжәғәте"нә ҡул ҡуялар. Билдәле америка колумнисы Майкл Джерсон һүҙҙәренсә, «тәкфирселек исламдың сағылышы түгел, ә уның боҙолоуы».

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәмә әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]