Ғәрәп алфавиты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғәрәп яҙмаһы
Тип:

консонантное

Телдәр:

Ғәрәп, фарси, курд, уйғыр, пушту, урду һәм баш.

Территория:

Ғәрәп ярымутрауы, Яҡын Көнсығыш, Урта Азия, Төньяҡ Африка.

Осор:

V быуат

Статус:

ҡуллана

Йүнәлеш:

уңдан һулға табан

Билдәләр:

28

Ханааней яҙмаһы

Финикия
Арамей
Сирия
Ғәрәп
Юникод диапазоны:

U+0600 — U+06FF
U+0750 — U+077F
U+FB50 — U+FDFF
U+FE70 — U+FEFF

ISO 15924:

Arab (#160)

Пример текста
Миҫал

Хәҙерге ғәрәп каллиграфия

Ғәрәп яҙмаһының төп үҙенсәлеге шул: бында текст уң яҡтан башланып, һулға табан китә. Тыныш билдәләренән өтөр аҫтан өҫкә ҡарай күтәрелеп, осо уңға бөгөлә (،), ә һорау билдәһе уң яҡҡа ҡаратып ҡуйыла (؟). Цифрҙар иһә уңдан һулға түгел, ә һулдан уңға уҡыла.

Ғәрәп яҙыуында баш хәрефтәр юҡ. Унда һөйләм башында ла, яңғыҙлыҡ исемдәрҙә лә шул уҡ юл хәрефтәре яҙыла.

Ғәрәп яҙмаһының йәнә бер үҙенсәлеге — бында һүҙҙәге бөтә хәрефтәр бергә ҡушып яҙылмай, бер үк һүҙ икегә, өскә, хата унан да күберәк өлөшкә бүлеп яҙыла. Сөнки ғәрәп телендә үҙенән һуң килгән хәрефкә ялғап, тоташтырып яҙып булмай торған өҙөк хәрефтәр бар. Ошо сәбәптән һәр хәрефтең дүрт төрлө яҙылышы бар:

  • яңғыҙ — хәрефтең яңғыҙ яҙылышы;
  • башта — һүҙ башында йәки һүҙ эсендәге өлөш башында яҙылышы;
  • уртала — һүҙ йәки өлөш уртаһында яҙылышы;
  • аҙаҡта — һүҙ йәки өлөш аҙағында яҙылышы.
Ғәрәп әлифбаһы
Исеме Транскрипцияһы Яҙылышы Яңғыҙ
Аҙаҡта Уртала Башта
әлиф ـا ـا ا ا
бә [b] ـب ـبـ بـ ب
тә [t] ـت ـتـ تـ ت
ҫә [θ] ـث ـثـ ثـ ث
джим [dʒ], [ɡ] ـج ـجـ جـ ج
хә [ħ] ـح ـحـ حـ ح
ха [x] ـخ ـخـ خـ خ
дәл [d] ـد ـد د د
ҙәл [ð] ـذ ـذ ذ ذ
рә [r] ـر ـر ر ر
зәйн [z] ـز ـز ز ز
син [s] ـس ـسـ سـ س
шин [ʃ] ـش ـشـ شـ ش
сад [sˤ] ـص ـصـ صـ ص
дад [dˤ] ـض ـضـ ضـ ض
та [tˤ] ـط ـطـ طـ ط
ҙа [ðˤ], [zˤ] ـظ ـظـ ظـ ظ
ъәйн [ʕ] ـع ـعـ عـ ع
ғайн [ɣ] ـغ ـغـ غـ غ
фә [f] ـف ـفـ فـ ف
ҡаф [q] ـق ـقـ قـ ق
кәф [k] ـك ـكـ كـ ك
ләм [l] ـل ـلـ لـ ل
мим [m] ـم ـمـ مـ م
нүн [n] ـن ـنـ نـ ن
һә [h] ـه ـهـ هـ ه
үәү [w] ـو ـو و و
йә [j] ـي ـيـ يـ ي

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Ковалев А. А., Шарбатов Г. Ш. Учебник арабского языка — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 1999.
  • Сегаль В. С. Начальный курс арабского языка — М.: Изд. ИМО, 1962.
  • Халидов Б. З. Учебник арабского языка — Ташкент: Изд. «Укитувчи», 1977.
  • Юшманов Н. В. Грамматика литературного арабского языка — Л., 1928.
  • مصطفى الغلاييني جامع الدروس العربية المكتبة العصرية 2000 م
  • Pihan, A. P. Notice sur les divers genres d'écriture ancienne et moderne des Arabes, des Persans et des Turcs — Paris, 1856.

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]