Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы
Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы
Тыуыу датаһы

1 июль 1955(1955-07-01)

Тыуыу урыны

Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Ил

СССР
Флаг России
АҠШ флагы

Һөнәрҙәре

яҙыусы
композитор

http://tatars.com/

Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы, Мәсғүҙә Шәмсетдинова — композитор, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Мәсғүҙә Шәмсетдинова 1955 йылдың 1 июлендә Башҡортостандың Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында тыуған. Ҡазан консерваторияһында юғары белем алып, ижади эшкә керешә. Күп кенә симфонияларында ул татар халҡының тарихына, ҡатлаулы һәм фажиғале яҙмышына мөрәжәғәт итә («Ҡыйссаи Сөйөмбикә», «Мәһди йәки изге Болғар дастаны», «Мәхәббәтнамә», «Болғар-шәрке», «Ибне Фаҙлан», «Сыңғыҙхан",«Дәрүиш»).

Мәсғүҙә Шәмсетдинова фән, фәлсәфә мәсьәләләре, халыҡ ижады менән тәрәндән ҡыҙыҡһынып, Санкт-Петербургта фәлсәфә фәндәре буйынса кандидатлыҡ десертацияһын яҡлай.

2002 йылда ул ғаиләһе менән АҠШ-ҡа күсеп китә. Хәҙер ҙә ул АҠШ-тың Сиэтл ҡалаһында йәшәй.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

  • Татар календаре, 2010. «Мәгариф нәшрияты», Ҡазан.