Ғәлимов, Сәләм Ғәлим улы
Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов - шағир һәм публицист, 1911 йылда 5(18) ғинуарында Силәбе өлкәһенең Көншәк, районының Тегәш ауылында тыуған, 1939 йылдың 19 июнендә Ленингдад ҡалаһында үлгән.
1967 йылда республикала әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия булдырылды.
[үҙгәртергә] Тормош юлы
Мәктәпте тамамлағас 1928-1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була. 1930 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. 1937 йылда Башҡорт дәүләт пединститутын (хәзерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып әшләй. Башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллана.1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантурағы уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләй һәм үлеп ҡала.
[үҙгәртергә] Әҫәрҙәре
- Бала
- Шоңкар
- Республикам иртәһе
- Өс йыр
[үҙгәртергә] Сығанаҡтар
- Живые родники(История, литература и культура Башкортостана). –Уфа: Китап, 2006. -232с.., ил. ISBN 5-295-03683-9
