Фирҙәүси

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Фирҙәүси
фарс. فردوسی
Рәсем:Ferdowsi tehran.jpg
Тыуған  940 йыл
Тыуған урыны Тус, Иран
Үлем ваҡыты 1020
Үлем урыны Тус
Йүнәлеше шиғриәт, мистицизм, суфыйлыҡ, метафизика, этика
Һөнәре шағир
Фирҙәүси «Шаһнамә» поэмаһын Мәхмүт Ғәзнәүигә уҡый.

Хаким Әбүл-Ҡасим Мансур Хасан Фирҙәүси Туси (фарс. حکیم ابوالقاسم منصور حسن فردوسی توسی; р 940-сы йылда Иранда Тус ҡалаһында тыуған — 1020-се йыл тирәһе йәки 1026) — күренекле фарсы һәм тажик шағиры, «Шаһнамә» эпик поэмаһының авторы; «Йософ вә Зөләйха» поэмаһы ла уның әҫәре тип иҫәпләнә. Иранда, Тажикстанда һәм Афғанстанда бик киң таныла һәм милли шағир тип иҫәпләнә. Хәким ("аҡыл эйәһе", "ғалим") ҡушаматын ул үҙенең киң һәм тәрән белеме өсөн яулаған. Фирҙәүси белемде бик юғары баһалаған: "аҡыллы һүҙгә юлдар эҙлә, белем табыр өсөн үт бар ғаләмде".

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Тормош юлы

«Шаһнамә»нән күренеш

932-се һәм 941-cе йылдар араһында Ирандағы Тус ҡалаһының янандағы Хорасан ауылында ер биләүсе крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләһенең ере аҙ булып, тапҡан ризығы тамаҡ аҫрарға көскә етеп торған, тип фаразлау хаҡ булыр. Һуғыштар осорона тура килгән был ваҡытта крәҫтиәндәр хәле бик мөшкөл була.[1].

Фирҙәүсиҙең бала һәм үҫмер йылдары тураһында мәғлүмәт бик һирәк. Ул яҡшы белем ала, Ирандың ул замандағы ике әҙәби телен дә — ғәрәп һәм фарсы телен — яҡшы белә; бәлки, Ирандың ислам осорона хәтлем ҡулланған әҙәби пәхләүи телен дә белгәндер.

Унынсы быуаттың уртаһында Иран бойондороҡһоҙлоҡ осорон кисерә - урындағы феодаль аристократия ғәрәп хакимлығын ҡолатып, илдең алыҫ тарафтарында власты үҙ ҡулына ала. Фирҙәүсиҙең йәшлеге тап ошо осорға тура килә.

Оҙаҡ йылдар буйы шағир хәҙерге Афғанстандағы Ғазни ҡалаһында тороп, Төркиәнең солтаны Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итә; уға уҡ ул үҙенең "Шаһнамә" поэмаһын да бағышлай. Солтан поэманы оҡшатып еткермәй (ҡайһы бер сығанаҡтар поэмала шағир Иран шаһтарын данлағанлыҡтан, ти; башҡалары — батша улдары ғына законлы тәхет вариҫы була ала тигән фекер өсөн, тип фаразлай). Киң таралған риүәйәт буйынса, солтан Фирҙәүсигә поэма өсөн хаҡын түләмәйенсә, тәү килешеүҙәренән баш тарта. Шағир быға асыуланып, солтан тураһында сатирик шиғыр яҙа; был шиғырҙа ул солтан ҡол тоҡомонан сыға, тип мыҫҡыллай. Инде солтандың асыуы ҡабарып, Фирҙәүси илдән ҡасырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә шағир ғүмерен ситтә хәйерселектә тамамлай.

Тус ҡалаһында шағирҙың ҡәберендә ҡоролған кәшәнә

1934-се йылда Фирҙәүсиҙең тыуыуына мең йыл тулғас, уның ҡәберендә кәшәнә ҡорола.

[үҙгәртергә] Хәтер

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Стәрлетамаҡ Дәүләт Педагогик Академияһы. "Башҡорт әҙәбиәтенең көнсығыш тамырҙары." Спецкурс әсбабы

[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

  1. http://feb-web.ru/feb/litenc/encyclop/leb/leb-7531.htm
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә