Ғизәтуллин Денис Рәшит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғизәтуллин Денис Рәшит улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 11 март 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (41 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мотоциклда уҙышыусы
Спорт төрө мотоцикл спорты[d]

Ғизәтуллин Денис Рәшит улы (11 март 1983 йыл) — Рәсәйҙең спидвей спортсыһы. Рәсәй спорт мастеры. Шәхси зачетта ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, команда зачетында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Парҙар араһында Европа чемпионатының бронза призеры.

Клубтағы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спидвей менән 13 йәшендә тыуған ҡалаһы Октябрьсийҙа шөғөлләнә башлай. 1999 йылда Салауат ҡалаһында үткән Юниорҙар шәхси чемпионатының финалында беренсе тапҡыр сығыш яһай.

Мотоцикл менән боҙҙа шыуыуҙың шәхси иҫәбендә Октябрьский өсөн сығыш яһауына ҡарамаҫтан, 2000 йылда ил чемпионатында Денис «Салауат» командаһы составында «Локомотив» командаһына ҡаршы ярыша. Иң беренсе боҙҙа шыуғанда уҡ Денис(боҙҙа елеүселәр:Ғизәтуллин, Тибей, Кокин, Попович) 3 мәрәй ала, ә барлыҡ 5 тапҡыр боҙҙа елеү ваҡытында ул 6 мәрәй йыя. Матч «Локомотив» файҙаһына 37-52 иҫәбе менән тамамлана.

Элек 7 йыл буйына туҡтауһыҙ «Лукойл» өсөн ярышҡан һәм унда команданың лидерына һәм илдең иң көслө спортсыһына әйләнгән Денис киләһе йыл ҡайтанан был командаға күсә. Бының законға ярашлы һөҙөмтәһе булып 2007 йылғы Рәсәй шәхси чемпионатында еңеү була. Шул уҡ йылда Денис Гран-при 2008 серияһында ҡатнашыу өсөн рәсми резервист хоҡуғын яулап ала. Был серияларҙа ул үҙенең тәүге еңеүен яулай һәм парҙар араһындағы Европа чемпионатында (Ренат Гафуровменән бергә) бронза миҙал менән бүләкләнә.

2007 йылдың декабрендә, Октябрьский клубының 2008 йылға финансланыуының ыңғай хәл ителере билдәһеҙ булғанлыҡтан, спортсы, барыһын да шаҡ ҡатырып, Балаковоның «Турбина» клубы менән контракт төҙөй. «Лукойл» үҙе ысынлап та, титуллы бағыусының финанслауы туҡтатылыу арҡаһында, 2008-чемпионатында сығыш яһай алмай, ярыштарҙан төшөп ҡала.

2008 йылда Ғизәтуллин Денис, ил чемпионатында ике тапҡыр еңеү яулап, үҙ класын раҫлай. 2009, 2010 һәм 2011 йылдар сезонында ул Балаково ҡалаһы клубы өсөн сығыштарын дауам итә һәм спидвей буйынса Донъя кубогындағы ярыштарҙа тотороҡло рәүештә Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһай. 2004—2010 йылдарҙа Денис спидвей буйынса ил шәхси чемпионаттарына бары 1 тапҡыр ғына эләгә алмай ҡала.

2012 йылда ул туған клубы «Октябрьский» спорт клубына әйләнеп ҡайта, ләкин 2013 йылда ул Башҡортостандың «Салауат» тклубына күсә. 2014 йыл миҙгеле алдынан СТК «Октябрьский» составында ярышырға тейеш була, әммә «Октябрьский» клубы чемпионаттан төшөп ҡалғас, ул ҡабат «Турбинаға» ҡайта. 2016 йылда «Восток» өсөн сығыш яһай. 2017 йылда «Октябрьский» спорт клубына күсә.

Европала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Денистың Европа клубтарындағы карьераһы Рәсәй спортсылары араһында киң билдәле булған Даугавпилстың «Локомотив» клубында 2005 йылда башланып китә, әммә киләһе йылда ул «Рыбник» командаһына күсә һәм 2006-2009 йылдарҙа унда сығыш яһай. 2010 йылдан алып Эмиль Сәйфетдинов менән Полонияның Быдгощ командаһы өсөн ярыша. 2011 йылдың август айында поляк клубынан, һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек булмағанлыҡтан, үҙ ирке менән китә. 2012 йылда 1 лигалағы «Островия» клубы менән контракт төҙөй.

Швецияла 2007 йылда «Капарень»да (Гетеборг) тәүге тапҡыр сығыш яһай, әммә «Капарень» 2008 йыл миҙгелендә лицензияһын юғалтҡас, Денис был клубты «Хаммарбю» (Стокгольм) клубына алмаштырырға мәжбүр була.

2010 йыл «Вастервик» клубы өсөн ярыша. Был клуб менән контрактҡа ҡул ҡуя, ләкин киләһе 2011 йылдың апрелендә контрактты өҙә.

2007 йылда бер тапҡыр «Истбурн Иглз» командаһы өсөн сығыш яһай[1]. 2009 йылда Денис Британияның был клубы өсөн сығыш яһарға теләй, ләкин уға бында эшләргә рөхсәт ителмәгәс, уның кандидатураһы чех спортсыһы Лукаш Дрыль менән алмаштырыла. 2010 йылда ла шул уҡ хәл ҡабатлана — контрактҡа ҡул ҡуйыла, әммә бер ниндәй ярыштарҙа ла Денис ҡатнаша алмай[2]. 2012 йылда спортсы үҙ клубына кире ҡайта.

Боҙҙа мотоциклда уҙышыуҙың уртаса күрһәткестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лига 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018
Рәсәй флагы 0,750
Салават
Ҡалып:Цвета спидвея |1,000
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |1,958
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,154
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,462
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,500
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,469
Лукойл
2,41
Лукойл
Ҡалып:Цвета спидвея |2,222
Турбина
Ҡалып:Цвета спидвея |2,351
Турбина
Ҡалып:Цвета спидвея |2,556
Турбина
Ҡалып:Цвета спидвея |2,269
Турбина
1,806
Октябрьский
1,429
Салават
Ҡалып:Цвета спидвея |1,200
Турбина
Ҡалып:Цвета спидвея |1,474
Турбина
Ҡалып:Цвета спидвея |1,091
Восток
2,600
Октябрьский

Октябрьский
Польша (E) - - - - - - 0,833
Рыбник
- - - 1,119
Полония Б
- - - - - - - -
Польша (I) - - - - - - - 1,392
Рыбник
1,627
Рыбник
1,985
Рыбник
- 1,574
Полония Б
1,588
Островия
1,828
Островия
0,000/1,571
Ожель/
Локомотив
- 1,947
Колеяж О
- -
Польша (II) - - - - - 2,095
Локомотив
- - - - - - - - - 1,556
Кросно
- 2,420
Колеяж О

Колеяж О
Швеция флагы (E) - - - - - - - 1,303
Капарна
1,467
Хаммарбю
- 2,067
Вастервик
- - - - - - - -
Бөйөк Британия флагы (E) - - - - - - - 1,000
Истбурн
- - - - 1,451
Истбурн
1,090
Истбурн
- - - - -
Украина - - - - - - - - - - Ҡалып:Цвета спидвея |2,125
Турбина
- - - - - - - -

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Спидвей буйынса Рәсәй юниорҙар чемпионаты
шәхси иҫәптә — 1-се урын (2002, 2004), 2-се урын (2003)
команда иҫәбендә — 1-се урын (2003, 2004)
  • Спидвей буйынса Рәсәй чемпионаты
шәхси иҫәптә — 1-се урын (2007, 2008), 2-се урын (2004, 2006), 3-сө урын (2005, 2010)
команда иҫәбендә — 1-се урын (2009, 2011, 2016), 2-се урын (2001, 2002, 2003, 2004, 2005, 2006, 2010, 2015), 3-сө урын (2008, 2014)
парҙар иҫәбендә — 1-се урын (2006, 2008, 2009, 2010), 2-се урын (2004, 2005, 2007), 3-сө урын (2000, 2002, 2003, 2011, 2017)
  • Спидвей буйынса МФР Кубогы
команда иҫәбендә — 1-се урын (2005)

Башҡа ярыштарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ринат Мәрҙәншин мемориалында (Октябрьский) — 1-се урын (2006, 2007, 2008), 2-се урын (2009 — шәхси иҫәптә, команда иҫәбендә , 2005).
  • Дамир Сәйфетдинов мемориалында (Салауат) — 3 место (2014)
  • Саратов өлкәһе (Балаково) губернаторы кубогында — 1-се урын (2009), 3 -сө урын (2008)
  • «Большой Владивосток» (Владивосток) — 3-сө урын (2003)
  • Лукойл Кубогы (Октябрьский) — 3-сө урын (2002)
  • Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөндә (Балаково) — 1-се урын «Лукойл» командаһы составында (2004)
  • Ожель Кубогы(Лодзь) — 1-се урын (2014, парҙар иҫәбендә Мариуш Пушаковский менән берлектә)
  • Дебрецендың Оло Кубогында — 2-се урын (2014)

Халыҡ-ара ярыштарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юниорҙар ярыштарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЛЧЕЮ — финалдың запас спортсыһы, 18-се урын (2001), 7-се урын (2002)
КЧЕЮ — ҡатнашмай
ЛЧМЮ — сирек финалда 16-сы урын (2003), 14-се урын (2004)
КЧМЮ — ҡатнашмай

Өлкәндәр ярыштарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ЛЧЕ — ½ финалда 9-сы урын (2003, 2005, 2006, 2018), 6-сы урын (2007, 2009, 2011), 5-се урын (2008, 2010), ½ финалда 8-се урын (2016)
ПЧЕ — 2-се урын (2004, ярымфиналда ғына ҡатнаша — 1-се урын), ярымфиналда 4-се урын (2005), 3-сө урын (2007, 2014), 4-се урын (2010)
КЕЧ — 2-се урын (2005 — «Спидвей-Центр» өсөн, 2011 — «Шахтёр» өсөн), 3-сө урын (2009 — «Восток» өсөн), 1-се урын (2010 — «Турбина» өсөн)
КЧМ — 8-се урын (2003), 7-се урын (2005), 11-се урын (2006), 6-сы урын (2007, 2008, 2010), 4-се урын (2009), 5-се урын (2011), 12-се урын (2014)
ЛЧМ — ҡатнашмай
Гран-При Челлендж 2007 — ярым финалда 8-се урын
Гран-При Челлендж 2008 — финалда 11-се урын
Гран-При Челлендж 2009 — сирек финалда 9-сы урын
Гран-При Челлендж 2010 — сирек финалда 9-сы урын
Гран-При Челлендж 2011 — ярымфиналда 16-сы урын

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]