Ҡадир Даян
| Даянов, Кадир Хакимович | |
| Ҡадир Даян | |
| Тыуған көнө: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: |
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ ауылы |
| Вафат көнө: | |
| Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
| Премиялары: |
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре |
| Наградалары: | |
Ҡадир Даян — күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, 1975 йылда вафат була. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. 1930–1933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башгосиздатта мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 1936–1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.
Ҡадир Даян Беренсе май байрамында демонстрацияла йырлау өсөн уҡыусыларға бер йыр сығара. Был йыр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла. Ҡ. Даяндың бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы. Шағирҙың шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк формалаша һәм нығына.
[үҙгәртергә] Әҫәрҙәре
Һуғыш йылдарында яҙған поэмалары һәм шиғырҙары:
- «Ҡарт ҡасҡын»
- «Ике йәшлек»
- «Ағиҙел ярында»
- «Нефть ҡалаһы»
- «Тыуған ил»
- «Гөлъямалдың хаты»
- «Батыр булһын егетең»
- «Ватан өсөн»
- «Украина еренә»
- «Совет һалдаты.
Йырҙары:
- «Шайморатов генерал»
- «Гөлсирәнең һөйгәне»
- «Зәйтүнә»
- «Төнгө Урал» һ.б. йырҙарҙы .
Драматург булараҡ та танылыу яуланы Ҡадир Даян. Уның «Таңсулпан» пьесаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡырҡ йылдан ашыу уйнала һәм театрҙың алтын фондына инә. Йәнә «Тулҡынлана тәрән күл» һ.б. пьесалар яҙҙы.
[үҙгәртергә] Наградалары
Ҡадир Даян Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Почет Билдәһе ордены менән наградлана.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Тыуғандар 14 Февраль (Шаҡай)
- Тыуғандар 1910 йылда
- Вафаттар 1975 йылда
- «Почёт Билдәһә» ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Википедия: Яҙыусының портреты булмаған мәҡәлә
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Шәхестәр
- Яҙыусылар
- Әҙәбиәт
- Мәҙәниәт