Шакиров Рәфҡәт Миҙхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәфҡәт Миҙхәт улы Шакиров
Тыуған:

3 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны:

РСФСР, Башҡортостан АССР-ы, Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Партия:

КПРФ

Эшмәкәрлек төрө:

төҙөүсе, ғалим

Наградалары:
Дуҫлыҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Ҡалып:Заслуженный строитель РСФСР

Шакиров Рәфҡәт Миҙхәт улы (3 май 1945 йыл) — ғалим-инженер‑механик. Техник фәндәре докторы (1985), профессор (1991). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1980) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәфҡәт Миҙхәт улы Шакиров 1945 йылдың 3 майында Башҡортостан АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Атаһы Шакиров Миҙхәт Закир улы (1916—2004) 1969—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, әсәһе — Ләлә Ғимран ҡыҙы (1921—2000). Ҡартатаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакир улы Шакиров (1881—1968).

1967 йылда Өфө нефть институтының нефтехимия факультетын тамамлай.

1967 йылдан Өфөләге «Нефтепроводмонтаж» тресында эшләй:

  • мастер, прораб, участка начальнигы,
  • 1973 йылдан — 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығында баш инженер,
  • 1975 йылдан — идарасы урынбаҫары. БохараУрал, Урта Азия — Үҙәк, Уренгой — Помары — Ужгород, Ухта — Торжок, Төмән өлкәһенең төньяҡ райондары — Урал, Пунга — Вуктыл, Узень — Гурьев — Куйбышев, Уренгой — Центр, Уренгой — Новопсков һәм башҡа магистраль газ һәм нефть үткәргестәрен төҙөүҙә ҡатнаша.

1971—1973 йылдарҙа Афғанстанда газ үткәргес һәм 1977 йылдан Нигерияла продукт үткәргес төҙөүҙә ҡатнаша.

1979 йылдан Өфөләге «Главвостоктрубопроводстрой» идаралығында эшләй: начальник урынбаҫары, 1982 йылдан производство буйынса 1‑се урынбаҫар вазифаларын үтәй. 1982 йылда СССР Халыҡ хужалығы академияһын тамамлай.

1986 йылдан Мәскәүҙәге Үткәргес торбаларҙы, яғыулыҡ‑энергетика комплексы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыу буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтында (артабан Үткәргес торбаларҙы, яғыулыҡ‑энергетика комплексы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыу буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты — Инжиниринг нефть-газ компанияһы) генераль директор, 1995—1999 йылдарҙа президент вазифаларын үтәй.

1999 йылда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының 3‑сө саҡырылыш депутаты итеп һайлана, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы фракцияһы ағзаһы була.

2006 йылдан Милли һыу ҡоролмалары төҙөүселәр ассоциацияһы Советы рәйесе булып тора.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 96 уйлап табыу ав­торы. 1988 йылдан Шельф һәм поляр инжинирингы буйынса халыҡ-ара йәмғиәт (ISOPE); Америка инженер-механиктары йәмғиәте (OMAE) ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1975)
  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1983)
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1986)
  • СССР Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1986)
  • СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1991)
  • Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995)
  • Дуҫлыҡ ордены (1995)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]