Эстәлеккә күсергә

Әбделхәмит I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғабдул-Хәмит I битенән йүнәлтелде)
Әбделхәмит I
төр. عبد الحميد اول
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Ғосман империяһы
Тыуған көнө 20 март 1725({{padleft:1725|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Топҡапы, Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 7 апрель 1789({{padleft:1789|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[4][1][2][…] (64 йәш)
Вафат булған урыны Константинополь[d], Ғосман империяһы
Үлем сәбәбе йөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыны I Әбделхәмит ҡәбере[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Әхмәт III
Әсәһе Рабиға Шәрми Ҡатын-әфәнде[d]
Бер туғандары Хәтижә Солтан[d] һәм Мостафа III
Внебрачный партнёр Ғәйшә Сәниәпәрвәр Солтан[d], Нүкһәтсәзә Солтан[d] һәм Фатима Шәбсафа Ҡатын-әфәнде[d]
Балалары IV Мостафа[d], Мәхмүт II, Әсмә Солтан[d], Һибәтулла Солтан[d] һәм Ғәйшә Дүррүшәһүәр Ханым[d]
Нәҫеле Ғосмандар[d]
Һөнәр төрө хаким, хәлифә
Биләгән вазифаһы Ғосман империяһы солтаны[d]
Монограмма
 Әбделхәмит I Викимилектә

Әбделхәмит I (1725 йыл — 7 апрель 1789 йыл, (ғосманса عبد الحميد اول‎ — Abd ül-Hamîd-i evvel, төрөксәBirinci Abdülhamit), Ғосман империяһының 27-се солтаны. Ул — солтан Әхмәт III-сөнөң улы, 1774-се йылдың 21-се ғинуарында ағаһы Мостафа III-сөнән һуң тәхеткә ултыра.

Әбделхәмит I

Оҙайлы ваҡыт дауамында һарайҙа дәүләт эштәренән ситтә тороу Әбделхәмитте диндар, Хоҙайҙан ҡурҡыусы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яй кешегә әйләндерә. Уның тәхеттә ултырыуы ваҡытында дәүләттең иҡтисади сығанаҡтары янычарҙарға ғәҙәти хеҙмәт хаҡын түләргә аҡса етмәҫлек дәрәжәгә барып етә.

Әбделхәмит солтан тәхеткә ултырғандан һуң бер йыл да үтмәй, Рәсәй менән һуғыш башлана. Төрөктәр Козлуджа янында еңелә һәм 1774 йылдың 21 июлендә Көсөк-Ҡайнарсы солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Был килешеүгә ярашлы, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты булдырырға, Балҡан һәм Ҡырым ярымутрауҙарында йәшәгән Ғосман империяһының мосолман булмаған халҡына үҙ тәьҫирен йәйергә хоҡуҡ бирелә.

Етди еңелеүҙәр Әбделхәмитте административ һәм хәрби реформалар үткәрергә мәжбүр итә.

Сирияла һәм Мореяла баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәштә ҡайһы бер уңыштар Рәсәй тулыһынса үҙ ҡарамағына алырға ниәтләгән Ҡырымды юғалтыуҙы ҡаплау алмай. 1787 йылда Рәсәй менән ҡабаттан һуғыш башлана. Был һуғышта 1788 йылдан Австрия ла ҡатнаша. Әммә Австрия императоры Иосиф II тулыһынса Екатерина II яғында була һәм уның Ҡырымға еңеүле һөжүменә булышлыҡ итә. 1788 йылда Рәсәй Очаков ҡалаһын тартып ала.

Солтан Әбделхәмит I, Очаковтың ҡолауынан уң 4 ай үткәс, 64 йәштә апоплексия һуғыуынан вафат була.

  1. 1,0 1,1 Абдул-Гамид I (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. I. — С. 20.
  2. 2,0 2,1 Abdülhamit I // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  3. Abdul Hamid I. // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  4. Абдуль-Гамидъ (урыҫ) // Энциклопедический лексиконСПб.: 1835. — Т. 1. — С. 25.