Фәтеүә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
|
|
| Иман шарттары |
| Ислам шарттары |
| Мөһим шәхестәр |
Фәтеүә (ғәр. فتوى;юридик нәтижә, ҡарар) — мөфтиҙең дини, юридик(шәриғәт) мәсьәләһе буйынса(Ислам дине булған илдәрҙә - сәйәси проблемалар буйынса ла) ҡарары йәки фекере. Мөфти мөстәкил рәүештә закон сығармай, ә мосолман хоҡуҡтарының дүрт нигеҙенә: (Ҡөръән, Сөннә, Ижмағ, Ҡыяс) йәки үзенән өҫтәрәк торған дин һәм хоҡуҡ белгестәренең - мөжтәһиттәрҙең фәтеүәһенә таянып эш итә, фәтеүәлә уның һылтанмаларын, сығанаҡтарын күрһәтә. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа фәтеүәләр ғөләмә һәм фикхтарҙың килештерелгән уртаҡ фекере рәүешендә лә иғлан ителә. 1935 йылда әл-Әзһәрҙә фәтеүә биреүсе дин ғалимдары шураһы төҙөлдө. Диниә назараты мөфтиҙәре үҙҙәре фәтеүә сығаралар.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2