Уҡбалыҡ

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Уҡбалыҡ (урыҫ. Стерлядь, лат. Acipenser ruthenus)— мәрсен һымаҡ балыҡтар ғаиләһендәге (семейство осетровых) йылға балығы.

Acipenser ruthenus, Prague

Ҡара, Азов, Каспий диңгеҙҙәре йылға бассейнында йәшәй. Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел Дим йылғаларында йәшәй. Башҡорттар был балыҡты сөгә, осломорон тип тә йөрөтәләр.

Был балыҡтарҙың тәңкәһеҙ, оҙонса кәүҙәләре буйлап ҡалҡан һөйәктәр теҙелеп киткән, ауыҙҙары томшоғоның аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Башҡа балыҡтарҙан осло мороно менән айырылып тора.

Уҡбалыҡтың оҙонлоғо 125 см-ға, ауырлығы 16 кг-ға етергә мөмкин. Ғәҙәттә Башҡортостанда иң ҙуры 35-45 см, аурлығы 1 кг самаһы осрай. Уҡбалыҡ бөжәк,ҡарышлауыҡ, ҡорттар, ҡусҡарҙар менән туҡлана.

Ҡылсыҡһыҙ ите тәмле булғанға был балыҡ балыҡсылар тарафынан күпләп ҡырылған, шуға ла был балыҡта аулау ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә